АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
18 Июня 2021, 13:22

Ҡаршы сығып ал (бишенсе киҫәк)

Магнитҡа килеп төшһәк, беҙҙе совхоз директорының «Волга» һы көтөп тора. Управляющий, ауыл Советы рәйесе, профком хужаһы ҡаршыларға килгәндәр. Алдынғы малсыларын шулай ҙурлап тороуҙары күңелгә май булып яғылды. Ҡайҙан белгәндәр тиерһең, Тишек ауыҙ управляющий һөйөнсөләп бөткәндер күрәһең. «Волга» ла кәләш менән кейәү егетенә әҙерләнгәндәй, таҫмаларға сырмалған. Ҡайттыҡ. Балаға һыйыр һөтөн йылытып имеҙлек менән эсерҙек тә йоҡларға яттыҡ. Юлдан арып ҡайтҡанғалыр, өсәүбеҙ ҙә уянмай йоҡлағанбыҙ. Иртәрәк торған Мәстүрә мине уята башланы: -Сәлимйән, тор, ятма әле бызмырҙап. Иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ, беҙгә баланы яңылыш биргәндәр бит. -Нисек яңылыш? -Йүргәген алыштырайым тиһәм, ҡулына бәйләнгән бынау ярлыҡты күреп ҡалдым. Нишләп алғас уҡ күрмәгәнбеҙҙер, ҡуй инде… -Ярлыҡҡа ни ауырлығы яҙылғандыр, йәнә номеры. Ҡала балнистарында анауынса баланы ҡайһылайтып айырмаҡ кәрәк, әсәне лә номерлайҙар, баланы ла. -Юҡ шул, исем-фамилияһын, атаһының исемен тулыһынса теркәгәндәр.- Ышанмаһаң, мына.-Ҡулыма йәшкелт төҫтәге клеенка киҫәге килтереп тотторҙо. Ҡараһам, ысынлап та,Яшин Сергей Григорьевич тип яҙылған. -Ҡабул иткәнемдә күберәк һине алып йөрөгәндәр ине түгелме, милләтен әйтмәнеләрме ни? -Әйтеүсе булманы һымаҡ, әллә алабарманланып ишетмәнемме. Урыҫ балаһын тоттороп ҡайтарғандар, нимә эшләйбеҙ, атаһы? «Атаһы» һүҙен Мәстүрәнең тәүге тапҡыр ҡулланыуы ине. Күренеп тора, ҡатыным бала яғында, һуңынан тағы аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын тип, иренән генә түгел, баланың атаһы итеп кәңәш һорай. -Бына нимә, Мәстүрә, - ҡәтғи ҡарарға киләм, - баланың бында ни ғәйебе, улар бөтәһе лә бер. Алғас, ул - беҙҙең бала. -Йомала, мулла саҡыртып, исем ататырбыҙ, тигән, инем, балаға кем тип ҡушабыҙ, әләйгәс? -Фамилияһы беҙҙеке һымаҡ бит, Яшин урынына Яхин, тип яҙҙырырбыҙ, исеме үҙгәрмәҫ, атаһының исеме Сәлимйән улы була. Тиҙҙән беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынау башланды. Шулай тип әйтәм, сөнки күкрәк һөтөн иммәй үҫтергән баланың ауырлыҡтарын елкәләрендә татып ҡарағандар ғына аңлай. Һыйыр һөтө бармағас кәзә һөтөн табып шуны имеҙә башланыҡ, бында ла әле үҙ ауырлығы – баланың эсе ҡата ла китә, шунан оло ярауға бара алмағас иларға тотона. Хәйер, илауға килгәндә өс ай туҡтамай буҙланы инде инде. Ҡан-йән биргән ата-әсәһен таптырҙымы, әллә беҙҙең мөхиткә ерһенергә теләмәнеме, билдәһеҙ. Ҡулға күтәрһәк бер аҙ тынысланғандай итә лә түшәккә һалыуыбыҙ була тызылдарға тотона. Баланы сиратлап күтәреп йөрөп төн уҙғарабыҙ. Тағы шуныһы - өс ай үткәс, илауҙан шып туҡта-ны ла ҡуйҙы, һин дә мин ауырлыҡ йыя башланы, кәүҙәһе лә үҙе ишеләрҙән һис тә ҡалышмай. Шунан уны өҙлөкһөҙ кәзә һөтөндә тотоу мөмкин дә түгел, шуға ҡиммәтле балалар аҙығы эҙләп Магнитҡа, Өфөгә сығып китәм, ике яҡ ҡулымда саҡ күтәреп, арҡама артмаҡлап ҡайтып инәм. Баланы тыуҙырған әсә түгел, тәрби-әләгән әсә, тип дөрөҫ әйткәндәр. Нисек кенә булһа ла, өйөбөҙгә йәм өҫтәлде, татлы ла, ғазаплы ла булған ата-әсә ғәменә мәшғүлләнеп, күмелеп йәшәй башланыҡ. Өйҙәге һөйләшеү ҙә бала тирәһенән ары китмәй, ауыҙында күренгән һәр теше өсөн ҡыуанабыҙ, тәүге өндәре йыр булып ишетелә. