АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
11 Мая 2021, 04:11

Кәкүк

Бына мөғжизә, өнөммө был, әллә төшөммө, ҡапыл ҡолағыма кәкүк саҡырыуы салынды. Булмаҫ, тышта ҡыш ҡатылығы хөкөм һөрә, хакимлыҡ итә, ә был ҡош йылы, наҙлы яҙ хәбәрсеһе. Саҡырыу эргәлә генә ишетелә, ул тағы ҡабатланды. Тағы. Ян-яғымды төрткөләнем: “Егеттәр, ишетәһегеҙме, кәкүк саҡырға, кәкүк, ул яҙ килеүен хәбәр итеп һөйөнсөләй! Әсәйем, кәкүк мәле етһә, һис нимәнән ҡурҡмайынса саҡыра ул, урман ышығына боҫоп булһа ла, ти торғайны, ысын икән!”

Беҙ, ауылдаш өс егет, Рауил, Әмир һәм мин, Сибайҙа үткән Беренсе Май демонстрацияһынан һуң ҡайтырға йыйындыҡ. Рауил менән Әмир ҡала уртаһындағы Киров урамында урынлашҡан ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөйҙәр, ә мин ҡала ситендәге барактарҙы мөйөш иткән Төҙөүселәр урамындағы медицина училищыһ-ында. Төҙөүселәр ҡаланы төҙөй, үҙҙәре ҡала ҡырлауындағы ташландыҡ серек йорттарҙа йәшәй, шуныһы аяныслы, ишәктең көсө хәләл булһа ла ите харам, тигән-дәре шулдыр, күрәһең. Беҙ тереклек иткән шул ҡала ситендәге урамда заманса йәшәү шарттары булдырылмаған, электр лампалары эленмәгән, мәҙәниәт, спорт объекттары юҡ, кис етте иһә ул хәүефле ҡараңғылыҡҡа күмелә. Ҡараңғылыҡ билдәле, енәйәтселәрҙең һәм уғрыларҙың дуҫы. Беренсе участок та шул яғы менән билдәле ине. Йәнә, сәғәт һайын, тәүлек әйләнәһенә, йоҡоно йоҡо итмәй бимазалап эргәләге генә тимер юлдан электровоз урамды, йорттарҙы, ерҙе дер һелкетеп байыҡтырыу комбинатына руда ташый.
Элек хеҙмәттәшлек, Бөйөк Еңеү, Октябрь революцияһы көндәрендә дәррәү, гөрләп үткән, изгеләрҙән-изге иҫәпләнгән демонстрацияларҙа ҡатнашыу мотлаҡ булғанлыҡтан ҡасыу йә сәбәп табып ситләшеп ҡалыу тураһында уйларға ла яраманы, ул һәр совет кешеһенең мөҡәддәс, тайпылышһыҙ үтәргә тейеш бурысы һана-лды. Сара алдынан һәр бүлекте төркөмләп училищының комскомитетына саҡыртып байрамда тотоп бараһы әйберҙәрҙе исемлеккә теркәп, ҡултамға ҡуйҙырып тар-аттылар, ҡайһы берҙәренә транспорант, бәғзеләренә ҡыҙыл байраҡ эләкте, мин инде сағыштырмаса еңел ҡотолдом – артыҡ ҙур булмаған ҡар көрәмәле фанера көрәк ҙурлығындағы сифатлы эшләнгән портретты килтереп отторҙолар. Ул Үҙәк Комитеттың Политбюро ағзаһы, тотош Союзда идеология буйынса яуаплы Суслов ине. Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигәндәй биргәндәрен ваҡытһыҙ тағылған имгәк һымағыраҡ ҡабул иттем. Шуныһы ғәжәп, Михаил Андреевич һуйған да ҡаплаған миңә оҡшағай-ны; ҡаҡса кәүҙә, яҫы маңлай, уйсаныраҡ күҙҙәр, хатта уң яҡ ҡашы ла өтөрәйеңкерәгән, йоҡа ирендәре лә һис кемдең башына килмәҫ фекерҙе әйтергә йыйынғандай ныҡ итеп ҡымтылғандар. Төркөм уртаһындағы мине шәйләп өлгөргән күҙәтеүсән, һынсыл кемеһелер шундуҡ элә һалып та алды: “Нимә, байрам хөрмәтенә ғәзиз ат-айыңды күтәреп барырғамы иҫәбең?” Илтифатһыҙ ҡалып яуапланым:“Кемде булһын, шуны!” “Һин Кремлдең бала табыу йортонда тыумағанһыңдыр ҙа?” “Юҡ шул. Сиҙәм күтәргән йылдарҙа Суслов беҙҙең яҡтарға визит менән килгән тиҙәр, шул ваҡыттағы осраҡлы мөхәббәттән яралғанмын.” Акушер бүлегендә уҡыған ҡыҙ һүҙгә ҡушылды: “Шуныһы үкенесле, йә абортҡа ебәрмәгәндәр һине, ул саҡта бәйләнсек, әрһеҙ, эт ҡайышы бер әҙәмдән ҡотолор инек!” Һис ҡасан һүҙ артынан кеҫәгә тығ-ылманым, тығылмайым да, яуабым һәр саҡ әҙер: “Әйткәндәй, бер ағай килеп кисәге көн мине эҙләп тапты ла, һүҙ рәте белмәгән, ҡыйпысыҡ ҡыҙым бар, ал шуны кәләш итеп, ҡотолормон исмаһам бер нишананан, тип инәлде, инәлеү генә түгел аяҡтарыма йығылып ялбарҙы. Ни хәл итәһең, игелекле, миһырбанлы, әҙәпле, тый-наҡ, тәрбиәле, зыялы кеше булараҡ ризалашырға тура килде. Һуңынан белешкәйнем, ул һинең атайың булыуы асыҡланды. Әгәр, шулай икән, силәгенә күрә ҡапҡа-сы, нисек тә ығырлап-шығырлап көн итербеҙ әле, һин минең эт ҡайышын майларһың, ә мин һине кешесә әңгәмә ҡорорға, сейле-бешле булһа ла икмәк бешерергә өйрәтермен... ” Шулай итеп ауыҙын тиҙ яптым тегенең.
Тимер юлды аша сығып киттек ҡала үҙәгенә табан. Колоннабыҙ Мәскәүҙә өшөп-туңып ҡайтыу яғына ыңғайлаған Напалеон Бонапарт армияһын хәтерләтә. Кире боролоп, ваҡыт үткәреп йөрөмәҫ өсөн теге акушер “кәләшем” менән “ҡайны”һын кире комскомитетҡа алып бары тапшырыу хаҡында алдан килешеп тә ҡуйҙыҡ. Көн һалҡынса, һалҡынса ғына түгел хатта һыуыҡ та әле, күктә суйындай ҡара, ситтәре ағарып күренгән ҡар болоттары туҙырай. Байрамды байрам итмәй көн боҙолор, ахыры. Яҙы ла һуңлап килә, йорт эргәләрендә өйөм-өйөм булып ҡар ята һаман, тирәктәр ҙә яңы бөрөләренә тулышҡан, ҡояш та ныҡлап йылытмай әлегә, сыуаҡ бул-мағас ҡоштар ҙа сутылдаша һалып бармай.
Бәхетһеҙлегебеҙгә күрә оҙон колоннаның иң артына апарып ҡуйҙылар. Билдәле, иң алдан хеҙмәт коллективтары үтә, шунан һуң ғына уҡыу йорттары, ары мәктә-птәр, балалар баҡсалары. “Октябрҙың 40 йыллығы” исемендәге мәҙәнәиәт йорто хыялдағылай әллә ҡайҙа алыҫта күренә, уға еткәнсе юҡ тигәндә саҡрым ярым тирәһе атлайһы. Ҡала етәкселеге шуның алдына ҡуйылған трибуна артына баҫып сәләмләй гелән. Бына, ниһайәт, ашыҡмай аҙымлап көтөлгән тәңгәлгә яҡынлағайныҡ, көр тауышлы саҡырыу ишетелде: “Йәшәһен коммунистар партияһы, йәшәһен бөйөктәрҙән-бөйөк Владимир Ильич Ленин!” Мейемдән: “Ҡотолдом был бәләнән дә, ҡайтаб-ыҙ былай булғас!” тигән уй йүгереп үтте һәм мин тамаҡ ярып йәнасыҡҡа һөрәнләп тә ебәрҙем: “Урр-ааа!”
