Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, көтөүҙән ҡайтып ҡына тора инем, өйөбөҙ эргәһенә ҡара төҫтәге « Волга» килеп туҡтаны. Эсенән оло йәштәрҙәге олпат кәүҙәле кеше сыҡты артҡы ишектә йәш ир, йәнә заманса кейенгән йәш һылыу ҡатын күренде. Мәстүрә йәйге аласыҡта ашын һоҫоп ҡына тора, Сережа ла уның тирәһендә ур-ала. Мин тышта ҡул саям. Килеүселәргә ҡаршы атланым
-Сәлимйән тигән кеше ошонда йәшәйме? - тип һораны теге олпат ир, иҫәнләшкәс.
-Мин булам, әйҙәгеҙ, өйгә инәйек.
-Таныш түгел кешене ваҡытһыҙ маҙаһыҙлау уңайһыҙыраҡ бит әле. – Шу-лай ҙа өсәүләп артымдан эйәрҙеләр.
Тупһанан аша атлау менән, ҡатын ҡысҡырып ебәрҙе:
-Сережа! - Үҙе балаға ҡарап уҡтала.
Мин ҡапыл килеп тыуған хәлдән шаңҡып ҡалдым, ә Мәстүрә, төйлөгәндән балаһын ҡурсалаған инә ҡоштай, Сережаны йәлт иттереп үҙенә тартты, артына йәшерҙе:
-Теймәгеҙ балама! Һеҙ кем?
-Сережа, сынок… - Ҡатын иңрәүле ыңғырашты, эргәһендәге ултырғысҡа бөгөлөп төштө, йөҙөн ҡушусланы.
-Сережа беҙҙеке! Уны бер кемгә бирмәйбеҙ, ишетәһегеҙме, бирмәйбеҙ! -Мәстүрә малайҙы күтәреп алды ла илай-илай йүгерә-атлай сығып китте.
Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Беҙ, ирҙәр ҙә, ултырышып, баштарыбыҙҙы баҫтыҡ, һүҙҙе олпат ир башланы:
-Таныш булайыҡ, мине Алексей Владимирович тиҙәр, профессор. Хәйер уның бында әһәмиәте лә юҡ. Былар – ҡыҙым Людмила, кейәүем Григорий. Эш шунда, - профессор, ары нисек дауам итергә белмәгәндәй, туҡтап ҡалды, йөҙөндә уңайһыҙланыу сатҡылары күренде, - бынан һигеҙ йыл элек Людмила бала табыу йортонда сабыйын ташлап киткән ине… Ул саҡта кейәү менән өйләнешмәгәндәр ине әле, бына хәҙер ҡабаттан табыштылар, шул ташлап киткән баланы эҙләй-ҙәр. Тегендәге врачтарҙан һорашып ҡарағандар ине лә…Үткәндә улым Анатолий осраҡлы ғына һеҙгә тап булған. Эҙләп килеүебеҙҙең сәбәбе шул. Туған, әгәр яңылышмаһам, әле күргән бала минең ейәнем була, төҫө беҙҙең яҡҡа тартҡан.
-Һеҙ яңылышманығыҙ, уны Өфөнән бала табыу йортонан уллыҡҡа алдыҡ. Исемен үҙгәртмәнек, фамилияһы Яшин түгел, Яхин.
-Яшин - кейәүҙең фамилияһы.
-Тимәк, Сережа беҙҙең… - Ир тотлоҡто, «улыбыҙ» тип әйтергә батырсылыҡ итмәне. - Улай булғас, килешә алмаҫбыҙмы икән… Бала ата-әсәһе менән булырға тейештер. Хатабыҙҙы ла таныйбыҙ… - Һүҙ әйтергә уҡталғайным, ҡайҙан ул, ауыҙҙы ла астырмай - Сережаны ете йыл буйы тәрбиәләгән өсөн буш итмәбеҙ. Етерлек аҡсаһын да килтерҙек, риза бул, - ти.
Дипломатын асып өҫтәлгә ҡуйҙы.
Ҡараһам, иҫем китте, дипломаттың эсе тулы аҡса, ундайҙы төштә лә күргән юҡ, төргәктәрҙә - өр-яңы аҡсалар. Телдән ҡалдым. Ҡомһоҙлоҡтан, ымһыныуҙан түгел, ғәжәпләнеүҙән. Ауыл ерендә йылдар буйы аҡса алмайҙар, бында меңлек-тәрҙе ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып йөрөһөндәр әле!
Өндәшмәүҙе был үҙенсә ҡабул итте:
-Нимә, әҙме? Тағы өҫтәргә мөмкин.
-Юҡ. Сережаны беҙ аҡса өсөн тәрбиәләмәнек. Аҡса кәрәкмәй.
-Һеҙ аҡсанан баш тартаһығыҙмы? - Григорийҙың күҙҙәре түңәрәкләнде.-Ундай аҡсаны һеҙгә, ғүмер буйы эшләһәгеҙ ҙә, бирмәйәсәктәр!
