Яратмайым ошо ҡала тормошон. Уның тынмаҫ шау-шыуынан, таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп, күҙҙәрҙе йыб-ырлатҡан ығы-зығыһынан тиҙ арыйым. Шуға, килһәм, йомошомдо йомошлай һалам да тиҙерәк ҡайтыу әмәлен кү-рәм. Был юлы ла Өфөгә иртәнге поезд менән килгәйнем, сабыулап йөрөп, эшләйһе эштәремде бөтөрә һалдым да кире вокзалға төш-төм.
Көн дә бигерәк йонсоу. Шымшырыҡлап ямғыр һибәләй. Ауылда ла ямғыр, бында ла ямғыр, күктең төбө тишелгәндер, билләһи! Ағас йорттарҙың бүрәнәләрен бүртендереп, таштан һалынғандарҙың стеналарын йыуып, ҡотһоҙлап бөтөрҙө был быҫҡаҡ. Тегендә аяҡ аҫтындағы мәте итектәргә һылашып маҙаһыҙлай, бында асфальтҡа күләүекләнеп һыу йыйыла. Уларҙы унда-бында елдергән эреле-ваҡлы машиналар өҙлөкһөҙ шаптырҙатып һауаға сөйә, юл ситенә теҙелгән йүкәләрҙе бысраҡ һыуға ҡойондора. Ағастарҙың ҡарағусҡыл йәшел япраҡтары урыны-урыны менән төҫһөҙләнеп, ҡойтоланып ҡалғандар. Бөтә донья күшегә,еүешләнгән тән өшөй, ҡотһоҙ һоро күренештән йән өшөй. Оҙон ҡыштан һуң көтөп алған, яҙ илап-һыҡтап, ҡуйы томанға төрөнөп уҙғайны, инде июнь уртаһы һалҡын ямғырын иләп, тиҫкәреләнеп торһон әле!
Селәүсендәй һуҙылған сиратта тороп, этелә-төртөлә билет һатып алдым да тимер юл вокзалының икенсе ҡатына күтәр-елдем. Был тиклем дә халыҡ күп булыр икән: ҡайһыныһы ултырған, ҡайһыныһы баҫып тора, бәғзеләре стена ҡырлатып ау-шайғандар, ҡалғандары хәрәкәттә - ем эҙләп төртәләнгән селбәрәләр өйөрөләй унда-бында һуғылып йөрөп ятҡан көндәре. Мин дә ҡаршы яҡтағы тәҙрә эргәһенә барып баҫҡайным, үткән-һүткәндәр, тейеп үтеп, теңкәгә тейә башлағастары, мөйөш-кәрәк шылып, тамсылар һарҡҡан ҡалын быяла аша тышҡа төбәлдем.
Өҫкә емерелергә торған ҡурғаш болоттарҙан тағатылғандай, эңер тиҙ төштө. Хәйер, күптән ваҡыт, ҡышҡыһын был мәл төн уртаһы булып иҫәпләнә. Һәм-мәһе лә бағаналарҙан төшкән яҡтылыҡ хакимлығында ҡалды. Уныһы ла һап-һары. Сырхау төҫ. Өҫтәрәк, тау битләүенә ҡунған ҡатлы йорттарҙа, уттар ҡабына башланы. Кәрәҙҙәй бихисап тәҙрәләр нур нөктә-ләр иҫәбенә үҫте, ҙурайҙы. Бүлмәләренә ут алғандар үҙ хәстәрҙәренә, йорт мәшәҡәттәренә сумды. Һәр фатир-үҙе айырым донъя. Тик шуныһы, уларҙы бер генә нәмә - дөйөм ҡыйыҡ берләштерә. Башҡа уртаҡлыҡтары юҡ. Был ҡала һинеке лә, минеке лә һәм… бер кемдеке лә түгел. Дөйөм ҡала. Бер-береһенең барлығын, йәшәйешен белергә лә теләмәгән, ҡырҡ ата балаһын йыйған битараф ҡала. Иртәгә анау йорттоң был осонда матәм көйө ишетелһә, икенсе осонда шул уҡ мәлдә туй үткәреп, тип-тереүҙәре ихтимал. Бәхәсһеҙ, һуңғы юлға оҙатыу, ғаилә ҡороу яҙмыш эше, кемдең ҡасан туй үткәререн, кемдең ҡасан һуңғы һулышын алырын ҡалайтып алдан күҙалламаҡ кәрәк. Әммә шул ваҡытта ябай ғына әҙәп ҡағиҙәләре үтәлмәйәсәк. Ә улар бит иң әүәл кешеләр, бер ҡыйыҡ аҫтында көн иткән кешеләр…
