АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
2 Мая 2021, 09:09

Намыҫ һәм нәфсе

Ә мин төҙәтә алмаҫлыҡ элекке, үткән заман кешеһе. Яҡшылыҡ тураһында һүҙ сыҡһа ялған документтар төҙөп пенсия тәғәйенләгән етәкселәр күҙ алдыма килеп баҫа, нәфсе һәм намыҫ тиһәм һуңғы тиндәренә саҡлы үтесен мәлендә ҡайтарған ауыл ҡарты, бирәсәктән ҡалған тиндәргә үҙҙәренекен ҡушып саҙа-ҡа таратҡан апайҙарым хәтергә төшә.

Беҙҙә ауыл ҡарты йәшәне. Был хаҡта күп тапҡырҙар яҙғаным да, һөйләгәнем дә булды. Тағы, ҡайтанан уның ауыр, хәйерһеҙ яҙмышында мөрәжәғәт ит-әм, сөнки иманды яңыртыуҙан уның бәҫе, ҡәҙере, ҡиммәте кәмемәй, киреһенсә арта ғына.
Ауыл ҡарты өй беренсә ҡуна йөрөп, һәммәһенең хужалыҡ эштәрен башҡарып, туҡталыу, маҙаһыҙлау хаҡын шул рәүешле ҡайтарып түләп көн итте. Бү-лексәнең мал аҙығы әҙерләү эштәренән, өмәләрҙән ул һис ҡасан ситтә ҡалманы, ҡушылғанды гелән еренә еткереп башҡара ине. Йылдар үтеү менән оло-ғайып киткәс, бүлексә етәкселеге, ауыл Советы һөйләшеп-кәңәшләшеп, юҡ документтарҙы бар итеп быға пенсия юллап бирҙеләр. Ошолай әүеш-теүеш итеүҙе, ялған ҡағыҙҙар тултырыуҙы бер кем дә хилафлыҡҡа иҫәпләмәне, киреһенсә ауылдаштар эскерһеҙ ярҙамды хупланылар ғына, сөнки ул саҡта кор-рупция тигән ят, йәмһеҙ төшөнсә көнкүрештәге һөйләшкә кермәгәйне әле. Тағы был йәшәйештә “изге ялған”, “эскерһеҙ алдыҡ” тигән һүҙбәйләнештәр ҙә бар бит әле: төҙәлмәҫ ауырыуҙы сәләмәтләнәһең мотлаҡ, тип алдаштыраһың ҡайһы саҡ, төңөлгәнде тормошҡа ашыр ынтылғаның, ымһын-ғаның, тип әүрәтәһең, яңғыҙлыҡҡа дусарҙы, “түҙгәнгә түш ите” тип дәртләндерәһең. Ошо юҫыҡта күп алданым, күп ялғанланым, йәшермәйем.
Шулай итеп, илдә сәпсек үлмәй, тиҙәр бит, ауыл ҡарты лайыҡ пенсияһын алып һин дә мин йәшәй башланы. Ғәҙел, һаҡсыл тотондо ул күктән төшкән бүләкте. Тотоноуы ла үҙенсәлекле ине, аҙыҡ-түлек кибетендә эшләгән Нәзирә, промтауарҙа һатыу иткән Фәимә апайҙарҙан ай барышында кәрәк-ярағын ала ла пенсияһы килеү менән бирәсәктәрен ҡайтарырға ашыға, ә тегеләр үҙ сиратында тинен тингәсә хисаплап тейешен генә алалар.
Ауыл ҡарты үлемесле сирләп киткәс уны Матрай дауаханаһына оҙаттым да барған һайын хәлен белеп йөрөй башланым. Бер һуғылғанда почталағы пенсияһын да миңә тоттороп ебәрҙеләр. Ауырыу аҡсаны күреү менән йомошон ҡуша ла һалды: “ Хәйҙәр-бала (ул миңә гелән, бала саҡтан үҙенсәлекле өндәшә ине) ошоно кире алып ҡайтып һеңлекәштәргә тапшыр, был донъяла бирәсәктәрем ҡалмаһын...” Нәзирә апай менән Фәимә апайҙар алып ҡайтҡа-нымды шул көндә үк мәрхүм булып ҡалған ауыл ҡартының өсөнә, етеһенә үҙҙәренекен ҡушып саҙаҡа итеп өләштеләр.
