Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
31 Май 2021, 09:03

Бармаҡ буйы балыҡ

Хыялымда алтын-көмөшкә ымһынһам да миңә әле лә фәҡәт ташбаш менән күкендәр генә ҡаба. Барына ризамын, шөкөрана ҡылам, сөнки өлөшөмә төшкәне шул.

Яңы иҫ белә башлағандан балыҡ ҡармаҡларға яраттым. Таң атыуы була, сатин ыштанымдың кеҫәһенә ҡайраҡтай икмәк ҡайырыһын тығып алам да балаҡтарҙы туб-ыҡҡаса төрөп ебәреп, сыбыҡ-ҡыуалымды яурынға һалып, ҡулыма таушалыуы еткән еҙ баҡырсаны эләктереп китәм Һаҡмар түбәненә ҡарай. Түбәне, тигәнем шул, киң даръяға тиң йылғабыҙ ауылыбыҙҙан ике саҡрым тирәһе йыраҡ, үтеп сыҡҡыһыҙ, бихисап төрлө ағастарҙан хасил, ҡуйы шырлыҡ япҡан текә тау бөгөлдәрен урап, суй-ыр ҡаяларҙы иретеп, берсә шаршыларҙан йүгереп, берсә киң ярҙарҙы тултырып ашыҡмай ғына ағып ятыр булыр. Селек-тубылғылар араһынан барған берләм һуҡма-ҡтан йүгерә-һикерә төшөүе еңел еңеллеккә, иллә тирләп-бышлығып кире күтәрелеүе биҙа, мәшәҡәт, шуныһы бар. Балыҡ эләгәме әллә юҡмы, көн салт аяҙмы, әллә ҡылтымбыйҙай төмһәргәнме - унда илтифатым юҡ, ҡояш ҡыҙҙырһа сүл ғәрәбеләй тын алғыһыҙ томрала ҡаҡланып, ямғыр быҫҡаҡлаһа әрпеш өйрәк бәпкәһеләй күше-геп ултырам шунда, ярҙа, өмөтләнеп һыуға текәлеп, суҡайып. Сарсап китһәм, Һаҡмарға ҡойған Тиләк инешенән һыу һирпеп алып, уйраһынан ҡарағат тәлгәштәрен йыйып сәй ҡайнатып һөрпөлдәтәм, асыҡһам - теге арыш түтәрәме бар. “Йәйен алмаҫ артынан ҡалмаҫ!” тигәндәре шулдыр. Йылғыр сабаҡтар, наҙлы ҡыҙылғанаттар, йы-лғыр бәрҙеләр, абруйлы оптолар, көр йәйендәр, асмәйел суртандар мине балыҡсыға һынамай, һанламай урап үткәнлектән көнө буйы ҡаптырғаным, тотҡаным - тиҫтәгә яҡын, йә унан саҡ ҡына күберәк, бармаҡ буйынан ары китмәгән ташбаш, йә күкен. Шулары ла минең өсөн, маңҡа малай өсөн оло ҡыуаныс һәм табыш. Эл-әккәндәрен ҡәҙерләп, һәр береһен айырым иғтибарға алып, иҫәпләп, шыйтыҡ талдан әтмәләнгән шешкә теҙәм дә күктәге ут йомғағы Олотау артына боҫоп эңер тө-шөүгә тәкәббер ҡиәфәттә ҡайтып инәм һәм ыңғайы бер, тамаҡ төбө менән өндәшеп, өлкән апайыма һүҙем үтмәгәнлектән кесеһенә эш ҡуша ла һалам: “Хәҙер үк, ни-мидлинне таҙарт ошоларҙы! Аңшайып ултырып тауыҡ-фәлән хәмсеп ҡасмаһын, ысматри!”
Бер көн кис, сәй янында, кесе апайым минең яҡҡа кәмһеткәндәй, түбәнһеткәндәй күҙ атып алғас мыҫҡыллы һүҙ ҡуҙғатты:
- Был ҡотһоҙ, фартһыҙ рыбак бөгөн көн оҙоно туғыҙ бөртөк кенә балыҡ ҡаптырған, улары ла сәтәкәйҙән ары үҫмәгән!
- Һин нимә, хисап белмәйһеңме, тоҡан аҡыл, ун!
- Иҫәүән түгелмен, теүәл туғыҙ!
- Иҫәүән булмаһаң ызнашит наҙанһың, иҫәп дәресендә һине алырға ғына өйрәткәндәр, ҡушыуҙың асылын белмәйһең! Ун!
- Туғыҙ тигәс туғыҙ! - Апайым ҡул бармаҡтарын алға һуҙып, баш бармағын йәшереп тырпайтты, алып ҡайтҡанымдың селбәрәләр тоҡоманан икәнлегенә ишаралай тимәк.
