Мөхәррир һүҙе
2 Июня 2021, 04:50

Һәүеректәр (хикәйә)

- Кем йөрөй унда? Әлфиәнең өндәшеүе. Тынлыҡ. Тупһанан төшкән, шығырҙата баҫып ҡапҡаға яҡын­ла­ған тауыш ишетелде: - Ғилман, һинме? Ул ҡабаланып урам юлына төштө, ошо тауышты башҡа­са ишетмәҫкә, унан ҡас­ырға теләгәндәй, аҙымдарын ҡыҙыулатты.

Ғилман тракторын һүндерҙе лә радиаторҙағы һыуҙы ағыҙып, кабинанан ас­ҡыс­тар сумкаһын, буш канистрҙы алып, ҡайтыу яғына йүнәлде.Тракторының сыҡмаған йә­н­­е­нән башҡа ысҡындырыр нимәһе ҡалманы, урларын күптән урлап бөтөрҙө­ләр. Таң­ға саҡ­лы барлы-юҡлы солярканы ла ағыҙып аласаҡтары көн кеүек асыҡ. Сөн­ки әав­т­оп­аркә тип аталған нимә тимерлек янында кәртәләп алынған асыҡлыҡ, ун­да ҡа­р­а­у­ы­лсы ла ҡуйылмаған, ҡапҡаһына йоҙаҡ та һалынмаған, хөрриәт, теләгән­ең­­де ал, та­шы.
Бөгөн иртәнсәк тә тракторҙың яғыулығы юҡлығы хаҡында ишеткән управляющий Искәндәр үтә лә “янды”, үрле-ҡырлы йөрөп сәсрәп туҙын­ды, Ғилманды «һул» яҡҡа, ҡалымға йөрөүҙә ғәйепләне. Ул түрә булараҡ килештерә, әр­тис, ки­­­л­ештерә. Белә бит инде, көндәлек бүленгән яғыулыҡ дүрт-биш саҡ-рымдағы бе­сәнлеккә ба­­рып әйләнеүҙән артмай. Әрләп күңеле булғас, ҡыуып сығарып, төш ау­ғ­а­н­сы ко­н­­тораның ишек төбөн һаҡларға мәжбүр итте, был уның өҫтөнлөгөн кү­­р­һә­­теүе, үҙенә күрә ләззәтләнеүе. Таҡта менән генә бүленгән стена аша асыҡ ишетелә, Искәндәр оло эшем эйәһеләй телефондан шылтыратып, сүп йо­м­о­­ш­­он сүм­ә­­­л­әләй өйөп, оҙон-оҙаҡ район түрәләре менән һөй­лә­ште, вәғә­ҙ­ә­ләр би­р­ҙе, әшнәләрен ҡунаҡҡа, һунарға саҡырҙы. Йомоштары тө­ш­­кән­дәрҙе сәғәт­тәр буйы ишегенең төбөндә көттөрөү - Искәндәрҙең яратҡан ин­әлт­еү ал­ы­мы. Баш бир­мәҫтәйҙәрҙе шулайтып бөгә, һындыра. Түрәлегенә ирәйеп туй­ғас, тамаҡ тө­­бө менән ге­нә Ғилманды саҡырҙы:
- Ин! - Майға ҡатҡан кәпәсен усына йомарлап ишек төбөнән урын алған тра­­к­торсыны май бөрә башлаған ҡапыс йызылдаҡ күҙҙәр тишерҙәй итеп оҙаҡ кү­­ҙ­­­әтте, шунан нәҫел үгеҙенекеләй көҙрөй елкәгә ултырған текә маңлайлы йом­ро баш артҡа ташланғас, ҡуй осаһылай үркәсләнгән эйәк тартып асҡан йоҡа ир­ен­­дәр, эре тештәр һауалы һүҙҙәрҙе һығып сығарҙы. - Ярар инде, бар, беҙҙән сә­л­әр­кә әпкил, ферма малын ас ҡуйып булмай, үҙемдекен бирәм. Ураҙғол һыртын­дағы бес­ән­гә барырһың.
