Мөхәррир һүҙе
18 Июнь 2021, 04:37

Аҡ халатлылар

Медицина хеҙмәткәре булыу - ул һөнәр генә түгел, маңлайға яҙған яҙмыштыр ҙа. Шул маңлайҙарына яҙған яҙмышлыларҙы ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Матур эшләгеҙ, ауырыуҙарҙы түгел, кешене дауалағыҙ, ғаиләгеҙ имен-аман булһын, иң мөһиме – халатығыҙ бысранмаһын, тапланмаһын, шул иҫәптән күңелегеҙ ҙә.

Ошо ялда медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Иртә менән ғаиләм ошо көн уңайынан ҡотлап бүләкләп ташланылар. Иҫәпләй китһәң, миңә ҡағылышлы тантаналар ғәләмәт күп ул, әйҙә, рәхәтләнеп көн һайын байрам итеп тик йөрө! Ғәҙәттә туғандарым мине ике һөнәри дата уңайынан ҡотлай – медицина хеҙмәткәрҙәре һәм сик һаҡсылары көнө.
Медицина, тигәндәй, өләсәйем беҙҙең төпкөлдә билдәле кендек әбейе ине, тотош ауыл халҡы уны “әсәй” тип атап йөрөттө, өшкөрөм-төкөрөмө үтә килеште, апайым ғүмере буйы Иҫәнғол район дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләне, мин дә тәү башта шул юлды һайлағайным. Шулай булғас мин имселәр тоҡомонан.
Сибай үҙәк дауаханаһында тәү тапҡыр практика үткәнем хәтерҙә. Ныҡ тулҡынланып, Йыһанға осҡандай албырғай биреп барҙым. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне – бер шприц бер үк энә менән ун ауырыуға теҙәктән укол ҡаҙап ташлағанмын икән, ҡәһәрең. Практика етәксеһе белеп ҡалып, пациенттарҙы йыйып алып оло ғауға ҡуптарҙы. Араларындағы бик етди ағай былай тине: “Ҡаҙаһа ни, бер ни ҙә булманы ла баһа, донъя ла түңкәрелмәне. Әйтер инем, был егеттең ҡулы йомшаҡ, ҡулы еңел, ызнашит һәйбәт эшләйәсәк киләсәктә!” Башҡалар ҙа шуны тыҡый – ҡулы еңел, ҡулы йылы, ҡулы килешә. Тауышҡа ҡуйып ыңғай ҡарар сығарып практиканан миңә “бишле” ҡуйыуҙы талап иттеләр. Ҡәтғи рәүештә талап иттеләр. Практика етәксеһе һис тә бирешергә теләмәй: “Ашыҡмай торайыҡ, укол урындарығыҙ шешмәһә тейешле билдәне ҡуям, ә былай юҡ!” Исмаһам береһенең шешкән ере булһасы! Шунан һуң практикаға барған һайын минән укол ҡаҙатырға оҙон сират теҙелә ине. Ә унан һуң әллә күпме хәтәр хәлдәргә тарыным, кешеләрҙе үлемдән йолоп алып ҡалдым, кендек бабайы ла булырға тура килде. Хәҙер ҙә дауа эштәре менән шөғөлләнәм. Ҡулың йылы, ҡулың килешә, һиҙгерһең, тип миңә бик йыш мөрәжәғәт итәләр. Медицина хеҙмәткәре булыу - ул һөнәр генә түгел, маңлайға яҙған яҙмыштыр ҙа. Шул маңлайҙарына яҙған яҙмышлыларҙы ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Матур эшләгеҙ, ауырыуҙарҙы түгел, кешене дауалағыҙ, ғаиләгеҙ имен-аман булһын, иң мөһиме – халатығыҙ бысранмаһын, тапланмаһын, шул иҫәптән күңелегеҙ ҙә.
Читайте нас