Мөхәррир һүҙе
5 Мая 2021, 04:50

Биртек (өсөнсө киҫәк)

– Яҡшылыҡтың ниндәйерәген? - Уныһын да асыҡлау фарыз, юғиһә Тәңрегә эскерһеҙ ялбарып алғанымдың Тиҡыйға бөтөнләй кәрәкһеҙ булып сығыуы ла бар бит әле. – Кейәүгә сыҡһын, яңғыҙлыҡтан ҡотолһон, тигән… – Кейәүгә ауылға сығырға ниәтләйһеңме, әллә ситкәме? – Йәһәннәм төпкөлөнә, кирҡырайға китергә лә ризамын! – Улай булғас төшөр ереңде аныҡламай ғына һорармын. – Кемдән? – Тәңренән. – Ә нишләп Хоҙай Тәғәләнән түгел? – Тәңре Хоҙайҙың атаһы тиҙәр, шуға туранан-тура олоһона мөрәжәғәт итермен. – Сәйер, хыялый малай һин, шул яғың менән һөйкөмлөһөң. - Тиҡый һаран йылмайҙы.

Тутый Бибинисаның унлы шәме гөлтләп әллә ҡайҙан балҡый, яҡтыһы урам уртаһына етә хатта. Яңғыҙ йәшәһә лә өй тирәһе лә гелән күркәм, йыйынаҡ, урам ҡапҡаһын да бейек итеп Васильевка урыҫынан эшләтте. Шулай кәттә, башҡаларҙан уҙҙырып тормош көтөргә тырыша, үҙен тәкәббер тота. Төҫкә-башҡа урта һылыу, күрмәлекле булһа ла төрпө һүҙле, ҡырыҫ холоҡло. Район үҙәгендә асылған ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән һатыусылар курсында уҡып ҡайтҡайны, хәҙер революция осоронда һөргөнгә һөрөлгән Йомағужа байҙың ике ҡатлы йортоноң аҫтында кибет хеҙмәтен үтәгән таш келәттә һатыу итә, ә инде юғарылағы ҡарағастан һалынған дүрт бүлмәле йортта башланғыс кластар урынлашҡан, шунда өсөнсө класта мин дә уҡып йөрөйөм. Магазин шарт-лы ике өлөшкә бүленгән, ингәс тә уң яҡта көнкүреш тауарҙары, һулаҡайҙа аҙыҡ-түлек. Йыл әйләнәһенә йылытылмаған таш ҡапсыҡ йәй көндәрендә тән-гә рәхәт еләҫлек бөркһә, ҡыш көндәрендә стеналарына, түшәменә бәҫ ынйылары ҡунған һалҡын ҡар баҙына әүерелә. Һатыусы шуға туптай итеп йылы кейенеп тора. Ул саҡта Бибиниса тутыйға түгел, ҡыш Бабайҙың ҡарбисәһенә оҡшап ҡала. Ҡарбисәгә аҙыҡ-түлек туңа, тип хафаланаһы түгел, һатыуҙа сәй-шәкәр ҙә оло ағас мискә менән килтерелгән көнбағыш майы.
Үткән көҙ кибеттә һатыуға матур бәкеләр килтерҙеләр. Бармаҡ оҙонлоҡ балыҡ рәүешендә эшләнгән нәмә ҡояш нурында көмөш балыҡ һымаҡ ялтырай, ике асмаһы ла бар. Етмеш тин тора. Минең өсөн үтә лә ҡиммәт. Башланғыс класс малайҙары шул күҙҙе ҡыҙҙырғыс тауарҙы кемуҙарҙан һатып ала башла-нылар. Ярты етем булараҡ минең генә кеҫә төбө таҡыр. Әсәйемдән һорар инем дә уның бәләкәй эш хаҡы аҡса алынғас уҡ тиненә ҡәҙәр бүлеп ҡуйыла. Ми-ңә ай дауамында киноға барыр өсөн егерме тин эләгә. Артығына өмөт итә алмайым. Ә береһенән-береһе мауыҡтырғыс кинофильмдарҙы көн һайын тиер-лек күрһәтәләр. Бөтә ышаныс тауыҡтарҙа. Клубҡа инеү өсөн киномеханик Хәбир ағай биргән биш тинлек билет аҙыҡлата ике йомортҡа хаҡы. Әсәйем тауыҡтар ситкә, баһыу буйындағы кесерткән араһына ҡасып, йәшенеп һалыуҙы ғәҙәт итеп алды, тип бөтөрөнгән була. Оялағы йомортҡаларҙың юғалыу сәбәбен мин генә беләм. Йәнә күршелә йәшәгән Насырйән дуҫ белә. Уларҙың тауыҡтарын үткән йыл көҙән ҡырҙы. Ә киноға беҙ гел икәүләп йөрөйбөҙ. Насырйән беҙҙән алған йомортҡаларҙы үҫеп эшләй башлағас тотошлайы менән, хатта өҫтәп ҡайтарып бирәм, ти. Уның вәғәҙәһенә ышанырға була, нам-ыҫлы, ғәҙел, һүҙендә торған малай ул.
