Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
22 Май 2021, 10:26

Яҙыусы

Һәммәгеҙгә бер теләк кенә теләр инем - ҡәләмегеҙ ҡыҫҡара күрмәһен, йәнә алдығыҙҙағы аҡ ҡағыҙ кәмемәһен, күргән-кисергәндәрегеҙ теркәлгән күңелегеҙ тапланмаһын!

Әҙәби осрашыу мәлендә республика журналының баш мөхәрриренә бер ҡатын үтенес белдерҙе: “Мин яратып уҡыған автор ике-өс йыл була инде, күрен-гәне юҡ, баҫығыҙ әле шуны!” “Баҫыр инек тә яҙған әйберҙәре юҡ бит әле”, - тип яуапланы мөхәррир. Әңгәмәгә мин дә ҡушылдым: “Уны ғәйепләргә, ижадҡа мәжбүр итергә ярамай, тимәк яҙыу уның яҙмышы түгел!”
Күрше ауылда өлкән генә йәштәге бер кеше йәшәне. Йыш килә ине ул миңә. Килә лә һүҙҙе гел бер иш башлай: “Яҙам, көн һайын яҙам, үҙемдең яҙмы-шым, башымдан үткәндәр хаҡында яҙам”, ти. Әҙәбиәт теорияһы йәһәтенән ҡайһы бер кәңәштәр ала ла кире ҡайтып китә. Белгәнемде өйрәтәм, өйрәтмә-йем, кәңәш итәм. Шул яҙыусының яҙғандарын бер тапҡыр ҙа уҡырға тура килмәне.
Бер көн ул тағы яныма һуғылды. Кәңәш һорап килмәгән, теләген әйтергә килгән. “Ҡустым, мин яҙғандарҙы берәй журналға тәҡдим итеп ҡарайһыңмы әллә? Урын-еренә еткергәндән аҙаҡ. Үҙеңдең исем-шәрифеңде ҡуйып.” “Яҙып бөтөрҙөгөҙмө һуң?” “Килештереп үҙеңсә ослар ҙа ҡуйырһың.” “Яҙмышымды яҙам, тигән инегеҙ, уны дауам итә алмамдыр. Ә матбуғатта баҫырҙан алда уны тулайым ҡарап сығырға ла кәрәк бит әле. Тамамлағыҙ ҙа уҡып сығайыҡ бе-ргәләп, әгәр уҡымлы булһа ул һеҙҙең исем менән килеп сығыр. Һис ҡасан яттарҙыҡын үҙләштергәнем юҡ, үҙләштермәм дә.” Ул урынынан ҡалҡынды: “Ярай, яҙып бөтөргә тырышырмын нисек тә, тик ҡәләмем ныҡ ҡыҫҡарҙы, ғүмерем аҙағына яҡынлашалыр күрәһең...”
Һәр кем яҙмышын яҙа, ҡағыҙға төшөрөп, йә күңеленән. Яҙа алмағандар ҙа бар. Улар инде башҡарған хеҙмәттәре, ҡылған эштәре менән яҙа, шул юл ме-нән яҡты эҙ ҡалдырып китергә тырыша, күп йылдар үткәс уны яҡшы һүҙ менән иҫкә алыуҙарына өмөтләнә. Һәммәгеҙгә бер теләк кенә теләр инем - ҡәлә-мегеҙ ҡыҫҡара күрмәһен, йәнә алдығыҙҙағы аҡ ҡағыҙ кәмемәһен, күргән-кисергәндәрегеҙ теркәлгән күңелегеҙ тапланмаһын!