АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
8 Июня 2021, 03:40

Һәүеректәр (етенсе киҫәк)

Мейеһен күптән инанған уйы игәне: «Бисәнән уңманы Нуриман ҡусты, уңманы… Бындай йыбытҡының булғанынан булмағаны мең артыҡ…»

Ғилман уттары һүнгән, яртылаш ҡарға күмелгән өйөнә ҡайтҡыһы килмәй, тура Нуримандарға йүнәлде.
Ҡустыһының ғаиләһе өйҙә ине. Әсәһе төп яҡтараҡ урындыҡ ситендә йөн иләп аҙаплана. Ҡул быуындары тупайған, ҡайһылары бөгөлмәҫкә ҡатҡан бармаҡтарға ор­соҡ тыңлай һалып бармай: ул йә урындыҡҡа, йә бөтөнләй иҙәнгә үк төшөп китә. Әсә­һе орошмай-көйәләнмәй билен тотоп йәпһеҙ эйелеп ҡорамалын ала ла бармаҡ­тарына төкөрөп алғандан һуң ҡабаланмай ғына шөғөлөн дауам итә. Өй тирәһендә шунан ар­ты­ғына эшкин­­мәй әсәһе, иҫәпкә бар, һанға юҡ инде. Урындыҡ тапҡыры өрлөккә ағ­ас­тары йы­ш­ылып һарға­йып бөткән сәңгелдәк эленгән. Унда бала саҡта Ғилман ят­ҡан, шунан Нури­ман­ға ҡал­ды, хәҙер ҡустыһының улы тирбәлә. Әсәһе ара-тирә сәң­гелдәкте тал­ғын ғы­на этеп ебә­рә лә бала саҡтан ике улына ҡабатлай торғас аңына һең­гән, шулай ҙа күңелгә яҡын һүҙҙәрҙе шыбырҙап көйләй:
… Әсәй мәмәй бирмәһә,
Һыйыр һауған ергә бар,
Сеүәтәңде тот та бар,
Ҡалағыңды тот та бар…
Илаҡ, өсйән малай әүелйейҙер, әлегә шым ята.
Тыңҡыш кәүҙәһенә жилет кейеп алған, һәр ваҡыт ҡыҙыл йөҙлө ҡустыһы ишек төбөндә артһыҙ ултырғысҡа ултырып быйма табанлай. Ул ағаһы менән ҡул биреп иҫәнләште лә шөғөлөн дауам итте. Килен кеше өйҙөң буйынан-буйына һуҙылған урындыҡты бүлгән мейестең бирге яғында ҡамыр баҫа, ҡайнағаһының сәләмен ал-маны ла.
Урындыҡҡа артын терәгән ҡунаҡ әсәһенә төбәлде:
- Хәлдәрең нисек, әсәй?
- Арыу, тиер инем шығырҙайым, тигәндәй, йөрөлә әле. Ашарыңа бармы? - Әс­ә­һе улын ҡайғыртты.
- Бар. Ә бына тартырға бөттө. - Ҡустыһынан һораны. - Тартырға бир әле, ке­ҫә­нең төбөн ҡырҙым юғиһә.
- Тәмәкеһеҙ йөрөмәйбеҙ, а как же! - Нуриман эре сирттерҙе. - Бөгөн булмаған яғыулыҡты табып Искәндәр мине совхоз бесәнен таҡтырып район үҙәгенә ҡыуа­лағай­ны. Райпо рәйесе әллә бушлай килгән бесәнгә ҡыуанды, әллә тыумыштан йомарт, йәлләмәй блогы менән «Прима» ны сығарҙы ла тотторҙо. Мә, берәүһе һиңә булһын. - Ул ынтылып фуфайка кеҫәһенән асылмаған бер ҡап тәмәке алып ағаһына һондо.
- Кешегә биргәсең бынан ары минән тартырға һорама штубы. - Килен туң-ҡайған килеш эркет гөбөһөләй бәүелгән осаһын бер яҡҡа аушайтып екерҙе.
- Өндәшмә, бисә! - Нуриман ҡылъяйманы ла, ҡулындағы яртылаш төпләнгән быймаһын иҙәнгә һалды. - Давай төтәтеп алайыҡ. - Ағаһы ҡалҡҡайны, еңенән тартты. - Мейес ябыуын асып ошонда ғына тартайыҡ. - Тәмәке көлөн ҡағырға мейес ысбутына буш кәнсир һауыты ҡуйҙы. Ғилман төтөндө ләззәтләнеп һурҙы ла мейес ауыҙына өрөп ҡабаттан өй эсен байҡаны.
Тәҙрәләргә ҡасандыр аҡ булған, хәҙер һарғайып бөткән ҡорғандар эленгән, онотҡан­да бер, аша-төшә аҡланған стеналар үтә лә күрмәлекһеҙ күренә, унан эре, ҡара­ғу­с­­ҡыл һары тараҡандар йүгерешә, иҙән тулы сүп-сар, ҡый. Ишек төбөндәге иҫке та­ҡ­таларҙан ҡабалан ғына әтмәләнгән өкәлтәктә ятҡан быҙау торҙо ла ҡойроғон сәнсеп сө­бөрҙәтергә тотондо. Һейҙек иҙән уртаһына ҡарай һарҡты. Өй эсенә һыҡра ҡат­ыш тәмәке еҫе таралды. Сәңгелдәктәге бала ҡыймылдап ҡуйҙы ла яман аҡырып илай баш­ланы.
- Ана, ҡушбоғаҙ, яңы ғына йоҡлап киткәйне, уяттығыҙ, эшкинмәгәндәр… -Килен байпаңлата баҫып барып сабыйҙы алды ла түш иҙеүен ысҡындырып һыйыр еленендәй ҙур, кер шыбаҡшыған имсәгенең баш бармаҡ­тай ос­он балаға ҡаптырҙы. - Тығын, ҡороғор, ике бөртөк теше сыҡҡан, сәйнәй килеп тороп.
Ғилман сығыу яғына ыңғайланы, ҡустыһы өтәләнде:
- Сәй эсеп ҡайт, ағай, яңы эштән килә ятыуыңдыр. Унда һалҡын өйҙә ят­ҡан­сы йоҡлап ҡайтһаң да була.
- Хәл беләйем, тип боролғайным.
Мейеһен күптән инанған уйы игәне: «Бисәнән уңманы Нуриман ҡусты, уңманы… Бындай йыбытҡының булғанынан булмағаны мең артыҡ…»
(Дауамы бар)
Читайте нас