Мөхәррир һүҙе
20 Июня 2021, 05:00

Ҡаршы сығып ал (етенсе киҫәк)

Малайҙы ла башҡаса төрлө һорауҙар биреп, маҙаһыҙламаныҡ. Уның да ике ут араһында йөрөгәнлеген тоябыҙ, быҫҡыған хистәр усағына өрһәк, тоҡанып, яндырайланып әллә нимә ҡылып ташлауы бар.

Оҙаҡ ҡыялдым һеңгәҙәп. Аныҡ ҡына уйға килә алмай, иләҫ-миләҫ тик ултырам. Эсемдә ниҙер өҙөлгәндәй булды. Күңелдә-аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ.
Кисләтеп кенә минекеләр ҡайтып инделәр. Мәстүрә илай барып, буҫығып бөткән. Сережа ла шымтайған.
-Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ оҙаҡлап, аш та һыуынып бөттө, - тип мәрәкәләп ҡаршылаған булдым, көсәнеп йылмайҙым. Шаяртыу урынһыҙ килеп сыҡты, көсөргәнешлелек кәмемәне. Өндәшмәйҙәр. Өсәүбеҙ өс яҡҡа ҡарап, бер аҙ ҡапҡыланыҡ, сәй эсеп торманыҡ. Өйгә ингәс, иртәрәк булһа ла, Мәстүрә урын йәйә башланы. Көн дә иркәләнеп, наҙланған, йоҡом килмәй, тип мыжыған малай өндәшмәй генә түшәгенә барып ятты ла юрғанын башынан аша бөркәнде. Быға өйрәнмәгәнлектән, йөрәк өйкәп ҡуйҙы.
Мәстүрә төпкө яҡтың ишеген япты, яныма ултырҙы:
-Нимә эшләйбеҙ, Сәлимйән? Сережаны тартып алһалар, мин бер көн дә йәшәй алмаҫмын. Ул тип кенә йәшәй инем. - Тауышы дерелдәй, күҙҙәренән йәш йылға булып аға.
-Тыныслан. Уны бер кем дә хәҙер үк тартып алырға йыйынмай. Профессор ауыртмаған яғығыҙға ятығыҙ, тине бит.
-Шулай тинеме? - Мәстүрә йәштәрен ҡабаланып ҡорота һалды, өмөтләнеп миңә төбәлде. - Улай булғас, бирмәйбеҙ!
-Ярай, бирмәҫбеҙ, йоҡлайыҡ, арытты бөгөн…
Төн уртаһында Мәстүрә ҡабырғама төртә:
-Сәлимйән, тим, шуны уйлап ятам. Тегеләр иҫтәрен йыйғансы, әллә Бөрй-әнгә күсеп китәйекме? Унда беҙҙең ауылдан утыҙ саҡрымдар самаһы арыраҡ Ғәҙелша тигән ауыл бар. Бейек тауҙар уратып алған, ныҡлап кеше аяғы баҫмаған яҡ инде, автобус та йөрөмәй, радио ла, электр уты ла юҡ. Бәлки, унда, урман төпкөлөндә таба алмаҫтар, беҙҙе, ә? Бында эҙләп тапҡастар, ҡуймаҫтар, тип ҡурҡам.
-Бушты һөйләмә әле. Йүнһеҙ хәбәрең менән йоҡларға ҡамасаулайһың. - Һыртыма боролам, ә үҙемдең күҙҙә йоҡо әҫәре булһасы!..
Шул кистән һуң Сережаның үҙгәреүен тойҙоҡ. Уны алыштырып ҡуйҙылармы ни! Һүҙгә әүәҫ малай эсенә йомолдо, һорауҙарға ла теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә лә, төпкө яҡҡа үтеп, китабына текәлеп тик ултыра. Уҡыймы, әллә башында икенсе уймы - белмәҫһең. Көтөүҙе ауыл осонда уҡ ҡаршы алған, меңгәшеп ҡайтып, һуңынан һыбай йөрөр ғәҙәтен дә онотто.
Эштән ҡайтһам, Мәстүрә, күҙҙәрен йәшереп илаулап ултыра:
-Сережаның уҡытыусыһы минең менән һөйләште, ғүмерҙә алмаған « икеле»не алған, сәбәпһеҙгә йәнәшәһендәге иптәшенә тондорған да үҙе илай, ти. Өйөгөҙҙә күңелһеҙ хәл булдымы әллә,тип төпсөнә Гөлсара Даяновна. Бөгөн яратҡан эремсекле майын әүәләп биргәйнем, ҡапманы ла. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, һөйләш, аңлаш улың менән.
Киске ашты ашағас, эргәлә шымтайған малайға өндәшәм:
-Улым, һыбай йөрөгөң киләме?
-Ат арыған бит.
-Үлән малдың тешенә эләгерлек булды, һыйырҙар ҡасмайҙар, атҡа ла еңеләйҙе. Әйҙә, һин һыбай йөрө, мин дә билде яҙып киләйем.