Бына шулайыраҡ йәшәнек әүәле, ғәҙел, әҙәмсә йәшәнек.
Май байрамдары алдынан ҙур урында эшләгән етәксене аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләп ҡулға алғандар, эшендә, өйөндә тентеү үткәргәндәр, тип һөйләп сығарҙылар. Ошо яңыл-ыҡты интернет селтәрендә ҡуйыртырға, ҙурайтырға, шаштырырға тотондолар, таҡмаҡ әйтеп шайтан-шүрәле бейеткән заманда те-реклек итәбеҙ шул, ни хәл итмәк. Ҡараманым, төбөнә төшмәнем, төпсөнмәнем дә, ғәйбәткә тартым хәбәр миңә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгел. Мәгәр кәйеф тө-штө, яҙ байрамдарының матурлығы китте, аяҙ көн болотлағандай итте. Ошоғаса ҡайһылыр кимәлдә белгән, аралашҡан, фән кандидаты дәрәжәһен йөр-өткән йәш етәксене ғәйепләмәйем, ғәйепте бит тейешле органдар сығара, һуңғы язаны суд билдәләй. Әлегә тикшереү бара, ул оҙаҡ дауам итәсәк әле. Мәгәр күңелде әсенеүле уйҙар өйкәй: “Нишләп бер миллион аҡсаға ҡыҙыҡтың, ҡустым, туймаған тамағың бармы, өҫтөңә кейер кейемең юҡмы? Шул ҡыҙ-ыҡҡан “һул яҡтан” килгән килемгә намыҫыңды һаттың түгелме? Ғаиләңде, балаларыңды мәсхәрәгә ҡалдырҙың да баһа, маңлайыңа юйылмаҫлыҡ кимәлдә бурлыҡ мөһөрө сәпәнең!” Быларҙы аҡыл һатып әйтмәйем, әсенеп әйтәм, әгәр булмаҫтайҙы бар тиһәм, нахаҡ һөйләһәм Хоҙай Тәғәлә берүк кисерһен. Әгәр һуңғы сиктә ғәйепләүҙәр хаҡҡа сыҡмаһа ҡыуанырмын ғына.
Рауил Бикбай менән аулаҡта әңгәмә ҡороп ултырғанда ул әйтә ҡуйҙы: “Әҙәм балаһының яурындарында аҡ һәм ҡара фәрештә ултыра, тиҙәр, йәнәһе лә, ошоға өҫтәп әйтер инем, унда бизмәндәр ҡуйылған минеңсә, береһендә “яҡшылыҡ менән яманлыҡ”, икенсеһендә “нәфсе менән намыҫ” бизмәне. Ана шул үлсәүҙәр кешенең асылын билдәләйҙәр ҙә инде. Нәфсене тыя, ауыҙлыҡлай белмәү харап итә кешене, намыҫына ҡара тап яға...”
Бөгөн яҡшылыҡ менән яманлыҡ буталды, нәфсе намыҫтан юғары, ялған хаҡлыҡтан өҫтөнлөк итә. Сәбәптәре ябай - баҙар осоронда сауҙа итәбеҙ ни тиһәк тә, бөтә нимәне һатырға, һатып алырға мөмкин тип сафсата һатабыҙ, аҡса Алла бейеклегенә күтәрелде.
Ә мин төҙәтә алмаҫлыҡ элекке, үткән заман кешеһе. Яҡшылыҡ тураһында һүҙ сыҡһа ялған документтар төҙөп пенсия тәғәйенләгән етәкселәр күҙ алдыма килеп баҫа, нәфсе һәм намыҫ тиһәм һуңғы тиндәренә саҡлы үтесен мәлендә ҡайтарған ауыл ҡарты, бирәсәктән ҡалған тиндәргә үҙҙәренекен ҡу-шып саҙаҡа таратҡан апайҙарым хәтергә төшә.
Читайте нас