Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хәбиров Радий Фәрит улына
Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
“21-се быуат яҙыусыһы” тип аталған төбәк-ара Форум бик юғары шарттарҙа үтеп китте. Ситтән бик күп арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырылғайны, ике көн арауы-ғында ошо сара сиктәрендә бер нисә майҙансыҡ эшләне, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, ҡәләмдәштәр менән ирекле аралаштыҡ, бөтәһен дә уртаға һалып һө-йләшеп-кәңәшләшеп әҙәбиәтебеҙҙең киләсәк үҫеше хаҡында пландар ҡорҙоҡ, фекерҙәр алыштыҡ. Ошо матур сараны ойошторғанығыҙ өсөн бөтә ҡәләмдәштә-рем исеменән Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Форумдың икенсе көнөндә Һеҙҙең менән осрашыу булды, Башҡортостан әҙәбиәтен киң яҡлы байҡау, уны яңы үрҙәргә күтәреү йәһәтенән матур теләктәр белдерҙегеҙ, һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ пландарығыҙ менән уртаҡлаштығыҙ, Союзға күрһәтеләсәк матди ярҙам, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен нәшриәт аша баҫтырып сығарыу, уларҙы китап уҡыусылар, йәштәр араһында киң пропагандалау хаҡында ла онотманығыҙ, тимәк киләсәктә Башҡортостан Яҙыусылар Союзына, шәхсән Һеҙҙең тарафтан, республика хөкүмәте тарафынан иғтибар күрһәтеләсәк, ул ҙур буласаҡ. Бына ошон-дай яҡты уйҙар һәм хыялдар менән таралышҡандыр һәр әҙип.
Осрашыу аҙағында Һеҙ бик күп һорауҙарҙы һәм үтенестәрҙе иғтибар менән тыңлап һәр береһенә төплө, тәрән уйланылған яуаптар ҡайтарҙығыҙ. Саҡы-рылған ҡунаҡтар, ҡәләмдәштәрем тарафынан әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф, тел мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар күп бирелде. Өс йөҙгә яҡын кешенең һәр береһенә яуап ҡайтарып бөтөү, һәр үтенесте тыңлау мөмкин булмаған эш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы баҫҡан кешенең һорауы үҙе бер сығышҡа әүерелеп китте, улар-ҙың күбеһе шәхси, ғәҙәти шарттарҙа еңел хәл ителә торған мәсьәләләр ине, шуның өсөн дә эшлекле аралашыу ваҡыты ныҡ ҡыҫҡарҙы. Минең һорауым иң әүәл Башҡортостан Яҙыусылар Союзының эшен йәнләндереү юҫығына йүнәлтелгәйне, уны Һеҙгә бирә, оло йыйынға ишеттерә алманым, шуның өсөн дә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итәм.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Мин ун йылдан ашыу Сибай яҙыусылар ойошмаһын етәкләнем, шуға күрә Союз, уның аппаратының эшен яҡындан беләм. Ошо дәүерҙә Сибай ойошмаһы матур, йәнле эшләне, киң масштаблы ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙе. Ошо арауыҡта ғына ла урындағы хакимиәттәрҙең (бында Сиб-ай ҡала, Хәйбулла, Йылайыр райондары хакимиәттәрен күҙ уңында тотам) финанс ярҙамы менән балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусыларының ижадтарына ба-ғышланған һигеҙ йыйынтыҡ донъя күрҙе. Сибай хакимиәте билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияны булдырылып мәҙәниәт, әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәренә ҡала көнөндә тапшыра килде, уның исеме башҡорт лицейына бирелеп мәңгеләштерелде. Башҡорт-остандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге, ижади балалар араһында үткәрелгән ҡала конкурсы ваҡыт үтеү менән төбәк конкурсы статусын алды, әйткәндәй, бөгөн дә ул бик күркәм итеп, Сибай интернат-мәктәбе тарафынан йыл һайын уҙғарыла килә.
Маҡтанырға йыйынмайым, үткәрелгән саралар, сығарылған китаптар минең генә түгел, Урал арьяғында йәшәгән барлыҡ ҡәләмдәштәремдең, урында эшләп килгән башҡорттар ҡоролтайының дөйөм хеҙмәте, тырышлығы булды. Яҙыусыларҙың ремонт үткәрелгән, айырым урынлашҡан яҡты йорто урындағы, ат-ап әйткәндә Урал аръяғында ижад иткән ҡәләмдәштәремдең килеп йөрөү, кәңәш ҡороу, ижадын күрһәтеү урынына әүерелде. Көн һайын осрашып торҙоҡ, аҙна һайын ниндәй ҙә булһа сара үткәрҙек. Ошо осорҙа беҙҙәге һымаҡ эшләп килгән Учалы, Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Күмертау (әйткәндәй урындағы хакимиәт ярҙамы менән ул бөгөн дә эшләп килә) яҙыусылар ойошмалары менән аралашып йәшәнек, пландар ҡорҙоҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Ошо хаҡта һағынып һөйләр-гә генә ҡала, сөнки рус, башҡорт, татар, йәштәр менән эшләү бүлектәрен эсенә алған Союз аппараты ныҡ ҡыҫҡарҙы, урындағы яҙыусылар ойошмалары бөтөр-өлдө, йә улар ҡағыҙҙа ғына, йә иҫәпкә бар һанға юҡ.
Йәш таланттарҙы асыу, үҫтереү, йәш көстәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу, йәлеп итеү йәһәтенән улар менән көндәлек, ныҡышмал эшләргә кәрәк. Быны Со-юз аша, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа иҫәпләнгән осрашыуҙар мәлендә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.
Һеҙгә ҙур үтенесем бар, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының аппаратын элекке торошона ҡайтарып үҫтерергә, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡын түләргә, тағы урындағы яҙыусылар ойошмаларын яңы айырым йорт биреп, уға етәксе билдәләп, әҙәби консультант ҡуйып тергеҙергә ине. Был ойо-шмалар Күмертау яҙыусылар ойошмаһы миҫалында урындағы хакимиәттәр тарафынан финансланһа, тикшерелһә, көндәлек эштәре контролгә алынһа бигер-әк тә һәйбәт. Фәҡәт ошо юлдар менән генә Башҡортостан Яҙыусылар Союзының эшен йәнләндерергә, уны яңы бейеклектәргә күтәрергә, яңы таланттар асыр-ға мөмкин.
Һеҙгә оло ихтирам һәм хөрмәт менән:
Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар Союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡыт-ыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика, Рамазан Өмөтбаев исемендәге Сибай ҡалаһы конкурстары лауреаты, "Атайсал" төбәк гәзитенең баш мө-хәррире Хәйҙәр Тапаҡов.
Сибай ҡалаһы, 29 май 2021 йыл.