Мөхәррир һүҙе
28 Апреля 2021, 05:54

Алмағас

Ары өҫкө өлөштө бәрәкәтле ҡара тупраҡ менән тығыҙлап тигеҙләне лә шырлыҡты бер урындан икенсе урынға күсереп ултыртҡан әкиәттәге Урман батырҙай дым-ланған маңлайын ҡул һырты менән һыпырып былай тине: - Ваша красавица-яблоня будет расти и расти, и она будет жить долго. - Ошо һүҙҙәрҙән һуң эшебеҙгә йомғаҡ яһағандай рәшәткәнән әтмәләнгән өс тағанды ҡап уртаға ҡулайлап ултыртты. - Вот так будет лучше. Теперь яблоне сильные ветры, высокие сугробы не страшны!

Ауылдағы иң беренсе алмағас беҙҙә үҫте. Район баҙарынан алып ҡайтылған үҫентене әбейҙәр сыуағы мәлендә Пенза ҡалаһынан күршебеҙҙә йәшәгән ҡыҙына ҡу-наҡҡа килгән Кирилл бабай ултыртышты. Участка дауаханаһында фельдшер булып эшләгән Татьяна апайҙың һөйләүенә ҡарағанда, атаһы баҡса эштәре менән күп-тән етди шөғөлләнә икән, тегендә алмағас, груша, слива, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге, тағы әллә ниндәй ят үҫемлектәр үҫкән ҙур баҡсаһы бар, йәнәһе лә. Бына ис-маһам байлыҡ, бына исмаһам ожмах баҡсаһы! Их, миңә шунда барып юлығырға ине, эсем һыртыма сыҡҡансы йыпырыр инем һәммәһен! Ни ҡылмаҡ, мөстән кәзәгә кәбеҫтә баҡсаһының ишеге йәннәт ҡапҡаһылай асыла һалып бармай шул.
Иртәнге сәйҙән һуң башланған мәшәҡәтле эш төш ауғансы дауам итте: ташлы ерҙе лом, көрәк ярҙамында соҡоп киң һәм тәрән итеп соҡор ҡаҙылды, уның ҡап яр-тыһына һары мәте, янған тиреҫ һалынып, шунда ҡоҙоҡтан көйәнтәләп килтерелгән һыу ҡойоп ҡатнашмалар бутҡа рәүешенә әүерелдереп буталғас Кирилл бабай сыбыҡтын сатай-ботай тамырҙарын рәтләштереп, ботаҡ остарын киҫеп, буяҡ яғып, әҙерләнгән ергә батырып ултыртты. Ары өҫкө өлөштө бәрәкәтле ҡара тупраҡ менән тығыҙлап тигеҙләне лә шырлыҡты бер урындан икенсе урынға күсереп ултыртҡан әкиәттәге Урман батырҙай дымланған маңлайын ҡул һырты менән һыпырып былай тине:
- Ваша красавица-яблоня будет расти и расти, и она будет жить долго. - Ошо һүҙҙәрҙән һуң эшебеҙгә йомғаҡ яһағандай рәшәткәнән әтмәләнгән өс тағанды ҡап уртаға ҡулайлап ултыртты. - Вот так будет лучше. Теперь яблоне сильные ветры, высокие сугробы не страшны!
Баштан уҡ урынында ҡуҙғалмай ҡалып, күрһәтмәләр биреп, өйрәтеп ни сәбәптән бышлыҡҡандыр баҡсасы, билдәһеҙ, асылда юғарыла иҫәпләнгән мәшәҡәттәрҙе тир-гә батып, елкәм өҙөлә яҙып бер үҙем башҡарҙым даһа. Ус ҡабартмайынса арығандар, эшләмәйенсә тирләгәндәр, бармаҡҡа бармаҡ һуҡмай эш хаҡы даулағандарҙың барлығын хәҙер инде аныҡ беләм.