Йәйелгән ашаулыҡҡа һалынған эш хаҡын бүлеүҙә ҡатнашҡас өҫтәп уны-быны алыу тураһында уйларға ла ярамай. Көнө буйы малайҙарҙың бәкеләренә маҡтан-ышыуҙарына эсем күмһене. Тәнәфес араһында бер нисә тапҡыр кибеткә инеп, затлы әйбергә ҡыҙыҡҡандай витрина аша көмөш балыҡҡа һоҡла-нып, онотолоп ҡарап торам да дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраһа яманһыулап сығыу яғына йүнәләм. Иҙәнгә саң ҡундырмауым Бибинисаны тамам ялҡытты шикелле, ишек ауыҙында күренеүем булды, арҡыры ҡарап тамаҡ төбө менән екерҙе:
– Бында һиңә тоҙ һипкәндәрме әллә? Тоҙһораған бүлтерәк бәрәс һымаҡ тертәңләйһең!
Башымды баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Был тиклем дә ирҙәүкә холоҡло булыр икән, бер тапҡыр ҙа кейәүгә сығып ҡарамаған ҡарт ҡыҙ бала күңелен ҡайҙан ғына аңлаһын инде.
Дәрес барышында, яңы теманы ла тыңламай тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп ултыра инем, кемдер һаҡ ҡына класс ишеген шаҡыны.
– Айҙар, һине Бибиниса апайың саҡырта, - тине уҡытыусы Хәнифә апай килеүсенең кемлеген белешкәс.
– Әй, сыҡмайым…
– Бар, киреләнмә, йомошһоҙ йөрөмәйҙер.
Мине күреү менән Бибиниса ҡулымды һәрмәп алып усыма бәке йомдорҙо:
– Мә, был һиңә!
– Кәрәкмәй…
– Нисек инде кәрәкмәй, көндәр буйы ошо нимәне өңдөнөң түгелме? Биргән саҡта ал, юғиһә кире уйлап ҡуйыуым бар.
– Кире уйлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Барыбер түләп алырға аҡсам юҡ.
– Кем аҡса һорай! Бында һин бушты бушҡа бушатып һатыулашаһың, ә мин кибетте бикләп тормай шарран асыҡ ҡалдырғайным. - Һатыусы ҡабаланып сығыу яғына ҡарай йүнәлде.
– Хаҡын ҡайһылай итеп ҡайтарырмын? - Бер ни ҙә буштан килмәгәнлекте беләбеҙ инде уны, буштың атаһы күптән үлгән.
– Бының әжерен миңә яҡшылыҡ теләп ҡайтар.
– Яҡшылыҡтың ниндәйерәген? - Уныһын да асыҡлау фарыз, юғиһә Тәңрегә эскерһеҙ ялбарып алғанымдың Тиҡыйға бөтөнләй кәрәкһеҙ булып сығыуы ла бар бит әле.
– Кейәүгә сыҡһын, яңғыҙлыҡтан ҡотолһон, тигән…
– Кейәүгә ауылға сығырға ниәтләйһеңме, әллә ситкәме?
– Йәһәннәм төпкөлөнә, кирҡырайға китергә лә ризамын!
– Улай булғас төшөр ереңде аныҡламай ғына һорармын.
– Кемдән?
– Тәңренән.
– Ә нишләп Хоҙай Тәғәләнән түгел?
