Ҡайтып ел уйнаған өйөндә мейес яғып ебәрҙе, плитәгә ҡайнатырға сәйнүк ҡуйҙы. Бөгөнгә тәғәмләнергә була: әсәһенең килененән йәшереп биргән ярты йомғаҡ майы, бер түтәрәм икмәк бар. Ҡаралай сәйгә ҡушып тамаҡ ялғарға мөмкин.
Майлы өҫ кейемен систе лә иҫке генә булһа ла спорт костюмын кейеп алды, еңел быймаһын ҡатты. Ҡулына әҙәби китап эләктереп карауатына ятырға ғына ит-кәйне ишек ҡаҡтылар.
Синыфташы Хәмит икән. Ул ныҡ иҫерек ине. Уҫлаптай кәүҙәһен көскә ҡыймылдатып болғаңлай-болғаңлай килеп өҫтәл артына ултырҙы ла терһәкләнеп, насар ҡырылған сикәһен услап, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған шешмәк, ситтәренә эрен уҡмашҡан күҙҙәрен дуҫына төбәне.
- Эштә булдым. Шунан ҡустыларға һуғылып әсәйҙең хәлен белдем.
- Эштә… Беләм мин һине. Бая управ Искәндәрҙең өйөнән сығып килгәнеңде һиҙемләнем. Һаман да шул Әлфиә тип янаһыңмы? Онот уны, кеше бисәһе бит ул, иртәгә лә, иртәнән һуңға ла, унан ары ла ят ҡосаҡта ятасаҡ, башҡаны иркәләйәсәк зат ул, бер нимә лә үҙгәрмәй һәм үҙгәрмәйәсәк тә…Ҡыҫыр хыял артынан сап-ҡан шыр тиле, дүрәк, бына һин кем!
- Хоҙай Тәғәлә шулайтып яратҡас ҡайһылай итәйем. - Ғилмандың тамсы ла иҫе китмәне.
- Бирергә яуабың юҡ, шуға шылғаяҡланаһың, уратаһың - сурытаһың шулай түгелме, знамы шулай! Башҡалар ҡайғыһы төштән һуң, тигәндәй, биғәйбә, үп-кәләштән булмаһын. Все-таки, мин хаҡлы, дөрөҫтө һөйләйем… Э-э-эсәһеңме? - Хәмит өҫтәлгә бер шешә тоноҡ шыйыҡса тыпылдатты. - Гөлдәрҙән алдым. Үәт замана китте әй, кемгә инанырға ла белмәҫһең: элекке партком Фәнис мулламын, тип әҙәм ышандырып намаҙлыҡ өҫтөндә көнө-төнө туңҡаңлай, ҡылған гөнаһтарын йыуа, мәктәп тәрбиәсеһе Гөлдәр көмөшкә ҡыуып һата, аң таратаһы урынға халыҡты эскелеккә өйрәтә. Низнай, аптыраҡ… - Уфтанып алды. - Эсемлегем дә, ризығым да үҙем менән. Беҙҙең һуғым итенән ауыҙ ит. - Ул икенсе түш кеҫәһенән гәзиткә төрөлгән нәмәне сығарып тағатып өҫтәлгә һалды. Былай тай ғына тиһәк тә йылҡы көр генә булған, ҡаҙыһы өс иле.
Ғилман икмәк ҡырҡып һалды, стакандар ҡуйҙы ла бер киҫәк ҡаҙыны ауыҙына оҙатып кинәнеп сәйнәргә керешеп китте. Ул ныҡ асығыуын әле генә тойҙо. Ауыҙындағыһын йотоп ебәргәс, дуҫына мут күҙ ҡыҫты:
- Йә, ултырған ерҙән төнәп киттең түгелме, бай ағай, тамыҙ һыйыңдан.
- Юҡ, был һинең өй, күстәнәсте үҙең генә ҡыландыр булмаһа. - Хәмит итәғәтлек күрһәтте. Серегән сөгөлдөр еҫе аңҡыған көмөшкә ҡырҡыу һәм зәһәр ине. Үҙәк буйын хәтәр яндырып-өтөп төшөп китте. Тын ала алмай оҙаҡ быуылып ултырҙылар.
- Гөлдәрҙе әйтәм, нимә ҡуша икән быға. - Хәмит көсәнеп кикерҙе. - Тирләүҙе баҫа торған дезодорант, йә бөжәктәрҙе ҡырғыс дихлофос бышҡылдатһа артыҡ булмаҫ ине, тауыҡ тиҙәге өҫтәйҙер быға ысынлап та. Ә тауыҡ тиҙәге таҙҙы ғына түгел эсәктәрҙе лә үтәнән-үтә алалыр, билләһи.