Тәүге ике йылда ағас ҡыҫыраҡҡа ҡалып емеш бирмәне, әммә апаруҡ буйға үҫте, өҫтәүенә ботаҡтарын тирә-яҡҡа тарбайтып уҡ ебәреп күрер күҙгә салынып ҡупшыл-анды. Шулай булһа ла көҙ етһә үҙенсәлекле, күркәм, урмандағы ҡырағай ағастарҙыҡына оҡшамаған япраҡтарҙы кеҫәләребеҙгә һалып йөрөтөп еҫкәп кинәнә инек, тик ашап туймағанды ялап туйып булмай, баҡсаңда үҫкән алмаларҙы ҡулға алып тәмләп ҡарағы килә барыбер. Өсөнсө йыл яҙ, ҡарҙар иреп, ер йәшәреү менән алмағас сәскә атты: сәскәләре иртәнге томандай аҡ, хуш еҫе баштарҙы әйләндерерлек ҡуйы һәм татлы, һиңә әйтәйем. Беҙҙең өсөн алмағас туйы үҙенә күрә бер оло тантана, һирәк тәтегән байрам ине, көслө ел бәбәктәрҙе ваҡытынан алда өҙөп төшөрөп харап итеп ҡуймаһын, тип көн һайын хәүефләнеп күҙәтеп кенә торабыҙ, һәр иртә ҡара ҡырау һалҡынынан һаҡлап биҙрәгә һалынған ҡоро тиҙәк яғып төтәтәбеҙ. Йәй башында сәскәләр ҡойолоп емешкә тумаланды. Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, теп-теүәл өс бөртөк.Ҡурсалауы шул саҡлы булды микән, ҡуян ул тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған, тигәндәй әсәйем уларға йоҡа тауарҙан бейәләй ҙурлыҡ моҡсалар текте лә кис етһә шуларҙы емешле ботаҡтарға кейҙереп ҡуя, иртә менән кире ала. Бына алмалар көҙ етеүгә бармаҡ башынан ҙурыраҡ булып йомроландылар. Йомроландылар, мәгәр йомшарға йыйынмайҙар шыпа. Хәйер, уларға һут йыйырға, ашыҡмай бешергә яй бирәм буламмы, көн һайын ҡарағаным, байҡағаным, ҡапшағаным, шул теш үтмәҫ ҡаты нәмәләр. Сыҙатмай сабырһыҙланыуымды күргән әсәйем уларҙы бер көн йоманан һуң бисмиллаһын әйтеп өҙөп икәүһен ике усыма йомдорҙо, апайыма, ҡыҙ кеше булараҡ минән ҡалғаны эләкте. Алмаларҙың иң тәүҙә миңә бирелеүе бәхәсһеҙ, сөнки кәпәсле кешенең өлөшө алдан йөрөй, шунан һуң, ҡырындынан ҡалғаны - ҡатын-ҡыҙға. Ризыҡтың тәмен, ҡәҙерен, бәрәкәтен беләбеҙ, уны һоғаланып ауыҙға ҡабып, ҡабаланып сәйнәп йотһаҡ ай күрҙе, ҡояш алды, ул шунда уҡ юҡҡа сығып әрәм бу-ла, ә беҙ ауылдағы барлыҡ малай- ҡыҙҙарға күрһәтеп маҡтандыҡ башта, шунан йомарт, киң күңелле тоҡомдан икәнлегебеҙҙе раҫлап бәғзеләренә ялап ҡарарға ла рө-хсәт иттек, әйҙә рәхәтләнһендәр. Шулай ҙа ожмах емештәренең ғүмере оҙон-оҙаҡҡа һуҙылманы, аҙна самаһы урттарымда өҙлөкһөҙ әүәләгән йомарсыҡтарҙың береһе төшкә ҡәҙәр, икенсеһе төштән һуң яңылыштан ҡыҙыл үңәс буйына китеп ҡомағай ҡорһағыма төшөп тә юғалдылар. Вәссәләм. Бөттө-китте. Шулай ҙа риза һәм үтә лә ҡәнәғәт инем.
Дүртенсе йыл инде алмағас барлыҡ ботаҡтарына шау аҡлыҡ ҡундырып, япраҡтарын күрһәтмәй баҫып күкрәп сәскә атты. Хәҙер уларға ҡайһылайтып моҡса тегеп еткермәк?! Шулай ҙа ауылға йәм биреп үҫкән байлығыбыҙҙы ҡош-ҡорттан күҙәтеп һаҡлайбыҙ, көндә лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, төндә лә, тигәндәй. Йөҙҙәренә алһыу ҡыҙыллыҡ ҡундырған алмалар көҙ башында өлгөрөп етте. Ошо ерҙә тағы ла бер күҙәтеү - иҫәпкә бар, һанға юҡ, аша-төшә күренгән алма ағасты йәмләй һал-ып бармай шыпа ла, ә бына береһе икен-сеһенә һыйынышҡан емештәр дөйөм йылылыҡтан, берҙәмлектән әллә ҙурыраҡ та булалар, тиҙерәк бешәләр ҙә. Сабыр ит-кән - мораҙына еткән, мин дә хәҙер элеккеләй ҡауҙыр, ҡарһалан, асмәйел түгелмен, баҡса яғына күҙ атҡан саҡта ауыҙыма эркелгән ҡара һыуымды ҡылт-ҡылт йотоп түҙәм һәм сыҙайым.
(Аҙағы бар)
Читайте нас