- Ах, һин шулаймы, балыҡтарымды бәйәһеҙгә сығараһыңмы?!
Кәзекләшеүебеҙ ғауғаға олғашты, ғауға һуғышҡа ялғанды, яһилланып апайымдың толомона барып йәбештем.
Һуңынан асыҡланды, баҡтиһәң, ике ташбаш береһе икенсеһенә йәбешеп бөтәшкән икән дә баһа, хәйерһеҙ!
Ҡышҡы селлә таңында төш күреп ятам, йәнәһе лә ҡыйыҡ айҙай осло ҡармағыма сихри нурҙар сәсеп ялтыраған балыҡтар ауырлыҡһыҙ килә лә ҡабалар, килә лә ҡа-балар, оло теләк менән эләгергә ынтылып оҙон сиратҡа теҙелгәндәр имеш, һирпеп алып ҡына өлгөр, ыҡытам ғына! Үҙҙәре беләк буйы, үҙҙәренең күҙҙәре биш тин баҡыр аҡсалай, тәңкәләре һары алтын, ҡанат-елпеүестәре сафтан саф көмөш! Ярға барып төшһәләр зыңлап-һикергеләп бейеү көйөнә тартым моң да хасил итәләр хатта. Унда-бында ташланған балыҡтарға ҡушылып мин дә бейейем, бөйөрөмә таянып. Аҙаҡтан тегеләрҙе хисаплаһам теп-теүәл ун!
Шул балыҡтарҙың иң һимеҙен, иң ажарын һайлап һурпа бешереп ашау уйынан таҙа-ртырға иткәйнем, теге әҙәм теле менән:
- Мине ашап ҡорһағың тулмаҫ, тамағын туймаҫ, малай, ебәр мине иреккә! - тип инәлә башланы.
- Юҡ, - мәйтәм, - ашайым тигәс ашайым, иртә таңдан ауыҙыма тәғәм ризыҡ ҡапҡаным юҡ!
- Әгәр йәнемде алмаһаң күңелен нигә ята, шуны бирермен!
- Ҡыш етһә кәрәге тейер, көпө менән кәпәс хәстәрлә. Йәнә саңғы менән сана!
Ҡара сәле, был буйтым егәрле, етеҙ күренә, һорағандарым, тып итеп алдыма килеп тә яттылар.
- Затлы һарай бүләк ит, улай уҡ хәлле, йомарт булғасың!
Күрәм - алдымда алтын һарай пәйҙә булды. Көмбәҙе бейек, ҡапҡалары семәрле.
- Арыуҙан кәләш кәрәк!
- Арыу ҡайһылайыраҡ була инде, асыҡлыҡ индер? - тип төпсөнә төпсөр балыҡ.
- Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, ти беҙҙән өй аша йәшәгән Мөхипъямал ҡарсыҡ, буласаҡ бисәм мине абышҡа итһен, ҡарғышҡа ҡалдырмаһын!
- Буйың итек ҡуңысынан ары китмәгән быуының шыйыҡ, танауың еүеш, нимәгә ул һиңә, кәләш?
- Эсте тишмәҫ, йөрөп торһон әлегә эргәлә, керемде йыуып, тамағыма бешереп, йорт тирәһен ҡараштырып, йыйыштырып, ишек алдын тулы тәртиптә тотоп, ма-лды бағып, һуғарып, бесән һалып, туҡал һыйырҙы һауып, сипарат айыртып, тауыҡ-ҡаҙҙарға ваҡытында ем һибеп, утын киҫкеп, индереп яғып, мейесте аҡлап, иҙәнде һепереп, шунан йыуып, алыҫ ҡоҙоҡтан елкәһе өҙөлә яҙғансы көйәнтәләп һыу ташып! - Һуңғы үтенескә айырым баҫым яһаным, шул һыу артынан йөрөп ҡыялып мөб-итала булына, үҙәккә үтә бит. Ғөмүмән, ҡырамалай-ҡырҡ мәшәҡәтеңде һүҙһеҙ, баш баҫып башҡарған, тел-тешһеҙ хәләл ефетеңдең булыуы үтә лә фарыз, ифрат та кәрәк. Бына мин ҙурайғас, ағас шкафтай ҙурҙан, түмәр умартаһылай йыуандан, башҡарған шөғөлөн элеп алып һелкеп һалырлыҡ дейеүҙәй ҡеүәтленән, һәммәһен үҙе белеп, һепереп йөрөп эшләгән дүрт бисә алырға йыйынам. Дүртәүһен дүрт тарафҡа йомош-юл артынан ҡыуаһың да ҡырын ятаһың түшәмгә төкөрөп, ике донъя бер мөрйәгә рәхәтләнеп, маҙырап. Хөрриәт!