Биштәремде яурынға һалып эләгә-йығыла, туранан тартып вокзалға ҡарай йүгерҙем. Рауил менән Әмир вокзал алды майҙансығында мине көтәләр ине инде, күренеүем менән кемуҙарҙан мыжып та ебәрҙеләр: “Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса аҙып-туҙып, автобус ҡуҙғалырға ла ярты сәғәт ваҡыт ҡалды! Ярай урынһыҙ булһа ла бил-еттар алып өлгөрҙөк, юғиһә бында ҡалына ине...” “Ҡайҙа, тип һеҙҙең тамаҡты ҡайғыртыуым...” Моҡсамдан юл ыңғай буфетҡа һуғылып алған кәбеҫтә бәлештәрен сыға-рҙым. Асмәйелдәрҙең өндәре тығылды, упылдап биргәнем менән тығынырға тотондолар. Уңғансы пенсияға сыға алмай ыҙаланған аҡһаҡ-туҡһаҡ бабайҙай туҙып-емер-елеп бөткән “Сибай-Самарск через Юлдыбаево” автобусы ыңғыраша-уфылдай килеп туҡтаны. Ҡайтырға теләгән юлаусылар, һиңә әйтәйем, ике автобустан һис тә кәм түгел, артығыраҡ булмаһа әле. Бөгөлмәле алғы ишек асы сыйылдап асылыу менән моҡсайҙарыбыҙҙы эс яҡҡа ырғытып 17-се йылда Ҡышҡы Һарайҙы штурмлаған яһил матростар ише алға уҡталдыҡ. Алдыма гүр эйәһе булыр йәштәге, әруах еҫе аңҡыған ҡарсыҡ баҫҡан икән, хәйерһеҙ, тәре төшөрөлгән гробында һуҙылып әжәлен көтөп өйөндә генә ятһа ни булған, тар ергә таяуҙай һерәйеп бында төртәләнгәнсе, юҡ бит, килгән, килеү генә түгел ярты тоҡ самаһы йөк тә артмаҡлап алған. Йәне инәле-сығалы был йән эйәһен, Мәскәй әбейҙе һаҡһыҙ ҡағылып үлтереп ҡуймайым тип хафаға ҡалдым. Ысынлап та ул ҡатын-ҡыҙға ихласлап йәбешкәндәй дәртле ҡы-ҫыуыма сыҙамай ыңғайы бер иламһырап тызылдап та ебәрҙе: “Куда прешь, как ошалелый, задавишь совсем!” Тегенең ишетеү һәләтен юғалтҡан ҡолағына ауыҙымды терәп тел сарлауға күстем: “Здравстуйте, многоуважаемая, вы одна, а где же ваш Кащей, прошу прощения, ваш несравненный старик-ветеран?” “Где же ему быть, дома мается. У него мослы ноют в непогоде, вот и остался...” “Не волнуйся, бабуля, сейчас мы зайдем на часок, и через некоторое время, выйдем. Если у тебя билет с местом, сяду я, а тебя как дорого человека на колени, нет на ладони посажу, а вы от большого счастья и радости будете подпрыгивать, согласны?!” “Обрадовал, щас уступлю...” “Славно, вот и договорились. Кстати, а у меня припасен для вас пирожок с капустой. Пирожок с капустой желаете, многоуважаемая гражданочка, ась?” “Я-то без зубов совсем...” “И это не беда, собственноротно разжую капусту, и вам в рот положу.” “Несешь всякую чушь, балабол окоянный!” Илла алла менән эскә инеп күшеккән ҡаҙҙай бер аяҡҡа баҫтыҡ. Алай ҙа һыйҙыҡ, ошо рәүешле ҡайтырға ла ризабыҙ. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына тиҙәр бит, минең ал-дыма мискәләй йыуан, мунса мейеселәй йылы, майлы арҡаһынан боҫ бөрккән бер ханым баҫҡайны. Һаҡлау, яҡлау өмөт итеп һөйгән йәренә һыйынған мәжнүндәй уның йомшаҡ, яҫы арҡаһына сат һылаштым. Йылы, ирәүән булып китте. Ауылдашым Рәхимйән ағай әйтмешләй: “Бисә тигәнең ҙур, һимеҙ, йомшаҡ булһын ул, шул саҡта ғына ғаилә тормошонда рәхәт, ышыҡ төнәүҙәге ҡуналҡаға ҡунған әтәстәй көн итәһең... ”
Ике сәғәттән ашыу ҡырсынташ юлда һелкенә торғас Сиҙер ауылының һыртындағы туҡталышҡа килеп еттек тә, шунда төшөп ҡалып уңға-һулға ҡарап осраҡлы ылау ҙа көтөп тормаҫтан ҡайтыу яғына йүнәлдек. Бынау, игелекле хужа этен сығармаҫ эңерҙә кем генә йөрөр, тиһең.