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит, малай бик зирәк булып үҫте, йәше тулыр-тулмаҫтан атлай башланы, иртә теле асылды. Әсәһенә эйәреп йөрөп, мәктәп менән таныш булғас, алты йәшенән уҡырға төштө. Мәктәпкә бармаҫ элек үк әлифбаны һин дә мин уҡыны. Быйыл икенсе синыфты бөттө. Бер тартырлыҡ булды, Айҙар, әйҙә. Сәлимйән урынынан торҙо. Тамбурға сыҡҡас, әңгәмәнең ағышын боҙорға телә-мәгәндәй, тын торҙоҡ. Тәмәке тоҡандырҙым, юлдашым төрөпкәһен тултыра башланы. -Ямғыр туҡтаны, буғай. - Сәлимйән, тыңлап, шулай тине -Көн аяҙытыуғалыр, ана, таң ойотҡоһо ла баҙыҡ күренә. Икебеҙ ҙә әле ҡараңғы булһа ла тойомлана башлаған офоҡҡа төбәлдек. -Көндәрҙең ямғырлы булыуына зарланһаҡ та, быйыл май башында аҙна самаһы арыу торған ине бит, шул осор Сережа, балыҡҡа барайыҡ, тип ҡыр быуынға төштө. Мәстүрә лә, көтөүгә сыҡҡансы ял итеп кил, юғиһә көҙ еткәнсе мал ар-тынан йөрөп, ваҡытың булмай торған, тип, малайҙың ыңғайына һыпыра. Көнө буйы мотоциклды ҡараштырып алдым да, кәрәк-яраҡты әҙерләп, алыҫҡараҡ булһа ла Урал йылғаһына киттек. Көн тымыҡ, аяҙ. Йылға әле ярҙарына ҡайтмаған, болғансыҡ һыуын күбекләнде-реп, шаулап-гөрләп алҡынып ята. Балыҡ тигәнебеҙ ҙә, ваҡ-төйәк, ташбаш ҡаба шунда. Улары ла Сережа өсөн оло ҡыуаныс. Төшкә ҡарай усаҡ яғып, сәй ҡайнатып ебәрҙек, тотҡан балыҡты таҙартып, бәләкәй һауытҡа һалып, һурпа бешерергә элдек. Шул мәл, ҡараһаҡ, йылға буйлап туристар аға. Өс кәмәлә киләләр. Сережа, ҡулын болғап, ҡысҡыра башламаһынмы: -Эй, ағайҙар, һурпа беште, килегеҙ! Алдағылары көлөшә-көлөшә үтеп киттеләр, арттағы кәмә боролдо бит. Быларҙың берәүһе, мыҡты кәүҙәле һаҡалтай, икенсеһе оҙон буйлы йәш кеше. -Был йомарт малай беҙҙе һурпаға саҡырҙы бит әле. Танышайыҡ, Анатол-ий ағай, тиҙәр мине. Һинекесе? - Һаҡалтай урыҫ булһа ла, апаруҡ ҡына башҡортса һупалай. -Сережа Яхин. -Сережа Яшин, тиһеңме? - Һаҡалтай ҡабатлап һораны, аптырауы йөҙөнә сыҡты, бер миңә, бер улыма ҡарай. Был бик тишеп текәлә башлағас, сыҙаманым, әйттем: -Сережа, бар әле, ҡармаҡтарға балыҡ эләкмәнеме икән, ҡарап кил. Һаҡалтай башҡаса өндәшмәне, тәмәкеһен тартып бөттө лә, иптәшен эйәртеп, кәмәгә китте. Ниҙер хәтерләгәндәй, кире боролдо: -Ағай, беҙ ошо арала был тирәгә тағы ла киләбеҙ. Эштәребеҙ бөтмәне әле. Юлда төрлө хәлдәр була, ә тоҫҡап барырлыҡ таныштар юҡ. Адресығыҙҙы бирә алмаҫһығыҙ микән? Мин, алйот, тот та тулы адресты, исем-шәрифте әйт, эстә мәкер-хәйлә булмағас. Һаҡалтай ҡабат-ҡабат һорап яҙып алды. (Дауамы бар)

Магнитҡа килеп төшһәк, беҙҙе совхоз директорының «Волга» һы көтөп тора. Управляющий, ауыл Советы рәйесе, профком хужаһы ҡаршыларға килгәндәр. Алдынғы малсыларын шулай ҙурлап тороуҙары күңелгә май булып яғылды. Ҡайҙан белгәндәр тиерһең, Тишек ауыҙ управляющий һөйөнсөләп бөткәндер күрәһең. «Волга» ла кәләш менән кейәү егетенә әҙерләнгәндәй, таҫмаларға сырмалған.