- Нефть эшкәртеү заводың бармы әллә, бүлексәнең бөтә булған май-яғыулы­ғы һинең гаражда.
- Унда эшең булмаһын, йәме?! - Искәндәр абруйлы ҡыланыуын онотоп сә­бә­л­ә­неп һикереп китте. - Ә кисәге һатып эскән сәләрке хаҡын түләргә тура ки­лер. Хәсәнә! - Ҡаршы яҡ бүлмәләге бухгалтерына ҡысҡырҙы. - Егерме литр яғыу­лыҡтың хаҡын тотоп апҡал мынауҙың зарплатаһынан, белер икенселәй…
- Ҡурҡыттың. Былай ҙа ике йыл аҡса төҫөн күргәнебеҙ юҡ.
- Искәндәр Фәнисовичты танығанға ҡәҙәр шулай дауам итәсәк, белеп, хәте­ре­ңә кир­теп ҡуй!
Искәндәрҙең алты мөйөшлө, ялтыр ҡалай ҡыйыҡлы ҡарағай өйөнә яҡынла-ғайны ғына, Әлфиә әллә тәҙрәнән ҡарап күҙәтеп торған инде, бейек урыҫ ҡа-пҡаһы асылды.
- Ғилман, һаумы… - Ҡатын моңһоу ҡарашын мөлдөрәтеп уға төбәлде.
- Һаумы, Әлфиә, хәлдәрең нисек?
- Нисек тип, шул, бер көйө. Декретта ултырғас уҡытмайым хәҙер. Көтәм. - Апаруҡ ҡа­барып кү­ренгән ҡорһағын ыуҙы.
«Был тыуасаҡ бала минеке булыуы ихтимал ине бит…»
Уның уйын һиҙгәндәй, Әлфиә һүҙ ялғаны:
- Өйләнһәңсе, Ғилман, күпме йөрөргә уйлайһың, йәшең ҡырҡҡа етте. Йон­соп ҡа­р­ауһыҙға әүерелгәнһең ана. Яңғыҙ кәкүктәй йөрөмә улайтып ҡаңғырып. Тап берә­р­ен.
- Кем генә тиңһенһен мине. Үҙең әйтешләй ир уртаһына еткәнмен күптән. Бы­на һин, мәҫ­ә­­­л­ән, миңә сығыр инеңме?
Йәш саҡтағылай сылтыраған көлөү ишетелде:
- Аҡылдан шашмайыҡ. Ике баламды эйәртеп, ҡорһаҡлы көйө серек өйөңә күтәренеп сығайыммы, ауыл халҡы ни уйлар?
Ҡыҫҡа ғына мәлгә йыйнаҡ ихатаға, ҡупшы өйгә, гараж, келәт, һарай, мун­са теҙмәһенә күҙ атты Ғилман.
- Дөрөҫ әйтәһең, Әлфиә. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тап һинеңсә фекер йө-рө­тә­­­ләр­­ҙер. Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙға юғары урында эшләгән машиналы ир, етеш донъя кәрәк.
- Яңылышаһың, яҡлау, яратыу, йылы мөнәсәбәт көҫәгән яңғыҙаҡтар ҙа етер­лек. Теләйһеңме, бик шәп ҡатын менән таныштырам. Тормош көтөргә тыр­ыш, ег­ә­­рле, йыйнаҡ. Коммерсант, район үҙәгендәге баҙарҙа һатыу итә. Иң мөһиме - бер тап­ҡыр ҙа кейәүгә сығып ҡарамаған. Төҫкә-башҡа… йәш саҡтағы минән дә һыл­ы­­уыраҡ. Яусы диңгеҙ кисә, тиҙәр бит, яйлармын, ризалығыңды ғына бир.
