Ғилман дәртләнеп өй һалырға тотоноп китте: аҡсаһы наҡыҫ булғас, лесничествонан уҫаҡ яҙҙырҙы, уны йығып, ботап эштән һуң тракторына тағып ауылға ташыны, оҫталығы самаһында бурап, башына ферманың иҫке һарайының шиферын һорап алып, шуның менән ҡоршаштырҙы, иҙән-түбәлек таҡта хәстәрләне. Әлфиә тағы һалҡын һыуға ҡойондорғандай тартыныуһыҙ битәрләне:
- Мине шул тауыҡ кетәгендәй келәттә йәшәтергәме ни иҫәбең? Ә Фәнис ағай малайына ҡайһылай шәп өй эшләп тә ултыртты, һинең төҙөгәнеңдән ике та-пҡыр ҙурыраҡ келәте лә, уйынсыҡтай күркәм мунсаһы ла, һарайы ла әҙер тигәндәй. Сутлап шымартылған ҡарағай өйҙөң еҫе танауҙы ҡытыҡлай, кәртинкәләй мат-урлығы күҙҙең яуын ала. Йәшәй беләләр ҙә һуң бәғзеләр…
- «Эскәнйәр» ҙең өйөн әйтәһеңме? Совхоз иҫәбенә бушлай тотош хужалыҡ ҡалҡытырға минең атайым партком түгел шул.
- Искәндәрҙе эсә, ти ҙә ҡалаһың, эсһә ни, бөгөн кем эсмәй икән? Уның ҡарауы уларға бөтә нәмә арты менән бушлай инә, эшкәртеп кенә өлгөр.
- Ҡулай, мөлкәтле кейәү кәрәккәс, сыҡ Искәндәргә, белерһең аҙаҡ.
-Бергә уйнап үҫкән, һабаҡ алған синыфташты белеү кәрәкмәй. Сығырмын да. Ул юғары белемле буласаҡ. Һинән мазут еҫе килә…
- Тиң түгелһең, тимәксеһеңме? Ярай, хуш улайһа!
Тыныс тәбиғәтле, ғәҙәттә ипле Ғилман был юлы түбәнһетеүгә сыҙамай кинәт тоҡанып китте, ҡулы ҡылыс ише һауаны ярҙы, ул эре-эре аҙымлап китеп барҙы.
- Ғилман, туҡта! Шаярттым, һынап ҡараным ғына…Үкенерһең, ҡара уны…
Егет туҡтаманы ла, боролоп та ҡараманы.
Был юлы оҙаҡҡа үпкәләштеләр. Ғилман бөтөнләй өйөнән сыҡмаҫ булды. Эштән ҡайта ла кис буйы әҙәби китаптар уҡый, тик уҡығаны башына ғына инмәй, фекере тарҡау, хистәре боларынҡы, уйында Әлфиә генә. Берсә моңһоу, берсә шаян ҡарашлы ҡыҙ күҙҙәре алдынан китмәй ҙә ҡуя. Әсәһе лә хәленә ингәндәй һүҙ ҡата:
- Эш тип йөрөп йонсоп та киттең, әллә колопҡа сығып ял итеп алаһыңмы әҙерәк? Күңелең асылып, кәйефең күтәрелеп ҡалыр. Атайыңа кейәүгә сыҡҡас әле кис һайын икәүләп «Наза» ға йүгерә инек. Иҙәндәрҙе һығылдырып таң атҡансы тыпырҙайбыҙ ҙа таң һыҙылыу менән тура ҡырға эшкә китәбеҙ. Арыу белмәҫ хыялый-ҙар. Аптырайым, нишләп ҡайным-ҡәйнәм һуҡранмаған-тыймағандыр. Хәҙерге йәштәр тыумаҫ элек ҡартаялар. - Әсәһе иртә саллана башлаған сәстәрен, еңелсә йый-ырсыҡланған маңлайын ыуып һүҙһеҙ ултыра ла дауам итә. - Анау Иҙристең ҡыҙы Әлфиәне әйтәм, бигерәк алсаҡ бала инде, бөгөн урамда тап итеп һөйләшеп тә тор-ҙоҡ әле. Һине һорай, хәлдәре нисек, ти. Ҡыҙыҡһыныуы тикмәгә түгел, шуны һиҙҙем. Килен итәйекме әллә шуны? Итәғәтле, тәүфиҡле ярҙамсым булыр ине, ата-әсәһе лә күҙ күргән кешеләр, тоҡомдары һәйбәт. Туған-тыумасалары ла һине кейәүҙәре итеп күргеһе килә, тип ишеттем әле. Ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа шул хәб-әрҙе еткерҙеләр …
- Килһә ни! Яратҡан кешеңдең еҫе үтә лә танһыҡ була ул. Атайың мәрхүмдең шул еҫен ғүмерем буйына һағынам, майлы кейемдәрен мыжымай йыуҙым. Ҡәҙерле йөк ауыр булмай, тигән боронғолар. Уны бөхтә йөрөттөм, өйөм гелән йыйыштырыулы, таҙа булды, ҡуҫтарланырға ла ваҡыт таптым, яраттыра ла белдем. Һағынып һөйләргә генә ҡалды инде йәш саҡтар… Бигерәк баҙнатһыҙ, баҫалҡы кеше ине мәрхүмең, уның ҡарауы мин - ут-ялҡын. Башҡаларға мах бирмәҫ булһам да атайыңды гел юғарыраҡ ҡуйҙым, уны ир, өй хужаһы иттем, алдына сыҡманым. Минең йылы утым, яҡты усағым, тип ҡабатлар ине Мәхмүтем. Һин атайыңа оҡшаған-һың, бигерәк баҙыҡһыҙһың. Аяҡ күтәреп ятып ҡына кәләш өйөңә килеп инмәҫ бит.
- Нисауа, әсәй, кәләшһеҙ ҡалмабыҙ.
- Собханалла, ауыҙыңа бал да май.
Ғилман бер килеп аңлашыуҙарына ышана ине. Тик ул ғорурлығын ашатлап сыға, Әлфиә үҙһүҙлеген еңә алманы.