Ҡайттыҡ. Балаға һыйыр һөтөн йылытып имеҙлек менән эсерҙек тә йоҡларға яттыҡ. Юлдан арып ҡайтҡанғалыр, өсәүбеҙ ҙә уянмай йоҡлағанбыҙ. Иртәрәк торған Мәстүрә мине уята башланы:
-Сәлимйән, тор, ятма әле бызмырҙап. Иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ, беҙгә баланы яңылыш биргәндәр бит.
-Нисек яңылыш?
-Йүргәген алыштырайым тиһәм, ҡулына бәйләнгән бынау ярлыҡты күреп ҡалдым. Нишләп алғас уҡ күрмәгәнбеҙҙер, ҡуй инде…
-Ярлыҡҡа ни ауырлығы яҙылғандыр, йәнә номеры. Ҡала балнистарында анауынса баланы ҡайһылайтып айырмаҡ кәрәк, әсәне лә номерлайҙар, баланы ла.
-Юҡ шул, исем-фамилияһын, атаһының исемен тулыһынса теркәгәндәр.- Ышанмаһаң, мына.-Ҡулыма йәшкелт төҫтәге клеенка киҫәге килтереп тотторҙо.
Ҡараһам, ысынлап та,Яшин Сергей Григорьевич тип яҙылған.
-Ҡабул иткәнемдә күберәк һине алып йөрөгәндәр ине түгелме, милләтен әйтмәнеләрме ни?
-Әйтеүсе булманы һымаҡ, әллә алабарманланып ишетмәнемме. Урыҫ балаһын тоттороп ҡайтарғандар, нимә эшләйбеҙ, атаһы?
«Атаһы» һүҙен Мәстүрәнең тәүге тапҡыр ҡулланыуы ине. Күренеп тора, ҡатыным бала яғында, һуңынан тағы аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын тип, иренән генә түгел, баланың атаһы итеп кәңәш һорай.
-Бына нимә, Мәстүрә, - ҡәтғи ҡарарға киләм, - баланың бында ни ғәйебе, улар бөтәһе лә бер. Алғас, ул - беҙҙең бала.
-Йомала, мулла саҡыртып, исем ататырбыҙ, тигән, инем, балаға кем тип ҡушабыҙ, әләйгәс?
-Фамилияһы беҙҙеке һымаҡ бит, Яшин урынына Яхин, тип яҙҙырырбыҙ, исеме үҙгәрмәҫ, атаһының исеме Сәлимйән улы була.
Тиҙҙән беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынау башланды. Шулай тип әйтәм, сөнки күкрәк һөтөн иммәй үҫтергән баланың ауырлыҡтарын елкәләрендә татып ҡарағандар ғына аңлай. Һыйыр һөтө бармағас кәзә һөтөн табып шуны имеҙә башланыҡ, бында ла әле үҙ ауырлығы – баланың эсе ҡата ла китә, шунан оло ярауға бара алмағас иларға тотона. Хәйер, илауға килгәндә өс ай туҡтамай буҙланы инде инде. Ҡан-йән биргән ата-әсәһен таптырҙымы, әллә беҙҙең мөхиткә ерһенергә теләмәнеме, билдәһеҙ. Ҡулға күтәрһәк бер аҙ тынысланғандай итә лә түшәккә һалыуыбыҙ була тызылдарға тотона. Баланы сиратлап күтәреп йөрөп төн уҙғарабыҙ. Тағы шуныһы - өс ай үткәс, илауҙан шып туҡта-ны ла ҡуйҙы, һин дә мин ауырлыҡ йыя башланы, кәүҙәһе лә үҙе ишеләрҙән һис тә ҡалышмай. Шунан уны өҙлөкһөҙ кәзә һөтөндә тотоу мөмкин дә түгел, шуға ҡиммәтле балалар аҙығы эҙләп Магнитҡа, Өфөгә сығып китәм, ике яҡ ҡулымда саҡ күтәреп, арҡама артмаҡлап ҡайтып инәм. Баланы тыуҙырған әсә түгел, тәрби-әләгән әсә, тип дөрөҫ әйткәндәр. Нисек кенә булһа ла, өйөбөҙгә йәм өҫтәлде, татлы ла, ғазаплы ла булған ата-әсә ғәменә мәшғүлләнеп, күмелеп йәшәй башланыҡ. Өйҙәге һөйләшеү ҙә бала тирәһенән ары китмәй, ауыҙында күренгән һәр теше өсөн ҡыуанабыҙ, тәүге өндәре йыр булып ишетелә. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит, малай бик зирәк булып үҫте, йәше тулыр-тулмаҫтан атлай башланы, иртә теле асылды. Әсәһенә эйәреп йөрөп, мәктәп менән таныш булғас, алты йәшенән уҡырға төштө. Мәктәпкә бармаҫ элек үк әлифбаны һин дә мин уҡыны. Быйыл икенсе синыфты бөттө. Бер тартырлыҡ булды, Айҙар, әйҙә.