- Барыбер түгелме ни, башҡа сыға, иҫертә бит.
- Вапше то дөрөҫ әйтәһең, - Хәмит ризалашты, ел ярғылап ҡутырлаңҡырап торған ирендәрен ең һыртына ышҡыны ла үтә лә моңһоҙ итеп ҡарлыҡҡан тауыш менән йырлап ебәрҙе:
- Эй, Ғилман дуҫ, беләһеңме һин, мин бит ун көн инде кипмәйенсә эсеп йөрөйөм. Белмәйһең шу-у-у, эсем тулы ҡайғы-хәсрәт икәнен… Батып үлер күлем генә юҡ, донъяңды аллы-артлы эт орғор…
- Етте, тормозға баҫ, Хәмит дуҫ, туҡта.
- Тормозға тиһеңме? - Ҡунаҡ аңламағандай ҡабатлап һораны ла өмөтһөҙ ҡул һелтәне. - Ул күптән тотмай инде тотанаҡ тигәнең… Кипкән, тамырҙары өҙөлгән ҡамғаҡтай ҡайҙа ел иҫһә шул яҡҡа тәгәрәп тик йөрөлә…
- Уныһын беләһең, Ғилман дуҫ, бөтәһе лә белә… Һин ҡайҙа хеҙмәт иттең әле? - Шул, шул. Ауырыу әсәйең, бәләкәй ҡустың арҡаһында өйҙә яттың, ә мин афған һурпаһын һемерҙем ике йыл. Тура ултырып ҡырын һөйләмәйек, интернационалист булып түгел, ят төйәкте яндырып, талап, халҡын ҡырып, оккупант булып, ут-ғәрәсәт эсендә йөрөлдө. Нисек тере ҡалғанмындыр, аптырайым. Ҡой әле, Ғилман, йөрәк янғансы эс янһын!
Икенсе стакан ауырлыҡһыҙ эселде, Ғилмандың ошоғаса тумбыҡҡан тәне яҙылды, ҡарашы сафланды, биттәре янды, йылы ағым ҡан тамырҙары буйлап йүгерҙе. Хәмит дауам итте:
- Мин Афғандан тимер-томор тағып батыр иҫәпләнеп яраланып ҡайттым. Аяғы яраланған имеш, ирлегемде үлтереп ҡайтарҙылар унан… Иң яҡын дуҫым булараҡ һөйләйем һиңә. Сер итеп эсте яндырып күпме йөрөргә мөмкин, тәҡәтем ҡалманы…Тегендә мин ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр. Бөгөн бушҡыуыҡтар мөхәббәт юҡ тип боғаҙ йырталар, сөнки уны осратмағандар, һәм һис ҡасан да татымағандар, туң йөрәктәре менән татымаясаҡтар ҙа! Мөхәббәт тигәнең Алла тарафынан бирелгән һәләт, кемдәргәлер эләгә, кемдәргәлер - кукиш! Вот… Юҡҡамы ни халыҡ йәнһеҙ, миһырбанһыҙ, кешелекһеҙ заттарҙы бер һүҙ менән генә, мөхәббәтһеҙ, тип атай. Бик ҡурҡыныс, әҙәм балаһының асылын түбәнһеткән баһа ул, төптәнерәк уйлап ҡараһаң… Телем әрләһә лә күңелем һинең Әлфиәгә ылығыуыңды хуплай. Мин үҙем дә һинең һымаҡ мәжнүн хәлендә йөрөнөм заманында… Шуныһы - бөгөн мөхәббәттең ҡәҙере китте. Уның урынына фәхишәлек һәм яланғас оятһыҙлыҡ ҡына тороп ҡалды. Бына ни өсөн донъябыҙ, йәшәйешебеҙ ҡотһоҙ, ейгән ризығыбыҙ татһыҙ. Төҙөмәй, ошоғаса төҙөгәнде емерәбеҙ генә. Афған ҡыҙын осраттым. Күҙҙәрен һиңә әйтәйем - унда бөтә матурлыҡ, йәм, бар Йыһан һыйғандай. Яп-ябай, ҡараҡай, башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмаған мосолман ҡыҙына һуш китеп, илереп ғашиҡ бул инде. Ул да тартылды, күҙгә күренмәҫ көс, илаһи ҡөҙрәт бер - беребеҙгә этәрҙе. Һәр