АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
8 Мая 2021, 06:10

Биртек (алтынсы киҫәк)

Вазифа ҡарсыҡ һыйсан кеше. Ҡунаҡ саҡырыр булһа эргә-тирәһендәге әхирәттәрен йома сәйенә саҡырған хәлдә лә ҙурҙан ҡубып оло байрам үткәреп абруйлы ҡунаҡтар йыйғандай сәскәле күлдәген кейеп, кәшмир яулығын ябынып ала, ике ҡулын терһәктән бөгөп ҡул остарын түбән һалындыра. Ошо ҡиәфәттә күрһәк Насырйән дуҫ менән Вазифа инәйгә ашығабыҙ.

Вазифа ҡарсыҡтың һалам башлы өйө ергә һылашҡан. Урам яҡтан күҙҙе көсәндереп ҡарап унда һуңғы өмөттәй йымылдаған утлы нөктәне шәйләмәһ-әң бында бары ҙур ҡар өйөмө икән, тип уйларға мөмкин. Вазифа инәй ныҡ сирләй. Үткәндә Мөхипямал инәй беҙгә әсетке алырға ингәндә ул ҡылтамаҡ булғанмы-ниме, тип хәүефләнеп һөйләп ултырҙы, сирҙең етдилеге хаҡында тәфсирләп торманы, минең яҡҡа шиксел һирпелеп ҡуйҙы ла икенсе һүҙгә күс-те. Вазифа шулай ҙа бир-ешмәҫкә тырыша, көслөк менән генә булһа ла үҙ йомошо артынан йөрөй. Яңғыҙы көн итә ул. Берҙән-бер малайы Фәнис әрмегә киткәйне, шунан ҡайтманы. Хеҙмәт иткән ерендә бер мәрйәгә әүрәп ҡалған тип һөйләнеләр аҙаҡ. Вазифа ҡарсыҡ һыйсан кеше. Ҡунаҡ саҡырыр булһа эр-гә-тирәһендәге әхирәттәрен йома сәйен саҡырған хәлдә лә ҙурҙан ҡубып оло байрам үткәреп абруйлы ҡунаҡтар йыйығандай сәскәле күлдәген кейеп, кә-шмир яулығын ябынып ала, ике ҡулын терһәктән бөгөп ҡул остарын түбән һалындыра. Ошо ҡиәфәттә күрһәк Насырйән дуҫ менән Вазифа инәйгә ашыға-быҙ. Барып инһәк май сыжылдатып йә ул табикмәк бешереп тора, йә күлдәген беләгенә саҡлы һыҙғанып ҡул менән май бешә. Бар һыйҙан да беҙгә өлөш эләгә, хатта инеп-сығып йөрөгән үҙ кеше булараҡ инәйҙең айранға буялған терһәктәрен дә яларға тартынмайбыҙ - уң яҡты мин, һулаҡайҙы Насырйән. Үҙ кеше, тигәндәй Вазифаны ярҙамһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ: хәлебеҙҙән кигәнсе ҡышҡылыҡҡа ҡоро утын хәстәрләшәбеҙ, көҙ етте иһә картуфын баҙға ташып һалабыҙ. Шул ҡотло ҡул Вазифа ҡарсыҡ әле сирләй, үтә лә етди сирләй.
– Апай, бында инеп тормайыҡ, йәме? Инәйҙең үҙенә лә еңел түгел бит.
– Алым артынан йөрөгәндән бигерәк имен-аманлығын белеп булһа ла сығайыҡ. Ике-өс көн инде урамда күҙгә салынмай, юғиһә.
Түшәктә ятһа ла Вазифа оҙаҡлап көттөрмәй сыҡты, беҙҙең яҡынлауҙы көтөп ҡолағын һалып ятҡан, тиерһең.
– Тороп тороғоҙ, хәҙер асам…
– Инәй, сәләм биргәндәй арауыҡ аша ғына еткерәһе йомош бар ине.
– Ҡуй улайтмағыҙ, хәҙер самауырымды терелтәм…
– Кәрәкмәҫ. Үҙеңдең хәлең нисек һуң?
– Теремен әлегә… - Инергә теләмәгәс ары ҡыҫтаманы ҡарсыҡ, беҙҙең ни әйт-еребеҙҙе көттө.
– Биртек ҡыуалатып йөрөп ятабыҙ ҙа хәлеңде белеп булһа ла үтәйек, тип һинең яҡҡа ҡайырылдыҡ бына.
– Хәл белеү борондан ҡалған изге ғәмәл… ҡана һуң мин дә биртек менән ге-нә әҙәм булып, мандып китә алһам.
– Төҙәлерһең Алла бойорһа.
– Бөтәһе лә Тәңре хөкөмөндә... Биртенеүгә бурһыҡ майы дауа инде ул. Миндә бар ине, әҙерәк соҡоноп эҙләүемде көтһәгеҙ.
– Урынһыҙ бимазаланыҡ.
– Бик тә урынлы. Юғиһә яңғыҙым ваҡыт үткәрә алмай ыҙаланам. Йоҡлама-һаң төнө лә йылдай оҙон икән ул. Уйлай барып уй бөтә. Ә былай эш тапһаң шөғөлөң йәнеңә дауа. Көтмәгәндә ҡайтып инһә тип Фәнис улыма йылы свитер бәйләй башлағайным да. Әжәл килеп ҡабаландырмаһа…
Аҡыл инә башлаһа ла ололарҙың һөйләшеүенә төшөнә алмайым ҡайһы саҡ. Айырым әйткәндәрҙе аңлайым да һымаҡ, ә бына фекерҙәрен йомаҡҡа төрһәләр ишеткәндәрем ҡомға һеңгән һыуҙай юҡҡа сығалар, төрөгөмөштәй ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеп таралалар. Бына тағы Вазифа инәйҙең әйткән-дәренә хайран ҡалдым. Нисек инде үлемде тыныс ҡына, һәүетемсә генә ҡабул итмәк кәрәк. Өҫтәүенә күҙҙәре йомолғансы эшен тамамлап ҡуйырға йый-ына, әгәр башлағанының осона сыҡһа тыныс күңел менән әхирәткә күсә инде, йәнәһе лә.
Биштәргә гәзит киҫәгенә төрөлгән бармаҡ башындай май киҫәген һалып алдым. Урамға сыҡҡас артыма ҡайырылдым, ә унда бейек көрт аҫтынан көсө ҡайтышланған тере ҡуҙҙай ут нөктәһе былт-былт яна ине…
(Аҙағы бар)
Читайте нас