Сәлимйән урынынан торҙо. Тамбурға сыҡҡас, әңгәмәнең ағышын боҙорға телә-мәгәндәй, тын торҙоҡ. Тәмәке тоҡандырҙым, юлдашым төрөпкәһен тултыра башланы.
-Ямғыр туҡтаны, буғай. - Сәлимйән, тыңлап, шулай тине
-Көн аяҙытыуғалыр, ана, таң ойотҡоһо ла баҙыҡ күренә. Икебеҙ ҙә әле ҡараңғы булһа ла тойомлана башлаған офоҡҡа төбәлдек.
-Көндәрҙең ямғырлы булыуына зарланһаҡ та, быйыл май башында аҙна самаһы арыу торған ине бит, шул осор Сережа, балыҡҡа барайыҡ, тип ҡыр быуынға төштө. Мәстүрә лә, көтөүгә сыҡҡансы ял итеп кил, юғиһә көҙ еткәнсе мал ар-тынан йөрөп, ваҡытың булмай торған, тип, малайҙың ыңғайына һыпыра. Көнө буйы мотоциклды ҡараштырып алдым да, кәрәк-яраҡты әҙерләп, алыҫҡараҡ булһа ла Урал йылғаһына киттек.
Көн тымыҡ, аяҙ. Йылға әле ярҙарына ҡайтмаған, болғансыҡ һыуын күбекләнде-
реп, шаулап-гөрләп алҡынып ята. Балыҡ тигәнебеҙ ҙә, ваҡ-төйәк, ташбаш ҡаба шунда. Улары ла Сережа өсөн оло ҡыуаныс. Төшкә ҡарай усаҡ яғып, сәй ҡайнатып ебәрҙек, тотҡан балыҡты таҙартып, бәләкәй һауытҡа һалып, һурпа бешерергә элдек. Шул мәл, ҡараһаҡ, йылға буйлап туристар аға. Өс кәмәлә киләләр. Сережа, ҡулын болғап, ҡысҡыра башламаһынмы:
-Эй, ағайҙар, һурпа беште, килегеҙ!
Алдағылары көлөшә-көлөшә үтеп киттеләр, арттағы кәмә боролдо бит. Быларҙың берәүһе, мыҡты кәүҙәле һаҡалтай, икенсеһе оҙон буйлы йәш кеше.
-Был йомарт малай беҙҙе һурпаға саҡырҙы бит әле. Танышайыҡ, Анатол-ий ағай, тиҙәр мине. Һинекесе? - Һаҡалтай урыҫ булһа ла, апаруҡ ҡына башҡортса һупалай.
-Сережа Яхин.
-Сережа Яшин, тиһеңме? - Һаҡалтай ҡабатлап һораны, аптырауы йөҙөнә сыҡты, бер миңә, бер улыма ҡарай.
Был бик тишеп текәлә башлағас, сыҙаманым, әйттем:
-Сережа, бар әле, ҡармаҡтарға балыҡ эләкмәнеме икән, ҡарап кил.
Һаҡалтай башҡаса өндәшмәне, тәмәкеһен тартып бөттө лә, иптәшен эйәртеп, кәмәгә китте. Ниҙер хәтерләгәндәй, кире боролдо:
-Ағай, беҙ ошо арала был тирәгә тағы ла киләбеҙ. Эштәребеҙ бөтмәне әле. Юлда төрлө хәлдәр була, ә тоҫҡап барырлыҡ таныштар юҡ. Адресығыҙҙы бирә алмаҫһығыҙ микән?
Мин, алйот, тот та тулы адресты, исем-шәрифте әйт, эстә мәкер-хәйлә булмағас. Һаҡалтай ҡабат-ҡабат һорап яҙып алды.
(Дауамы бар)
Читайте нас