Автобуста һелкенгән арала көнө лә боҙолған: күктәге ялбыр болоттар тағы ла ҡуйырыңҡырап төмһәреп киткән, унан тирмән мөкөһөнән ҡойолғандай ябалаҡлап ҡар һибәләй, еле лә әсе, ыҙғырыҡҡа тартым. Ярай әле башыбыҙ етеп болонья курткаларҙы үҙебеҙ менән алғанбыҙ.
Һабырға 25-30 саҡрым тирәһе. Бындай барыш менән барһа ҡайтып етеү тураһында уйларға ла ярамай, сөнки был мәлдә боҙо ҡуҙғалған Һаҡмар диңгеҙҙәй йәйелеп ташып китә. Йылғаға төшөрөлгән ҡушарлы кәмә төнгөлөккә теге яҡ ярҙа ҡалдырыла, шулай бу-лғас теләйһеңме быны әллә юҡмы, Байғужа ауылында ҡу-нырға тура киләсәк.
Биш-алты саҡрым үттекме-юҡмы ысын мәғәнәһендә ер менән күкте тоташтырған буран башланды. Рауил ризаһыҙ һөйләнеп ҡуйҙы: “Бишҡунаҡ был. Ул аҙна-ун көн тирәһе йонсотасаҡ әле...” Бәкәлгә һуҡҡан ҡарҙы кисеп бара башланыҡ, ярай әле, ел саба түгел, арҡанан иҫә. Алдан төшкән Әмир уң яҡҡа тартты. “Яңылыш киттең түгелме? - тим. - Һулаҡайҙа ята лаһа Бикйән!” “Нимәгә һиңә Бикйән, ошолай барһаҡ тура “Восток”ҡа һыйырҙар фермаһына барып сығабыҙ. Шунда һәүкәш-тәргә һыйынып таң аттырһаҡ кисеүгә ҡәҙәр 7-8 саҡрым ҡала...” Ни хәл итәһең, аңра мал кимәленә төшәбеҙ былай булғас. Суслов-атайым минең былайтып этлән-гәнемде һиҙә микән? Юҡтыр, белгән хәлдә әллә ҡасан Сибай-Һабыр тимер юлын һалдырып ҡуйыр, йәиһә, юҡ тигәндә, миңә үҙенең юғары дәүләт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән “Чайка” автомобилен бүләк итер ине.
