… - Класта Ғәҙелшин дежур! - Уҡытыусының һорауына яуап биргән староста Әлфиә Ғилманға ҡарап телен күрһәтте. Тегеһе сығып сепрәкте еүешләп керетте лә таҡтаны һөртөргә керешеп китте, Искәндәрҙең сираты икәнлеген белһә лә ҡайымлашманы. Арҡаһы менән Әлфиәнең ҡыҙыҡһыныусан, Искәндәрҙең һөмһөҙ ҡараштарын тойҙо.
- Өйгә бирелгән мәсьәләне кем эшләп килде? - Математика уҡытыусыһы Ғәней ағай башын ҡалҡытты ла таралып төшкән сәстәрен бармаҡтарына аралап, пеләш түбәһенә өйә-өйә тирә-яғын байҡап төбәлде. - Кем сисеп «бишле» алырға теләй?
- Ғилман теләй! - Әлфиә тағы һикереп сыҡты.
- Староста әйткәс ни… - Уҡытыусы көлөмһөрәне. - Ғәҙелшин, тәүәкәллә әләйгәс.
Мәктәптән ҡайтышлай уны Әлфиә ҡыуып етте:
- «Бишле» алыуың менән ҡотлайым, Ғәҙелшин.
Ғилман яуап ҡайтарманы, атлауында булды.
- Үпкәләнеңме? - Ҡыҙ уның аҙымдарына ҡулайлашып йәнәшәләп китте. - Эйе, бөгөн Искәндәр дежур ине. Нимә, ҡаршы әйтергә телеңде йотҡайныңмы?
- Староста һәр ваҡыт хаҡлы. Ә партком малайына дежурлыҡ бармай: беренсенән, абруйы төшә, икенсенән, устары ҡабара.
- Һин үҙеңде яҡлай алаһыңмы, юҡмы? Егет кеше көслө, ҡыйыу булырға, эргәһендәге яҡынын ҡурсырға бурыслы.
- Кемде тип, яратҡан ҡыҙын.
- Минең яратҡан ҡыҙым юҡ.
- Ә… мине яҡлай алыр инеңме? - Әлфиә күлдәк итәген тартыштырып ҡыйпаңлап көйәҙләнде.
- Һине ана, партком малайы яҡлаһын.
- Бешмәгән! - Арҡаға портфель гөпөлдәне, ҡыҙ ҡайырылып тағы телен күрһәтте.
Сығарылыш кисәһендә Әлфиә Ғилманды үҙе эҙләп тапты:
- «Аҡ бейеү»гә саҡырырға рөхсәт итегеҙ…
Вальста әйләнеп киттеләр. Егет төштәренә инеп йөҙәткән һылыу йөҙҙө эргәһендә генә күрә, ҡыҙҙың ҡайнар тыны күкрәген үтәләй өткәндәй, йомшаҡ ҡулды ауырттырып ҡуйыуҙан ҡурҡып ҡәҙерләп ҡыҫҡан. Уға рәхәт, шул тиклем дә рәхәт, бына ошолай ғүмер буйы бергәләп әйләнергә лә әйләнергә ине.
- Әй һине… - Ҡыҙ үпкәләгәндәй тынып ҡалды ла дауам итте. - Һинең белемең менән институтҡа ынтылып ҡарарға була.
- Аҡса юҡ. әсәйемдең ғүмер буйы һыйыр һауып, хәҙер быуындары һыҙлай. Уҡып сығып тракторға ултырһам, эшләтмәҫ инем, тағы ҡустымды үҫтерешергә кәрәк.
- Мин университетҡа барып бәхетте һынап ҡарамаҡсымын.
- Уңыштар һиңә, инеүеңә ышанам.
- Искәндәр ауыл хужалығы институтына йыйына шикелле.
- Алдан һөйләшелгән-килешелгән, ярҙам итерҙәйҙәренә совхоздың ҡаҙы-ҡалъяһы һоғондоролғандыр.
- Һоғондоролһа һуң? Кемдең ҡулында - шуның ауыҙында. Мөмкинселегем булһа, мин дә шулай итер инем.
- Урындағы коммунистарҙы етәкләгән кешенең ундай насар өлгө күрһәтергә хаҡы юҡ.