Сережаны һыбай атландырып, үҙем арттан эйәреп, ауыл осона йүнәлдек. Тау һыртына күтәрелдек. Ялпаҡ таш өҫтөнә барып ултырғайным, Сережа ла төштө, эргәмә сүгәләне. Бала аңһыҙ була тиген шунан, ошо һөйләшеүҙе көтөп йөрөгән.
-Бөгөн Гөлсара Даяновна беҙгә килгән.
-Күрҙем.
-Мәктәптә ниндәй хәлдәр булып бөттө?
-Тәнәфестә Шамил «урыҫ балаһы», тип үсекләне, шуға һуҡтым, ҡыҙыҡайҙар һымаҡ күп һөйләп йөрөмәһен икенсе. - Сережа, ирендәрен турһайтып, ситкә борола.
-Ә «ике» ле ни өсөн?
-Рус теленән алдым. Саҡ ҡына хаталанғайным, Гөлсара апай: «Үҙ телеңде лә белмәгәс», - тине. Дәрес буйы уҡыманым да, яҙманым да…
«Бына нисек! Беҙ ҡапсыҡта ятмай шул…»
Сережаны яныма ултырттым да яурыныма һалған күфәйкә эсенә тарттым. Шу-ны ғына көткәндәй, малай ҡултыҡ аҫтыма инеп үк ултырҙы.
-Һине бала табыу йортонан алғанда өс көнлөк кенә илаҡ бәпес инең, ауырлығыңды ла ике килограмм ғына тигәйнеләр, хәҙер ана ҡайһылай ҙурайып киләһең.
Улымдың йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы күренде лә һүнде.
-Ҙур булғасың, ирҙәрсә һөйләшергә лә мөмкин. Шамил, хаҡлы булмаһа ла дөрөҫтө әйткән. Хаҡлыҡ менән дөрөҫлөк һүҙенең айырмаһы шунда: хаҡлыҡ һүҙен аҡыллы һүҙе менән алыштырырға мөмкин. Хаҡлыҡты йоҙроҡ көсө генә яулай алмай…Үткәндә килгән йәш ағай, һылыу апай һинең атайың менән әсәйең булалар. Әйтмәһәк тә һиҙҙең бит инде. Бик бай йәшәйҙәр, күргәнһеңдер, хәтәр иномарка машиналары бар. Беҙ һинең атайың да, әсәйең дә түгелбеҙ. Был һөйлә-шеү ҡасан да булһа булыр ине, ни өсөн исемем Сережа,тип, бер һорамаһаң, бер һорар инең, улым. Исемеңде үҙгәртмәнек, сөнки Кеше исемен юғалтырға, уға тап төшөрөргә тейеш түгел. Быларҙың барыһын да, үҫә төшкәс, тәрәнерәк аңларһың әле. Атайың, әсәйең үҙҙәренең барлығын белдерҙеләр, тағы ла килерҙәр. Беҙҙә ҡалырғамы, әллә улар менән китергәме икәнен үҙең хәл ит. Тик шуны онотма: һине ныҡ яратабыҙ. Һинһеҙ беҙҙең өйөбөҙҙөң ҡото булмаясаҡ.
Сережа өндәшмәй, аяғы аҫтына текәлеп, тик ултыра.
Ҡайтҡас Мәстүрә шыпырт ҡына һорай һалды:
-Нимә ти?
-Өндәшмәй. Үҙе хәл итһен…
Ут йотоп, нимә булырын шөбһәләнеп көтөп йөрөгәндә Григорий менән Людмила яһил эш ҡылдылар, килеп ҡабаттан һөйләшеүҙе урынһыҙ һанап, беҙҙе судҡа бирҙеләр. Район прокуроры, саҡыртып, һөйләшкән булды, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, беҙҙең яҡлы икәнлеге күренеп тора. Хәлебеҙ тотош ауылға мәғлүм булды. Ауыл ғәйбәтселәренә кинәнеп сәйнәргә яңылыҡ булғандыр инде, шулай ҙа күптәр яҡлап сыҡты, адвокат ялларға кәрәк, ауылдан делегация булып барабыҙ, тине-ләр. Беҙ, халыҡты аптыратып, ярҙамдан баш тарттыҡ.
Суд органдары эште ҡыҫҡа тотто, тағы ла бер аҙнанан райондан повестка килеп төштө. Белемле, йышылған ҡала кеше-ләре кәрәкле документтарҙы һәләтләгәндәрҙер, күрәһең.
Малайҙы ла башҡаса төрлө һорауҙар биреп, маҙаһыҙламаныҡ. Уның да ике ут араһында йөрөгәнлеген тоябыҙ, быҫҡыған хистәр усағына өрһәк, тоҡанып, яндырайланып әллә нимә ҡылып ташлауы бар.
(Аҙағы бар)
Читайте нас