- Донъя әрһеҙ алыпһатарҙар менән тулды инде күптән, уларға иң әүәл оҙон аҡса кәрәк. Тағы хис-тойғолар менән һатыу ит­­еп өйрәнмәгәнмен.
Әйтелгән һүҙҙәр сәпкә тейҙеләр шикелле, Әлфиә аҫҡы иренен тешләне, тутлана төшкән һылыу йөҙө ҡыҙарҙы, күҙҙәре осҡонланып янып китте. Ул ҡапыл то­ҡ­а­н­ып кит­кә­н­дә шулай итә, хәлбүки үпкәһен тышҡа сығарманы:
- Әңгәмәбеҙ берекмәне, килешә алманыҡ, йәл… Ни йомош?
- Ирең солярка бирергә ҡушты.
- Үт. - Гаражды асып, ҙур мискәгә төрттө. - Ошонан бынау канистрға ҡой­оп ал. Һауытын үтешләй ҡалдырырһың.
- Ғилман ҡапҡаға йүнәлгәнендә артынан шыбырҙап тиерлек әйтелгән һүҙҙәрҙе иш­ет­те:
- Ун һигеҙ йәштә бөгөнгө аҡылым булһа, сығыр инем, Ғилман…
Һалҡынайтып ебәргән, ут яҡтыһында емелдәшкән ынйы ҡар бөртөктәре ҡуйы, һалҡын һауала үтә күренмәле шаршауҙай аҫылынған. Бер осо ауылдың өҫтөнә терәл­гән урман елһеҙ - ниһеҙ шаулай. «Төндә йә таңға ҡарай буран сығыр, моғайын. Бөгөнгө һал­ын­ған кәбән юлын күмһә, иртәгә икенсеһенә яҡынлау бер этлек буласаҡ…»
Тимерлекте ауыл урамына тоташтырған тыҡрыҡ ауыҙына еткәс, туҡтаны, кеҫә­һе­нең төбөн ҡырып махорка төрөп тоҡандырып һурҙы ла, ҡыж-ҡыж килеп, быуылып йү­тәлләргә тотондо, ҡурылдайынан тамаҡ төбөнә килеп һыҡыған ҡаҡырыҡты төк­өргәс, тапалған ҡарҙы шығырҙата баҫып урам буйлап атланы.
Искәндәрҙең өйө тәҙрәләренән уттарын балҡытып, әллә ҡайҙан ялтлап тора. Ҡапҡа эсенә ингән еңел машиналарҙың эҙҙәре ярылып ята, затлы ҡорғандар аша эстә кеше шәүләләре тоҫмаллана. «Теге, саҡырылған район түрәләре ҡунаҡҡа килгәндер. Таң атҡансы һы­йланып, машиналарын тултырып күстәнәстәр тейәп ҡайтасаҡтар. Шунан аҙаҡ Искәндәргә ниндәй ел-ямғыр тейһен инде. Хужалыҡтың һуңғы мөлкәтен әрәм-шәрәм итеп, үҙ файҙаһына ҡулланып көн итә, тиреҫ ҡорто… Атаһы ла заманында партком секретары ине, бөгөн ауыл муллаһы… Яраҡлаша беләләр…»
Ғилман ауыҙында төтәгән тәмәкеһен ситкә атҡас, ҡулындағы канистрҙы ҡапҡа аша эскә быраҡтырҙы. Даңғырҙауға бәйҙәге эт абалап өрөргә тотондо. Ихатаны яҡтыр­тып ут ҡабынды, солан ишеге асылды:
- Кем йөрөй унда?
Әлфиәнең өндәшеүе. Тынлыҡ. Тупһанан төшкән, шығырҙата баҫып ҡапҡаға яҡын­ла­ған тауыш ишетелде:
- Ғилман, һинме?
Ул ҡабаланып урам юлына төштө, ошо тауышты башҡа­са ишетмәҫкә, унан ҡас­ырға теләгәндәй, аҙымдарын ҡыҙыулатты.
(Дауамы бар)
Читайте нас