– Тәңре Хоҙайҙың атаһы тиҙәр, шуға туранан-тура олоһона мөрәжәғәт итермен.
– Сәйер, хыялый малай һин, шул яғың менән һөйкөмлөһөң. - Тиҡый һаран йылмайҙы.
Бирелгән бүләктең хаҡын ихлас ҡайтарырға тырышһам да һорағаным ҡабул ҡылынманы, Бибинисаның өлөшөнә әрпеш, ҡулынан ҡул ярыһы эш кил-мәгән ир йораты булһа ла төшмәне, ул һаман да яңғыҙы моңая.
– Кибетсе түтәй беҙҙе индерер микән?.. - Уның алдында һаман да бурыслы икәнлегемде белгәнгә уңайһыҙланып әйттем.
– Инәбеҙ, аша-төшә йөрөһәк хисапты ҡырҡҡа тултыра алмаҫбыҙ.
– Һуң ҡырҡ булмаһа утыҙ туғыҙ булыр, барыбер түгелме ни?
– Түгел! Йола боҙола!
Ишеткәндәрем буйһонорға мәжбүр итте. Һыҙланыуҙан йөҙө тартылып киткән әсәйем күҙ алдыма килеп баҫты. Кәрәк тирәкте йыҡтыра бит, ни булһа ла булыр. Буран тотҡарлыҡһыҙ үтәнән-үтә өрһөн типмелер урыҫ ҡапҡаһы шар асып ҡуйылған, ҡаршылыҡһыҙ ихатаға инеп күтәрмәгә мендек.
Тиҡыйҙың мөғәмәләһе ғәҙәттәгесә ҡырҡыу:
– Кем йөрөй эт өрҙөрөп?! Инде өйҙән араҡы һатыу бөттө! Кеше күңелен уйлап көн тимәй төн тимәй бил бөккән булам. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, кемеһелер шул хаҡта силсәүит Таһирға ошаҡлаған. Ә ул саҡыртып алып нотоҡ уҡыны, тағы ошо хәл ҡабатланһа эштән бушатам, тигән була. Бушатһын, минең һымаҡ ҡара тырышты көндөҙ шәм менән эҙләһә лә таба алмаҫ. Трактор өҫтөндә ҡатып-туңып совхоз үҙәгенән аҙнаһына ике тапҡыр кем генә тауар ташырға ризалашыр тиһең?!.
Хәмдениса ла уҫалдар, яһилдар менән нисек һөйләшергә кәрәклекте белә, һыу буйы итеп һөйләнеүҙе ҡолағына ла элмәй әйтерен ҡыҫҡа тотто:
– Араҡыны, ана, ир-ат эсеп күбенһен, ҡылъяймайбыҙ ҙа. Беҙгә биртек бир!
Урынһыҙ, артыҡ мәғлүмәт сурытыуын, уға икенсе йомош артынан килеүҙәрен төшөнгән Бибиниса юғалып ҡалғандай итте лә сатнатып өҙә һуҡты:
– Яталар ауырығанға һалышып, кеше ышандырып! Ҡаңғыртмағыҙ, ары атлағыҙ!
– Уйламай һөйләп сыпраңлаһаң да донъялыҡҡа бер кем дә мәңгегә килмәй, шуны онотма. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй! - Юлдашым дауайлашҡандай ҡылана.
Инәлеүле бышылданым: “Әйттем дә инде, унан һорамайыҡ тип… Киттек…”
Өҙөк-йыртыҡ һөйләшеүҙе кире ҡаҡҡыһыҙ бойороҡ бүлдерҙе:
– Китмәй тороғоҙ!
Тотҡарланмай бер түтәрәм икмәк сыҡты.
– Тиҙерәк төҙәлеп аяҡҡа баҫһын! Бөгөн былай, иртәгә тегеләй, тигәндәй, ҡасан ауырып дөмөгөрөңдө ҡайҙан белмәк! - Бәлә тураһындағы хәбәр быны бер аҙ ҡайтымһаҡландырҙы шикелле. - Төҙәлеп аяҡҡа баҫыуын теләй, тип, биртенгәнгә сәләмемде исемләп еткерегеҙ!
– Еткерербеҙ!
(Дауамы бар)
Читайте нас