АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
23 Июня 2021, 10:02

Табын

Яңыраҡ Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында китап уҡыусылар менән әҙәби осрашыу булды, бер юлы гәзитебеҙгә яҙылыу ҙа ойошторҙоҡ. Ихлас, ирәбе, бер ҡатлы, йырлы-моңло ауыл кешеһе менән аралашыу үҙе бер ғүмер! Ауыл төҙөк, матур, "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашырға йыйыналар икән. Бына ошондай ауыл-дарыбыҙ, эскерһеҙ кешеләр күберәк булһа ине, тип уйлап ҡуйҙым. Осрашыу барышында "Табын" уймаҡ хикәйәһен сәхнәләштереп күрһәттеләр. Төп ролгә мине тәғәйенләгәндәр, мине һәм мул табынлы тотош Күгиҙел халҡын.

Амбулаторияла эшләгән саҡта, яҙғы һыу-һүл осоронда, Гөлғәйшә ҡарсыҡҡа йөрөп укол ҡаҙаным. Үҙе лә килә ала инде ул, мәгәр ҡарт кешене бер ауыл осонан икенсеһенә йүгертеп йонсотҡом килмәне. Эш аҙағында бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тиҙ арала аша-төшә баҫып бара ла киләм. Аҙнанан ашыу йөрөнөм шулай, тәғәйенләгән дауаларым килешкәндер, инәйем дә күҙгә күренеп теремекләнде. Һуңғы уколды ҡаҙарға тип барғанда ул рәхмәт йөҙөнәндер, бәләкәй генә табын әҙерләгәйне, хәстәрләгәйне, бар һыйын күргәҙмәгә ҡуйғандай итеп теҙгән, түрҙә ҡорһаҡ тирәһе йәмшәйеп бөткән еҙ самауыр борхоп йыр-лай, ыҡсым өҫтәлгә ни генә ҡуймаған: яңы айыртылған ҡаймаҡ, ваҡ киҫәктәргә бүлгесләнгән йомарсыҡ һыйыр майы, муйыллы ҡорот, майланған сейә, майланған бөрлөгән, еләк, ҡарағат ҡаҡтары, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, талҡан, ҡомалаҡ икмәге, сөсө күмәс, бетәү, әрселмәгән, беҙҙең яҡтағылар әйтмешләй мөндөр картуф, теге, еҙ самауыр ҡапҡасының эсендә бешерелгән йомортҡа… Иҫәпләй китһәң осо-башына сығырлыҡ түгел, хатта ки төрөк солтаны, Великобритания королеваһы бындай һығылып торған һыйҙы һис ҡасан татып ҡарамағандыр, төштәрендә генә күреп, ауыҙ һыуҙары ҡороп ымһынмаһалар, ысынлап әйтәм! Инәйем дә мәртәбәле ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡыланып тилбер йүгергеләй. Аштан оло булыу килешмәгән эш, бындай ҙа балыуан ризыҡтан баш тартыу гөнаһ ғәмәл, шуға ҡыҫтатмай ғына түргә үтеп ултырҙым. Ҡаршымдан урын алған хужабикә ҡырҡ ҡоршау сәйнүгенә услап һинд сәйен һалып ебәрҙе лә бер сите китек сынаяҡты эсле-тышлы тыныуы менән быуландырып, күлдәгенең мул итәген әйләндереп ебәреп ҡоротоп алған-дан һуң ҡуян ҡанылай ҡуйы, ҡарағусҡыл сейәләй ҡыҙыл сәйҙе яһап алдыма ҡуйҙы, шун-ан ауыҙ итеп ҡара тип, уныһын-быныһын алдыма шылдырып тәҡдим итә башланы. Бер аҙҙан, бер нигә ҡағылмай сәй һөрпөлдәтеүемә иғтибар иткән ҡарсыҡ үртәлгәндәй итеп ҡаҡ һөйәк усын маңлайына сәп-елдәтте:
- Алйығанмындыр, күрмәйем шыпа, балам, әйтһәң ни була, алдымда ҡабыр ҡорамал һалмағанһың тип?! Мә, минеке менән аша улайһа! - Ул шулай тине лә ҡалағын эсле-тышлы ялап алып, уны, теге, мул итәген ҡайырып һөртөп миңә һондо. Мин дә үҙ сиратымда ҡалаҡты ихласлап ауыҙыма ҡабып һурып алдым да ал-дымдағы ашамлыҡтарға үрелдем.
Гөлғәйшә ҡарсыҡ ирәбе, һыйсыл, ауыҙындағы һуңғы телемен өҙөп бирергә әҙер йома-рт кеше ине! Шул таҙанан-таҙа китек сынаяҡ, бал ҡалаҡ, инәйҙең бешергән тәм-томо һаман да телем осонда!
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас