Һүҙ өҙөлдө. Икебеҙ ҙә вагон стенаһында тыптырҙап бейегән ямғыр тауышын тыңлап бара башланыҡ. Ауылдар, йыш осраған бәләкәй туҡталыштар һирәгәйҙе, поезд, һынын турайтып, тиҙлеген арттырҙы. Тәҙрәнән үтә тишеп, ҡараңғылыҡ төксәйгән. Тәмәкеләрҙе тартып бөтөрҙөк.
- Йоҡлайыҡ, булмаһа, - Сәлимйән шулай тине.
Инеп урыныма, икенсе ярусҡа үрмәләнем. Ҡулдарҙы баш аҫтына ҡуйып, салҡан ятам. Тиҙ генә йоҡлап китерлек түгел. Сәлимйән малайы эргәһенә ултырҙы, уның яртылаш иҙәнгә төшкән одеялын ҡалҡытып япты:
- Асынып йоҡларға ярата. Төндә әллә нисә тапҡыр тороп ҡарайбыҙ.
- Уларҙың бөтәһе лә шул инде ул.
- Берәү. Баш бала ла, кинйәһе лә.
- Эйе. Уныһын да ҡоҙоҡтан алдыҡ.
- Китсе, - Сәлимйән бот сапты. - Беҙҙеке лә торна килтергән бала.
Тағы тынлыҡ. Мин әйләнеп-тулғанып ята бирәм, Сәлимйән, урынына ятып, йоҡлап китте шикелле.
Туҡ-туҡҡҡ… Туҡ- туҡҡҡ. Поезд, таныш саҡрымдарын һанап, бара бирә. Осһоҙ- ҡырыйһыҙ юлдар. Юлдар өҙөлмәй, береһе икенсеһенә ялғанып, мәңгелеккә ынтылып, тәгәрәй бирә.
Дөрөҫ әйткәндәр, ерҙә йәшәү дауам итһен өсөн һәр кем үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға һәм бала тәрбиәләргә бурыслы… Эргәмдә ятҡан Сәлимйән кеүек, сөнки ул малай үҫтерә…
- Айҙар, ә, Айҙар?! Йоҡламайһыңдыр бит? - Сәлимйән ингәндән алып тәүге тапҡыр исемемде әйтеп өндәште.
- Юҡ шул. Ҡатынды ҡосаҡлап йоҡлап өйрәнгәнмен дә, түшәк һалҡын. Шуға фәлсәфәгә бирелеп ятыла. - Шаярып өндәштем.
Сәлимйән тороп уҡ ултырҙы, муйынын юғарыға һондо:
- Барыбер йоҡлап булмай, төтәтеп алайыҡмы тағы?
- Яңы ғына тарттыҡ та инде. Һинең төтөндән әле булһа ла күҙҙәр әсеттереп тора. Теге шешә күңелде аҙҙырып ята, булмаһа, башына етәйек шуның.
Юлдашым, икеләнгәндәй итте лә, ҡул һелтәне:
Вагондың былай ҙа ҡойто уты тағы ла кәметелгәнгә күрә, баш осондағы йызлаған һүрән яҡтылыҡ эргәңдәген танырлыҡ ҡына. Төртәләнеп, ҡабырлыҡ ризыҡ сығарҙыҡ, һыйымды өҫтәлгә ҡуйҙым.
Стакандарға эсемлек тамыҙҙым. Сәкәштерҙек. Сәлимйән өлөшөн ҡомһоҙланмай йотто, сытырайҙы, ризыҡҡа үрелде.
Тағы берәрҙе тоттоҡ. Әҙерәк тын ултырғас, Сәлимйән һорап ҡуйҙы:
- Минең өҙөк-йыртыҡ һөйләүемдең айышына төшөнөрлөк түгел шикелле, шулаймы? Башлайым да ташлайым, унан-бынан тотоп һөйләйем.
- Яҙмыш тигәнең һыпра һөйләрлек шыма булмай бит.
- Ауыҙ тултырып һөйләрлек, тел шартлатып тыңларлыҡ йәшәлмәне былай. Тағы аҙым һайын баштан үткәнде бәйән итә торған ғәҙәтем дә юҡ. Бөгөн күктең етенсе ҡатына баҫып ҡыуанып, йөрәкһеп ҡайтып килеүем. Шатлығым эсемә һыймай, тышҡа урғыла. Һөйләмәй әмәлем юҡ. Өҫтәүенә юл да оҙон, таңға саҡлы бәүелергә. - Һыйлағанда һыу булһа ла эс, тигәндәй, әҙәп өсөн генә тотоп ултырыуым. Саманан арттырмайыҡ.
Сәлимйән, ситкәрәк шылып ултырып, ҡайҡая биреберәк, ҡулдарын ҡаушарҙы, мин дә өҫтәлгә терһәкләнеп, сикәләрем-де услап, тыңларға йыйындым.
- Әбйәлилдән мин. Ташкисеүҙән.
Атай нигеҙе лә шул ауылда, үҙем дә шунда төпләндем. Уҡыуға килгәндә, ыр-атып булманы, уртансылар рәтендә мәктә-пте осланым да, фермаға мал ҡарарға сыҡтым да ҡуйҙым, йәйге осор ауыл малын көтәм. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, ҡатындың да белеме урта. Махсус курс бөтөрһә лә, ҡатынды мәктәп директоры тотоп килә килеүен. Хоҙай тәғәлә биргән һә-ләттер инде, эшен белеп, еренә еткереп башҡара, үҙен балалар ҙа ярата, коллективта ла хөрмәт итәләр.
Сәлимйән артабан, һөйләр хикәйәһен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй, өтөрөй сәсен ыуып ултырҙы ла дауам итте:
- Яйы сыҡһа ла, өйләнмәй һуҙып, ҡарт егеткә ҡалып, байтаҡ йөрөп ташлан-ды тинем бит әле. Атай ҡарт донъя ҡуйғас, әсәй биреште, ҡарыуы тиҙ ҡайтты, өҙ-лөкһөҙ, өйлән, тип мыжый, ә мин, һылтауын табып, йөрөй бирәм. Мәленән һуңға ҡалғас, ни хәл итмәк кәрәк. Һайланаһың әле, төҫө оҡшаһа, ҡылығы күңелгә ятмай, йә киреһенсә. Былай ҡыҙҙар араһында абруй булманы түгел, булды. Аңламаҫһың, эргәләрендә кәртинкә һымаҡ егеттәр бөтөрөлә, ә ҡыҙҙар миңә ҡарай. Сәскәнән сәскәгә ҡунған күбәләктәй йәшәлде. Йөрәк янмай ҙа, ярһымай ҙа.
Бер мәл күрше егет өйләнде, туйына саҡырҙы. Киттек. Бөрйәнгә. Барыу менән, күҙем урта буйлы ҡараҡай ғына ҡыҙға тө-штө. Төҫө лә, иҫ китмәле булмаһа ла, һөйкөмлө генә. Ябай итеп кейенгән, бит-йөҙөнә лә буяҡ яҡмаған. Үҙен тыйнаҡ, тәбиғи тота. Тән зымбырҙап китте, йөрәк тетрәне: ошо йәшемә саҡлы уны ғына эҙләп, ҡаңғырып йөрөгәнемде тойомланым. Туй ҡа-йғыһы китте, күҙ алдымда бары ул ғына: бейейме, йырлаймы, сылтыратып көлөп ебәрәме - һәр хәрәкәтен, ым-ишараһын аулайым, үҙенә яҡынлау ҡайҙа, юғалдым да ҡалдым. Шымарған, әрһеҙ танышыу алымдарым юҡҡа сыҡты. Бәхетемә күрә, ҡыҙ кәләште оҙатышырға беҙҙең ауылға килде. Шунда бер-беребеҙгә яҡынайып киттек, тағы әҙерәктән өйләнешергә булдыҡ. Көҙгә, мал ҡураға ингәс, гөрләтеп туй яһаныҡ. Етмеште үткән әсәйемдең ҡулынан йорт мәшәҡәттәре төштө, башҡа әбейҙәр-гә оҡшатып, яулығын яҙып ябынып, ирәйеп түргә менеп ултырҙы. Һүҙ ҙә юҡ, килене менән килешеп йәшәнеләр, Мәст-үрәне үҙ балаһылай ҡабул итте. Тик килен йомошап, рәхәтләнеп йәшәргә яҙманы уға, ауыр тупрағы еңел булһын. Ә минең донъя, өйләнгәс, яйға һалынды. Тынысландым. Өйҙә һауыт-һаба шылтыраманы. Һөйөүгә ҡоролған ғаиләлә талаштың, шау-шыуҙың булыуы мөмкинме һуң? Дөрөҫ, бер осор арабыҙ һыуына биреп тә ҡуйғайны. Сәбәбе - балабыҙ булманы. Табиптар ҡәтғи рәү-ештә Мәстүрәгә бала табырға ҡушманылар. Йөрәге шәптән түгел уның. Теләгәс, самалап та ҡарағайныҡ. Ҡайҙа инде, Өфөгә апарып, саҡ ҡотҡарып ҡалдылар.