Атлауы ныҡ ауырлашты. Көрт кисеүҙән түгел. Тирләп көсөргәнеүҙән арҡабыҙ еүешләнде, ныҡ арытты ла. Килә торғас ниндәйҙер урман шырлығына килеп индек, бер аҙ барғас яр буйына килеп терәлдек, күреп ҡалып ҡарайып торған ергә йүнәлгәйнек, ул ни-ндәйҙер таш ҡыуышлығы булып сыҡты. Мунсалай ғына тар таш ҡапсыҡ. Шуныһы ҡулай, бында ел дә өрмәй, юғарынан еүеш ҡар ҙа яумай. Рауил килгән урыныбыҙҙы тоҫмалланы: “Был йылға яры булырға тейеш, тик ҡайһы тирә икән? Беҙҙең тарафта бындай тау ярыҡ-тары юҡ, ундағы һәр тишек-тошоҡто беләм мин. Нисек кенә булһа ла ошонда ҡунырға тура киләсәк, юғиһә күшегеп йығылабыҙ, билләһи!” Төртәләнеп йөрөп аяҡ аҫтындағы ҡоро-һарыны бер урынға өйөп ауырлыҡ менән усаҡ тоҡандырҙыҡ. Ярай әле теге әбейҙе һыйлап әрәм итмә-гәнмен, моҡсам төбөндәге берҙән-бер бәлеште өскә бүлеп ҡаптыҡ та йылыға иҙерәп ойоп та киттек. Төшөмә мине йылытып килгән йомро ханым инде. Аштың мулына, татлыһына, бәрәкәтлеһенә юлыҡҡанмын икән дә баһа, ул минең йәрәшелгән бисәм булып сыҡты! Ул ғына түгел, шул иштәге яр биреһеләй тағы ла ике ҡатын. Буйҙа-ры ла бер иш, һимеҙ-тыңҡышлыҡтары ла. Өсәүһе лә мулла бата уҡып ҡауыштырған хәләлдәрем икән, бына ҡайҙа аяҡ аҫтында ятҡан бәхет! Улар мине ҡәҙерләп ҡосаҡ-лап алдылар ҙа өс яҡтан йылытырға тотондолар. Берәүһе уң яҡта, икенсеһе һулда, ауырлығы центнер ярымдан һис тә кәм булмаған өсөнсөһө, хәлемде бөтөрөп, тын-ымды быуылдырып, үҙәк буйын ҡурҙырып өҫтөмә үк менеп атланған. Ожмах түшәгендә ятҡандай хис итәм үҙемде, шул тиклем дә рәхәт. Һиҫкәнеп уянып киттем. Бер яғымдан арыҡ алашалай ябыҡ Рауил һыйынған, икенсе яҡтан энә ашаған эттәй ҡаҡ яшыҡ Әмир. Усаҡ та янып бөтөп һүнгән, бер-ике бөртөк ҡуҙ ғына һуңғы өмөт сат-ҡыһылай йызлайҙар. Мәмерйә ауыҙынан һүрән яҡтылыҡ эс яҡҡа һарҡа. Тимәк таң атҡан. Тышта һаман да буран олой. Был ғәрәсәттән имен-аман сығырыбыҙ билдәһеҙ. Кисә һуңғы шырпы бөртөгө менән усаҡ тоҡандырып аҙаҡҡы телемде бүлешеп ҡапҡайныҡ, бөгөн нимәгә ышанырға, ынтылырға ҡала, ҡайһы тарафҡа юлланырға? Бы-на мөғжизә, өнөммө был, әллә төшөммө, ҡапыл ҡолағыма кәкүк саҡырыуы салынды. Булмаҫ, тышта ҡыш ҡатылығы хөкөм һөрә, хакимлыҡ итә, ә был ҡош йылы, наҙлы яҙ хәбәрсеһе. Саҡырыу эргәлә генә ишетелә, ул тағы ҡабатланды. Тағы. Ян-яғымды төрткөләнем: “Егеттәр, ишетәһегеҙме, кәкүк саҡырға, кәкүк, ул яҙ килеүен хәбәр итеп һөйөнсөләй! Әсәйем, кәкүк мәле етһә, һис нимәнән ҡурҡмайынса саҡыра ул, урман ышығына боҫоп булһа ла, ти торғайны, ысын икән!” Тороп, әйберҙәребеҙҙе эләктерә һалып таш ҡапсыҡтан сыҡтыҡ та тауыш килгән яҡҡа тоҫмаллап атланыҡ. Ә кәкүк ҡойолдо-роп, туҡтауҙы белмәй онотолоп беҙҙе үҙенә саҡыра, әйҙәй. Тиҙҙән алдыбыҙҙа беҙҙең ауылдан, Һаҡмар ағышынан әллә күпкә өҫтә ятҡан Үрге Ғәле ауылының өйҙәре пәйҙә булды.
Рауил яҡты донъяла юҡ инде хәҙер, Әмир ҙә. Тормош ауырлыҡтарына осраһам шул буранға үс итеп бар тәбиғәтте уятып саҡырған кәкүк иҫемә килеп төшә һәм мин дәртләнеп китәм: “Оҙон ғүмер юраған кәкүгем саҡыра. Тимәк йәшәйбеҙ әле. Йәшәйбеҙ!”
Читайте нас