АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
4 Июня 2021, 10:56

Һәүеректәр (бишенсе киҫәк)

Ир намыҫына тейгән мыҫҡыллы һүҙҙәр Ғилмандың йәнен яндырып, ҡамсылап үт­те­ләр. Ул шаңҡығандай бәүелеп торҙо ла әкрен генә ауыл яғына ҡарай ат­ла­ны. Ар­т­та биниһая ваҡыт Әлфиәнең ярһып үкһегәне ишетелеп торҙо.

Йәй башында Әлфиә Искәндәргә кейәүгә сыға икән, тигән хәбәр таралды. Ялға ҡа­й­т­ҡан ҡыҙ Ғилманды урамда осратып һүҙ ҙә ҡушмай, күҙ ҙә һирпеп ҡарамай баш­ын те­кә тотоп янынан үтеп киткәс бөтәһе лә аңлашылды. Шул мәлдә икеһенең береһе ҡайтымһаҡланһа, башлап һүҙ ҡушһа бөтәһе лә үҙгәрер ине бәлки…
Туйҙы ысын мәғәнәһендә шаулатып, түрәләрсә, бер көтөү еңел машина-лыларҙы саҡырып үткәрҙеләр. Оҙон колоннаға теҙелеп ауыл Советынан ЗАГС-тан ҡайтҡан ма­­­ш­­и­наларҙың гудогынан тәҙрә быялалары зыңланы хатта. Ғилман уны ишетмәҫ өсөн өй­өнә бикләнеп яҫтыҡтар менән ҡолаҡтарын томалап карауатында ятты.
Эңер төшкәс кемдер ишек шаҡыны, оҙаҡ ҡына яуап бирмәй, инмәй инәлткәндән һуң Әлфиәнең кесе һеңлеһе күренде. Аяҡ остарына ҡарап бер урында тапанып тор­ған ҡыҙ ҡыҙара бүртеп Ғилманға ҡағыҙ киҫәге һондо:
- Был һиңә…
- Кемдән хат, балам?.. - Әсәһе ниҙер һиҙенһә лә белмәмеш ҡиәфәттә һораған бул­ды.
- Хәмит килеп сыҡ әле, тигән… - тип ялғанланы Ғилман, үҙе алдығынан ҡыҙарып китте. - Барып әйләнәйем. Оҙаҡламам. - Ҡабаланып кейенә башланы.
Юлһыҙ-ниһеҙ тура тартып Ҡушҡайынға йүгерҙе, йөрәге дөбөрҙәп ҡағыҙ киҫә­ген­дә­­ге һүҙҙәрҙе ҡабатлай төҫлө: «Ҡушҡайын янында көтәм…Ҡушҡайында көтәм… Кил… Әлфиәң.» Ул әлегә унда нимә булырын да, Әлфиәнең һуңғы сиктә ниндәй ҡа­р­арға килерен дә, ни өсөн саҡырыуын да белмәй. Белмәһен. Кәрәкмәй ҙә. Бер мәлгә генә һө­й­­гәненең күҙҙәренә төбәлер ҙә онотолор. Сәсрәп китһен донъяһы!.. Унда Әлфиә кө­тә…
Ҡушҡайын төбөнә ултырып тәмәке артынан тәмәке тоҡандырҙы. Ярһыуын баҫы­рға теләп ҡабалан-ҡабалан йөрөп ала, тағы сүгә. Баҫты ла ҡәҙерләп ҡуш ҡайынды һыйпаны: береһенә «Әлфиә», тип икенсеһенә уның исеме яҙылған. Туҙҙы һыҙырмай, сыйып ҡына яҙғайнылар, нисек бар шулай һаҡланған, әйтерһең дә кисә генә яҙғандар, тиерһең. Хистәрҙе генә шулай саф көйөнсә һаҡлап булманы бит, булманы… Искәндәр ҡайһылай бәхетле, Әлфиә уныҡы буласаҡ… Шатлыҡ-ҡыуаныстар ятҡа ҡала, көй­ө­нө­сө уға… Искәндәр Әлфиәне ул яратҡан ише яратырмы, ҡурсалармы, һаҡлармы?.. Юҡтыр, ул тупаҫ йән. Һиҙгер йәнле, асыҡ күңелле Әлфиә шуны ла күрмәйме икән ни? Аңламаҫһың был ҡатмарлы тормошто, аңламаҫһың…
Ер өҫтөнә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты, күктә бер - бер артлы йондоҙҙар ҡабынды, ал­тын нурҙарын уйнатып еҙ батмустай тулған ай ҡалҡты. Алыҫ түгел өйкөмләнгән муйыл ҡыуағында һайраған ҡошсоҡ та күптән ойоп тынып китте. Бары йоҡоһоҙ өкө генә күҙҙәрен һүрәнке ялтлатып егеттең кисерештәрен аңлағандай уфтана: «Уффф… Уффф...»
