АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
7 Мая 2021, 03:00

Биртек (бишенсе киҫәк)

Китапханасы Мәйсәрә апай: “Тирә яҡ ауылдарҙа киң билдәле йәш шағир Сабит Ҡәҙербаев сығыш яһай!” тип иғлан итеүе була математика уҡытыусыһы Ғүмәр ағайҙың пинжәген, физкультура уҡытыусыһы Әҙеһәм ағайҙың хром итеген кейеп, мәктәп директорының быҙау муйынсаһына тартым галстугын таҡ-ҡан шағир тып итеп сәхнәгә сығып баҫа ла ярты сәғәттән ашыу ауылдаштарҙы арыта.

Сабит ағай тимерсе. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй өйҙәренең ҙур ҡапҡаһына таҡта урынына комбайндың яҫы ҡалайы беркетелгән, бәләкәйе иген елг-әргестең иләгенән эшләнгән. Әле шул нимәләре таҡмаҡ әйткәндәй ел ыңғайына даңғыр-доңғор киләләр. Йорт хужаһы ла шауҡымлы, шиғыр еле ҡағылғандар ҡоронан. Тимерлегендә ҡыҙған тимерҙе дәү сүкеше менән зыңлатып һуғып сүкегән мәлендә, йә яйы тура килгәндә һәр күргәненә, кисергә-ненә килешле итеп таҡмаҡ сығарырға, уны көйгә һалып йырлап ебәрергә әүәҫ. Ошоға саҡлы ул төбәк йәмәғәтселегендә билдәһеҙ ижадсы ине. Үткән йыл район гәзитендә дүрт йыллыҡ шиғ-ыры баҫылып сыҡҡайны күҙ менән ҡаш араһында абруйы күтәрелде лә китте. Хәҙер байрамдарҙағы концертта шиғыр уҡып теңкәгә тейә. Китапханасы Мәйсәрә апай: “Тирә яҡ ауылдарҙа киң билдәле йәш шағир Сабит Ҡәҙербаев сығыш яһай!” тип иғлан итеүе була матема-тика уҡытыусыһы Ғүмәр ағайҙың пинжәген, физкультура уҡытыусыһы Әҙеһәм ағайҙың хром итеген кейеп, мәктәп директорының быҙау муйынсаһына тар-тым галстугын таҡҡан шағир тып итеп сәхнәгә сығып баҫа ла ярты сәғәттән ашыу ауылдаштарҙы арыта. Етте, сыҡ инде, тигәндәй ҡул сабып та ҡарайҙар, юҡ, барып етмәй тәки ҡырҡтан уҙған йәш шағирҙың сөрәкә баш-ына, маҡтайҙар, хуплайҙар, оҡшаталар икән тип оторо ярһый ҙа китә. Һуңынан Сабитты моңһоҙ тауышлы Урал алмаштыра. Ул да кисәләрҙе сәхнәгә сыҡмай, “Йәнбикә”не йырламай үткәргәне юҡ. Клуб мөдире булараҡ мәҙәниәт усағын иртәле-кисле асып-ябыуҙы килештермәй ошолайтып булһа ла эш күрһәтергә тырышыуылыр.
Бер көн концерттан ҡайтып ингән әсәйем уфтанып әйтеп ҡуйҙы: “Кешегә билдә-лелек күкрәккә таҡҡан миҙал ише кәрәктер, күрәһең. Үҙ мөмкинлектәр-ен, кимәлен, тотор урындарын белһәләр ҡана ла һуң. Моңһоҙҙар, талантһыҙҙар, урта ҡул әрһеҙҙәр заманы килә…”
Ҡаршыларға Сарға Мәҙинә сыҡһа арыу булыр ине, юғиһә Сабит шиғырын уҡып ишеттерәм, тип башты ҡатырасаҡ. Бәхетһеҙлегебеҙгә ҡаршы хужа ярыҡ барабандай лауылданы:
Үҙем өйҙә, малын ҡурала,
Ятабыҙ йоҡлап, маҙырап,
Төрөнөп юрғанға.
Кем йөрөй урамда,
Һепертмә буранда?
“Башланды… Хәҙер эргәһенән ебәрмәй аптыратасаҡ…”
– Сабит, Мәҙинә килен сыҡһын әле, йомошобоҙ бар ине?
– Сабирйәндең өйө ҡыйыш,
Үҙе лә күптән һалмыш.
Беҙҙә һуң ниндәй йомош?
– Мәҙинә сыҡһын, тим бит, таҡмаҡсы!
Уңғансы әңгәмәне сәрелдәү бүлдерҙе:
– Кем йөрөй унда тағы?
– Был мин инем, килен.
Ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеү менән Мәҙинә ирен янынан ҡыуаланы:
– Бар ин, торма бисәләр һүҙен тыңлап. - Өй ишегенең шартлап ябылыуы ишетелде.
Хәмдениса төп йомошона күсте:
– Етем улы етенгән,
Ете бото бирегеҙ.
Ҡайным улы ҡатынған,
Ҡаты-ҡото бирегеҙ…
Зиһенле еңгә эштең ниҙәлеген шундуҡ һиҙеп алып шағир ҡатыны исеменә ярашлы һамаҡлап яуапланы:
– Ҡайның улы ҡатынһа.
Ҡатыҡ туҡып бирерһең.
Улың биле биртенһә,
Мал майына йыуырһың…
Һауытҡа ниҙер тупылдап төштө. Ярты йомарлам майланған эремсек икән.
Мәҙинә инеп тә өлгөрмәне эс яҡтан ҡабаланып сыҡҡан Сабит һөрәнләне:
– Мына мин бөгөн кис тетрәндергес шиғыр яҙҙым. Тыңлағыҙ:
Ҡарлуғастың балалары,
Алмағастың ботағының,
тишегенең эсендә… Йә, нисек?
– Үтә лә шәп, кәнкритне яҙылған, Сабитулла. Ары шулай дауам ит!
– Мин дә шул фекерҙә лә бит. Бисә генә аңламай кисерештәремде, юҡ-бар менән булашаһың, ти.
(Дауамы бар)
Читайте нас