кем үҙ яртыһы менән тыуа, тиҙәр бит әле, минең яртым афған ҡыҙы Айна ине. Төн етһә, әллә ниндәй һаҡтарҙы алдап, сиктәрҙе үтеп уларҙың ҡышлағына ашығам. Беләм, эләкһәм - бөттө, трибунал. Юҡ, китәм барыбер, китмәйем, ҡанатланып осам. Тирә-йүнгә бөтөнләй икенсе, миһырбанлы күҙҙәр менән ҡарай башланым, ҡулымда ҡорал, уны кемдәргәлер тоҫҡап атыу ҡайҙа! Ҡышлаҡ осонда аулаҡта осрашабыҙ ҙа күҙгә-күҙ ҡарашып тик торабыҙ, йылы йомшаҡ ҡулдарын усыма йомарлайым, йылыһын үҙемдә ҡалдырырға тырышам. Иртәгеһен шул төпһөҙ күҙҙәрҙе һағынып, устарҙың йылыһын юҡһынып көнө буйы илереп тик йөрөйөм. Ғилман дуҫ, ышанаһыңмы-юҡмы, уны бер тапҡыр булһа ла ҡосаҡламаным да, үпмәнем дә, һөйөү һүҙҙәрен әйтергә тамсы ла бер - беребеҙҙе аңламайбыҙ. Шунда мөхәббәттә аңлашыу өсөн тел кәрәкмәгәнлеген, тән яҡынлығы түгел, йән яҡынлығы кәрәклеген аңланым. Осрашыуыбыҙ бер ай самаһы дауам итте. Шунан мине эләктерҙеләр. Юҡ, үҙебеҙҙекеләр түгел, ҡышлаҡтағылар һиҙҙеләр. Айнаның туғандары ине шикелле. Һөйгәнемдең сәсенән һөйрәп туҡманылар, мине ниндәйҙер тос нәмә менән һеңгәҙәтә һуҡҡандан аҙаҡ зеленка тип аталған ҡыуаҡлыҡҡа алып барып сатымдан ырғаҡҡа аҫып киттеләр. Таң атҡансы, эҙләп тапҡандарынса бәүелеп торғанмын. Ташкентҡа оҙаттылар, ҡатмарлы операция яһанылар. Трибуналға бирмәнеләр, командирыбыҙ кешелекле кеше ине, яйлағандыр. Хәйер, язаның иң ауырын алғайным бит инде, тере мәйетте язаланың ни ҙә язаламаның ни…
Хәмит шул мәлде яңынан кисерҙе шикелле, йөҙө таштай ҡатты, маңлай тамыры бүртеп сыҡты, тештәрен ҡыҫыуҙан сикә мускулдары бейеште.
- Афғандарҙы ғәйепләмәйем. Ысынлап та, улар ғорур халыҡ, ни өсөн мине ихтирам итергә, һөйөүемә фатиха бирергә тейештәр? Баҫҡынсы мөхәббәткә лайыҡ түгел… Беҙ муйыныбыҙҙан гонаһҡа батҡан быуын, шулай булмаһа, бөгөн үҙ еребеҙҙә бер-беребеҙҙе һуйыр инекме? Афған ҡарғышы Чечня фажиғәһе булып башыбыҙға төштө. Беҙ юғалғандар, аҙашҡандар быуыны, быуындар сылбырын тоташтырыусы тоҡом ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки яңы бәлә килеүе ихтимал…
- Беҙ - һәүеректәр, Хәмит.
- Һәүерек! Бына быныһын дөрөҫ әйттең. Йылҡы өйөрөнән айырылған, өйөр ҡабул итмәгән, бейә күрмәгән, етлекмәгән айғырҙар беҙ. Хәйер, бына беҙҙә, урында өйөр бармы ул? Булһа, уның башында кем тора? Ҡомаҡ һымаҡ совхоздан ҡалған барлы-юҡлы мөлкәтте өйөнә ташыған алкаш Искәндәрме, әллә аумаҡай Фәнисме? Өйөрҙөң тырым-тырағай вәкилдәре генә көн күрә, тереклек итә бөгөн ауылдарҙа: йә ул Афған утында, Чечня ялҡынында көйгән, йә муйынынан араҡыға сумған, эшһеҙлектән, өмөтһөҙлөктән алйыған. Күпме улар? Ауыл һайын, өй һайын!..