«Тағы алданы, һынап ҡарар өсөн генә хәбәр ебәргәндер, ә үҙе был мәлдә Искәндәрҙең ҡосағындалыр…” Ҡулындағы тәмәкене һауаға сирткәйне, ул юғарыға сойорғоно ла ерҙәге ниндәйҙер ташҡа бәрелеп осҡонланып сәсрәне. «Минең дә йөрәгем ошо төп­с­өктәй ыуалды, һүнде…»
Ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағайны ғына ҡаршыһында ҡоштай осоп йүгергән аҡ һынды тоҫмалланы, иңрәүле тауыш тынлыҡты тертләтте:
- Ғилман!..
Килгән ыңғайы егеттең муйынына аҫылынып шым ғына илап ебәрҙе:
- Килгәнһең… Оҙаҡ көттөңмө?
Егет өндәшмәне. Әлфиә бер аҙ тынысланғас уң ҡулын алға һондо:
- Алтын бал­даҡ кейҙерҙе Искәндәр…Ҡиммәтле… Килешәме?..
Ғилман һаман да ауыҙына һыу уртлағандай ҡылана.
- Бөгөн ЗАГС мәлендә барып халыҡ алдында, миңә кейәүгә сыҡ, тиһәң, бө­тә­һе лә үҙгәрер ине бәлки… ә һин ғәрләнеп, хурланып өйөңдә бикләнеп яттың, шулай­мы? Мин бит һинең нимә ҡылырыңды, нимә әйтереңде алдан тойомлайым, һиҙәм. Бер бөтөн булып берегер ике ярты булғанбыҙҙыр ул, Ғилман… Ошо мәлдә үтә лә ҡыйын һиңә, йәнем… Миңә лә ауыр, ер тырнап илағым килә… Тик һуң инде, һуң… - Әлфиәнең тауышы нәҙегәйә барып бөтөнләй өҙөлдө.
- Искәндәр ҡайҙа?
- Дөрөҫ әйтә килдең, ул ысынлап та “эскәнйәр”ҙер. Лаяҡыл иҫерек, еңгәләре һөйрәп тиерлек индереп яныма һалдылар. Уның йоҡлап киткәнен көтөп яттым.
- Ниңә саҡырттың?
- Ниңәме? - Ҡыҙ ҡабатлап һораны. Уның йәнендә икеләнеүле уй көрәшә ине шикелле. - Эйе, хәҙер бер нимәне лә кире ҡайтарып булмай… Ғилман, беләһеңме, ә бит мин һаман да ҡыҙ, саф ҡыҙ… Әгәр теге ваҡыт урман төпкөлөндә һинеке булһам ул тиклем дә үкенесле булмаҫ ине… - Ҡабаттан егетте ҡосаҡлап алды күҙҙәренә тө­б­ә­л­де… Сафлығымды бирәм, Ғилманым, ал мине, ҡыҙлығым һиңә булһын, шунан һуң ғына Искәндәр… Мин аҡылдан яҙам, һаташам, бер үк мине дөрөҫ аңла, кисерә алһаң кисер…
- Сыҡ миңә кейәүгә, Әлфиәм…
- Юҡ, ошонда һуңғы тапҡыр булабыҙ ҙа мәңгегә айырылабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ бик теләһә елдән дә бала яралдырырға һәләтле, шуны онотма… Беренсе бул, әгәр ау­ы­р­ға ҡалһам балаңды һинең һымаҡ күреп яратасаҡмын. Ҡурҡма, бер кем дә, бер ҡасан дә белмәҫ, ғүмерлек серебеҙ асылмай ошонда ҡалһын…
- Сыҡ миңә кейәүгә!
- Һуңланың! Мине ошонда ал, шулай хәл иттем… - Әлфиә теләгенә буйһо­н­орға теләмәй дерелдәгән ҡулдары менән ашығып күлдәгенең иҙеүенә йәбеште, төй­мә­ләрен ысҡындыра башланы.
Ғилман ҡапыл айнып киткәндәй итте лә ҡыҙҙы тупаҫ этте:
- Иреңә ҡайт!
- Әлегә минең ирем юҡ!.. Ҡыҙлығымды ал да, хушлашабыҙ… мәңгегә…
- Законлы ирең бар, шуға ҡайт!..
Әлфиә ҡайынды ҡосаҡлап сеңләп илап ебәрҙе:
- Ҡурҡаҡ! Ғүмерең буйы күләгәңдән ҡурҡып йәшәнең… Бер ҡатын да һи­н­ең менән бәхетле булмаясаҡ. Көсһөҙ!.. Кәрһеҙ!.. Эшкинмәгән!..
Ир намыҫына тейгән мыҫҡыллы һүҙҙәр Ғилмандың йәнен яндырып, ҡамсылап үт­те­ләр. Ул шаңҡығандай бәүелеп торҙо ла әкрен генә ауыл яғына ҡарай ат­ла­ны. Ар­т­та биниһая ваҡыт Әлфиәнең ярһып үкһегәне ишетелеп торҙо.
(Дауамы бар)
Читайте нас