Бына һиңә, мә, тылсым эйәһе балыҡ был талабымды ла һә, тигәнсе тормошҡа ашырҙы, алтын һарайҙың түрендәге бейек тәхеткә һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙ, аҡҡош ҡанатылай мул итәген елпеп килеп тә ҡунды. Үҙен бер аҙ сырамыта биреп тә ҡуйҙым, йөҙө күрше ҡыҙына тартым. Бүләк аттың тешенә ҡарамайҙар, күп һайланһаң һаҙға батыуың да бар, юҡтың көнөндә ул да ярап ҡалыр әле. Күрше ҡыҙҙың ата-әсәһе былай ҙа мине кейәүҙән һалдыра күптән, бына бит, ҡайҙа ла насип ризыҡ те-ште һындырып инә.
Һарай, һәм дә кәләш таптырған арала әллә ҡайҙан, ҡуйы томан араһынан килеп сыҡҡан апайым тапҡанымды ыуаҡайланып, тәфсирләп иҫәпләргә тотондо ла китте, ҡоромағыр, үҙе аҙаҡтан туғыҙ тип иҫбатларға кереште өҫтәүенә. Ошо ерҙә уянып киттем. Бәләкәй тәҙрәләр аша һарҡҡан бөләңгерт яҡтылыҡты, ишек төбөндә ҡарас-ҡылай һерәйгән иҫке мейесте, ысбутҡа киптерергә эленгән еүеш ойоҡтарымды, көлдөксә ауыҙына һалынған табанлы быймаларымды күрәм, мейес артындағы өй си-ңерткәһенең яр һалып сарғаланып соролдауын ишетәм. Мөғжизә, илаһи тылсым бөттө ошо ерҙә, әкиәт тамамланды. Күңелгә кинәт урғып тулған асыуыма сыҙаша алмай эргәмдә мышнап йоҡлап ятҡан апайымдың сәстәренән матҡыным. Йәнә тере һуғыш сыҡты. Йоҡонан тороп өлгөргән әсәйем саҡ айырып алды:
- Нимә бүлешә алманығыҙ тағы таң һарыһынан? Албары улайтмағаныңды!
Албары ла шул булды инде, кесе апайым менән дуҫлыҡ самалы: тапҡанды бүлешә, килешмәгәнде килештерә алмай йәйге оҙон көндә өс, ҡышҡы тоҡоста ике та-пҡыр тозороша һалып барабыҙ. Әсәйем әйтеүенә ҡарағанда кесе апайым ындым бала, ыҡҡа килерлек, тимәк бәләнең башы - ғауғасыл, ҡапаҡ эт яшығында, йәғни миндә.
Һөйөп ҡарап, көндәр буйы ирәйеп китеп әңгәмәләшергә ине лә апай менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үкенескә күрә ул тормош ығы-зығыһынан азат мәңгелеккә киткән…
Ситләштем, биғәйбә, теге талашҡа әйләнеп ҡайтҡанда һорауға ошолайыраҡ яуапланым:
- Йәй генә сығайым әле, инде уға балыҡтарҙы таҙартырға бирмәйем!
- Ниндәй балыҡтарҙы? Ни өсөн?
- Ул гел яңылыш хисаплап хәрәмләшә!
Ғүмер баҡый, хыялымда, гел алтын балыҡтар ғына ҡаптырам. Тапҡанымды саманан арттырып, ысынбарлыҡты лөғәткә әүерелдереп тә ебәргеләйем ҡайһы саҡ, бармаҡ буйы табышымды ҡоластан саҡ ҡына ҡайтыш, беләктән апаруҡ оҙон тип шаштырып иҫбатлайым. Ни хәл итмәк, шәп, фартауай күренге килә.
Яныңда тапҡаныңа теүәл, ғәҙел баһа бирерлек, айыҡ ҡарашлы берәй кешенең булыуы ла кәрәктер ул. Гел хыялда ғына йәшәп булмай, теләйһеңме быны әллә юҡмы, фани донъяға ла бер килеп ҡайтырға кәрәк. Ә ҡырыҫ фанилыҡта иһә ҡуш тигәнең буш булып сыға бик йыш ҡына, ҡушты тотторор ерҙә ҡуҡыш күрһәтеүҙәре лә бик ихтимал!
Хыялымда алтын-көмөшкә ымһынһам да миңә әле лә фәҡәт ташбаш менән күкендәр генә ҡаба. Барына ризамын, шөкөрана ҡылам, сөнки өлөшөмә төшкәне шул.