- Ауылда ни, яңылыш сәселгән мунсаҡтар ише айырымланып йәшәп ятһалар ҙа, бер-береһе тураһында энәһенән-еб-енә ҡәҙәр белеп торалар, шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла, ейер ризыҡтары ла уртаҡ. Нимә берләштерә һуң уларҙы? Моғай-ын, һыу алған инеш, эшкә киткән, эштән ҡайтҡан, көтөүгә мал ҡыуған урам, бергә тир түккән ҡыр-туғайҙар, баҫыуҙар яҡын-айта, туғанлаштыра торғандыр. Ана шул айырым төшөнсәләр тәрән мәғәнәле атамаға уҡмаша - тыуған тупраҡ. Үҙенең ябай-лығы,сафлығы, ҡырыҫ матурлығына арбап, саҡырып тороусы, кендектәй барыһын йыйып, төйнәүсе йәнтөйәк. Унда бөтәһе-нә ауылса итеп: «Һаумы!» - тип өндәшергә мөмкин, ҡалалағы ише сирылтып, йөҙ бормай ихлас сәләмләйәсәктәр, итек ҡун-ысындай малайҙарына саҡлы кәпәстәрен һалып иҫәнләшәсәктәр, ҡалын урмандар, мәғрүр ҡаялы тауҙарыңа ҡәҙәр сәләмең-де элеп алып, бар тирә-яҡҡа таратып, һөйөнсөләргә әҙер. Идиллия!..
Ә бында ни… Хатта һулар һауаһынан да ҡаҙна еҫе килә. Уға тәмәке төтөнө, һауыт-һаба шалтыраған ашхана яғынан килгән кәбеҫтә һурпаһы, асылып-ябылып торған бәҙрәф ишегенән борхоған хлорка, һыҡра, эргәләге ултырғыста ҡырын тө-шөп йоҡлап ятҡан уҫлаптай кәүҙәле әҙәмдең аяғынан таралған тир еҫе ҡушылған. Ауыр. Әлһерәтә. Ярға ырғытылған балыҡ-тай, ауыҙ үҙенән үҙе асыла, маңлайға һалҡын тир бәреп сыға.
Куртка яғаһын ҡалҡытып, боҫорға теләгәндәй, муйынымды эскә тартам, ҡулдарҙы кеҫәгә йәшерәм.
«Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем…»
Радиоприемник йә магнитофон, тиер инең, йыр яҡында ғына ишетелә. Тауышы моңло ғына булһа ла, тоноҡ, әртис-тәрҙекенән күпкә ҡайтыш. Китсе, кемеһе улай, ауыҙ күтәреп, йырлап ултыра тағы?
Магнитҡа тартылған тимер киҫәгеләй, йыр килгән яҡҡа ынтылдым. Урта төштәге ултырғыстарҙың береһенең ситенә ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы ир ҡыҫылған, уң яғына һыйынып, һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле ете-һигеҙ йәшлек малай ултыр-ған. Мосолман балаһы ул тиклем дә һарынан бөтмәҫ, урыҫ балаһылыр. Улай тиер инең, йотлоғоп, инерҙәй булып йырлап ултырыусының ауыҙына төбәлгән. Оҙон көйҙәрҙе ишетеп үҫкән балаға оҡшаған. Йәнә һул яғындағы сал сәсле, олпат кәүҙә-ле, бар булмышына зыялылыҡ һеңгән ир ҙә йә юлдаш, йә оҙатыусылыр, уның да аҡыллы ҡарашы был икәүҙә.