Таң һыҙылғансы мәктәп ихатаһында бейенеләр ҙә, офоҡ алһыулана башлағас, ҡояш ҡаршыларға Аҡтау ҡаяһы яғына, Һаҡмар буйына йүгерҙеләр. Иртәнге ысыҡлы үләнде ярып, күпереп үҫкән тубылғыларға йәбешә-йәбешә ҡаяға үрмәләгәндә етәкләшеп килгән Ғилман менән Әлфиәне Искәндәр ҡыуып етте лә ҡыҙҙы һелкетә тартып алып алдан төштө. Әлфиә йылмая биреберәк ҡайырылды, мәгәр Ғилман менән ҡалманы. Егеттең ошо мәлдә йөрәге ярһып туланы, әйтерһең дә, кемдер ҡәҙерле донъяһын аяуһыҙ емереп инде лә иң кәрәкле нәмәһен урлап сыҡты. Тартҡылашыр ҙа ине, ҡыҙ юрамал уның ҡулын үҙе ысҡындырҙы, эйәреп килмә, йәнәһе.
Ғилмандың аҙымдары әкренәйгәндән-әкренәйҙе, шунан бөтөнләй туҡтаны. Ул башҡаларҙан ҡалып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы, ике тауҙы урталай бүлеп аҡҡан Тиләк инешенә эйелеп боҙҙай һалҡын һыуҙы услап маңлайына баҫты. Зиһене сафланып, яҡтырып киткәндәй булды. Ауыл яғындағы ҡалҡыулыҡҡа ынтылды: «Һәр кемдең үҙ бейеклеге!» Юлдан уң яҡҡа боролоп арыраҡ диуарҙай сысайған баҫҡыслы ҡаяға күтәрелде лә ҡулайлы ташҡа атланды.
Уйһыуҙарға ҡуйы һөттәй томан ятҡан. Тауҙарға һылашҡан суҡ ҡайындар, ҡупшы уҫаҡтар, уҡ ҡарағайҙар, бөҙрә йүкәләр шул томанға төрөнөп ойоп йоҡлайҙар төҫлө. Йылға буйлап теҙелеп үҫкән еректәр, талдар, муйылдар араһында береһе икенсеһен уҙҙырырырға тырышып һандуғастар сутылдаша. Уларҙың сәмле моң бәйгеһе ҡояш тышау буйы күтәрелеп ихлас йылыта башлағансы дауам итәсәк.
Бына һиллекте тертләтеп сыбыртҡы шартланы, һайт-һайтлаған көр тауыш тауҙарға бәрелеп ҡабат-ҡабат ҡаҡлыҡты, кемуҙарҙан һыйырҙар мөңгөрәште. Тимәк ауылдан көтөү сыҡҡан, хәҙер ул аҫтағы, уйһыуҙағы берләм һуҡмаҡтан Һаҡмарға ҡәҙәр барасаҡ та, йылға аша сығып, теге яҡ ярҙағы болонға һибеләсәк. ә ғүмере буйы мал көткән Әпсәләм биленә ҡыҫтырған ҡурайын һурып алып ойоҫҡотоп уйнап ебәрәсәк, һандуғастарға тағы ла бер көндәш өҫтәләсәк.
Һуҡмаҡтан уфтанышып атлаған һыйырҙар каруаны күҙҙән юғалды. Туҡта, тарала башлаған томан араһында аҡ күлдәк күренде түгелме? Таныш һынды сырамытып күңеле елкенгән Ғилман «һә» тигәнсе баҫҡыстарҙы теүәлләп, ҡая өҫтөнән ырғыны ла шул яҡҡа ҡарай йүгерә-атлай китте.
- Әлфиә, тегендә башҡалар менән бергә таңды ҡаршылағың килмәйме ни?
- Әй, унда күңелһеҙ… ә һин нишләп башҡаларҙан ҡалдың?
- Мин дә үҙемде артыҡ кеше итеп тойҙом.
- Артыҡ түгелһең, бары өлөшөңдө башҡаларға үҙең теләп тоттороусы асыҡ ауыҙ ғына. Бары шул!
- Һин, һин! - Үпкәләп турһайған ирендәр бүлтәйеп яҙылды, ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө, уң яҡ бит тумалағында уймаҡ соҡор барлыҡҡа килде. Ҡыҙ сылтыратып көлдө лә йүгереп китте.
Тау итәген йәмләп үҫкән Ҡушҡайынға килеп әйләнә башланылар. Ҡыҙ үҙе ынтылып егеттең ҡосағына тартыныуһыҙ һыйынды.
Өҫтөнә тауҙай ишелгән бәхеттән аҙаны ла ҡалды егет, төнө лә, көнө лә, төшө лә, өнө лә буталды
- Ғилман мине яратаһыңмы?
- Мин дә… Тик һин гел генә ярат, һаҡла, минең өсөн көрәш, йәме…