-Бәхет аҡсаға һатылмай, иптәш.
-Сережа беҙҙең улыбыҙ, беҙҙең ҡандан яралған! Уны барыбер аласаҡбыҙ, белегеҙ уны! Законға ярашлы эш итәсәкбеҙ.
-Людмила! Аҡсағыҙҙы алығыҙ ҙа, машинала көтөгөҙ! - Профессорҙың тауышы талапсан яңғыраны.
Ишек ябылғас, Алексей Владимирович тәмәкеһен сығарҙы:
-Мин һеҙҙең аҡса алмаҫығыҙҙы алдан белгән инем. - Профессор, урынынан тороп, бүлмә буйлап йөрөп алды, бөҙрәләнеп торған ап-аҡ сәстәрен һыпырҙы, ул да тулҡынлана ине булһа кәрәк. - Григорий менән Людмила, аҡсаны күрһәләр, малайҙы һис ҡаршылыҡһыҙ биреп ебәрәсәктәр, тигән булып, юл буйы тылҡып килделәр. Аҡса ҡолдары! Йәшермәйем, аҡса күргәндә, күҙҙәрегеҙ янып һатыулаша башлаһағыҙ, миндә һеҙгә ҡарата насар фекер тыуыр ине. Молодец, улай итмәнегеҙ, ейәнемдә лә шундай сифаттар тәрбиәләгәнһегеҙҙер, тип ышанам. Мин кешенең йөҙөн уның намыҫына ҡарап баһалайым. Был сал сәсле ҡарт еңел генә профессор булып киткән тип уйлайһығыҙмы, юҡ, нужа һурпаһын күп эсел-де. Әле бына Сережа ейәнемде күрҙем дә, үткәндәрем иҫкә төштө. Сережа миңә, бала саҡтағы Алешаға ныҡ оҡшаған.
Алексей Владимировичтың маңлайындағы тәрән йыйырсыҡтар яҙылғандай булды, күҙҙәре, йылы осҡонланып, йөҙө мөләйемләнде.
«Ысынлап та йылдар һалған эҙҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, Сережаға тартҡан да баһа!.. Йәнә һаҡалтайҙы йәнәшә ҡуйғанда ла оҡшашлыҡ бар»
-Һеҙҙе күргәс тә, теге һаҡалтайға оҡшатып, сырамытҡайным, - тим.
-Анатолийҙы әйтәһәгеҙме? Заманса әрһеҙ, үткен булһа ла, күп яҡтары миңә тартҡан уның. Ә бына ҡыҙҙы тәрбиәләргә ваҡыт тапманым, кандидатлыҡ, шунан докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға иң емешле йылдарым киткәс, ҡыҙ баланы әсәһенә тапшырғайным, ҡатыным унан еңел-елпе күбәләкте әүәләп тә ҡуйҙы. Ер йөҙөндәге беренсе ҡатын Ева, йәнәһе лә, ир кешенең ҡабырғаһынан яралған, тигән ысынбарлыҡтан алыҫ бер дини гипотеза ла бар бит әле, шулай булғас миндә лә ғәйеп бар, тимәк ҡабырғам сифатһыҙ булған, руссалап әйткәндә из некачественного материала, нельзя получит добротный товар. Людмиланы уҡы-рға теләмәгән көйгә ҡолағынан һөйрәп тиерлек институтҡа кереттем, ә ул студент йылдарында уҡ бала табып, сабыйын ташлап та ҡайтты. Командировкала инем, ҡайтып, ҡатынды күндереп, бала артынан барғанда, уны алып киткән инегеҙ ине инде. Аҫырауға түгел, уллыҡҡа алған осраҡта серҙе асыу ҡәтғи тыйыла икән, вр-ачтар әйтмәнеләр. Өс йыл элек Людмила менән Григорий өйләнештеләр. Кейәү бизнес менән шөғөлләнә, сауҙа белемле, ҡыҙым да төп һөнәре уҡытыусылыҡты ташлап, иренә булыша. Ҡауыштылар ҙа ҡасандыр яҙмыш ҡосағына ташлаған балалары кәрәк булып сыҡты. Йүргәк йыуҙырып йонсотмаған, йоҡоларын бүлде-реп, маҙаһыҙламаған әҙер бала кәрәк уларға…
- Әхлаҡи яҡтан ҡарағанда балаға тулы хоҡуғығыҙ бар һеҙҙең, ә ҡыҙым менән кейәүемдең дәғүәләшергә хаҡтары юҡ. Был минең фекер, ә өйҙәгеләр, йәнә ҡоҙалар ҡуймаясаҡ… - Профессор урынынан торҙо.
-Көн кисләне, Алексей Владимирович, бәлки ҡунып китерһегеҙ?
-Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ҡуна ҡалдырмайҙар. - Ҡулымды ҡыҫты. - Һау булып тор, ҡустым, үҙең хәл ит, миңә ҡалһа, мәжбүр итергә килмәнем.