АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
19 Апреля 2021, 10:45

Изге Табын ерендә

Шулай итеп тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан Табын ере мине һоҡландырҙы, илһамландырҙы, тәнемә көс бирҙе, йәненә илаһи дәрт өҫтәне. Ҡайтырға йыйынғанда таныш түгел кешеләр беҙҙең тарафҡа ҡарап ҡул болғанылар. Ғәжәпкә ҡалып водителем Ринаттан һораным: - Кемдәрҙе оҙаталар былар тағы? - Беҙҙең менән йылы хушлашалар, Хәйҙәр Ниғәмәтович!

Ғафури ерендә тәүге тапҡыр медиайыйын уҙғарылды. Уны Бөтөн Донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агенлығы ойошторҙо һәм үткәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта хеҙмәттәштәрем яҙҙылар инде, һәм әле лә һәр кем йыйындан алған тәҫъораттары менән уртаҡлашып ҡалырға ашыға. Уларҙы ҡабатлау килешмәҫ, шуға әйтелгәндәргә өҫтәп бер кәлимә генә фекер әйтәм: сара ойошҡан рәүештә, юғары күтәренкелек шарттарында үтте, унда ре-спублика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы ла сараға айырым бәҫ, ныҡлыҡ, көндәлек эшләйһе эшкә дәрт, киләсәккә өмөт өҫтәп ебәрҙе. Булмышым шундай: һәр рәсми сараның рәсми булмаған яҡтарында ҡатнашырға тырышам, ҡатнашмаған хәлдә лә ситтән күҙәтеп шәхсән баһамды бирергә әүәҫмен. Был юлы ла Мөнир Ҡунафиндың ҡаршы алып:
- Ҡояшлы Ғафури еренә рәхим итегеҙ! – тип ҡолас йәйеп, йылмайып ҡаршы алыуы йәнемә майҙай яғылды.
Яҙыусының бер әҫәрендәге образлы сағыштырыуға ишаралап яуабын да таба һалдым:
- Мырҙа, бындағы ҡояш шаҡмаҡ түгел, түп-түңәрәк тә баһа!
Эргәмдәге хеҙмәттәшем әңгәмәгә ҡушылды:
- Ағай, шаҡмаҡ ҡояшты күрер өсөн уға күҙҙәреңде шаҡмаҡландырып бағырға кәрәк!
Кискеһен айырып өндәшмәй, ҡысҡырып шауламай ғына ҡустыларҙы ыҡсым сәй табынына саҡырырға иттем. Йәндәре тартҡан, күңелдәре мине көҫәгәндәр килде. Люкс номерҙың үткелек яғы тип иҫәпләнгән тар ғына өлөшөнә тиҙ арала тулып та киттеләр, күңелгә һыйһа урын табыла бит, ултыра алмағандар баҫып торҙолар, йә өҫтәл тирәләй сүгәләнеләр. Асылыңдан ҡасып, ынтылыштарыңдан ваз кисеп булмай, бында ла һүҙ әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат, тел тирәһендә уралды. Ошондай йы-йындарҙа һүҙ сыбалтыуҙан бигерәк онотҡанда бер һүҙ ҡыҫтырып ҡустыларҙың һөйләгәндәрен тыңларға яратам, шул рәүешле күңелем байып оло кинәнес кисерәм. Артыҡ мул булмаған табын бәрәкәтлегә әүерелеп ете төн уртаһынаса дауам итте. Үтә ихлас, ҡайтҡылары килмәгән ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та әле йоҡоға китә алмай ба-лконға сығып әллә күпме йондоҙҙарҙы күҙләп торҙом.
Иртәгеһен таң менән телефон шылтырауы уятты. Әлеге лә баяғы Мөнир икән.
- Ағай, әйҙә, ошо ерҙең кешеһе булараҡ тыуған яғым менән таныштырам!
- Ҡыуанып. Икебеҙ генәме?
- Салауат Кәримов та эйәрәм тине!
- Ике баш яҡшы, өсәү инде тағы ла шәберәк!
Таң яңы ғына моронлап килә, Һауа саф, йылымыс. Көгөш йылғаһы ҡотороп ташып киткән, үҙәненә һыймай алҡынып ята, яр буйын ҡайыған талдар мамыҡ бөрөгә тулышҡан, йыл әйләнәһенә ошо төбәкте төйәк иткән, ҡулға эйәләшеп бөткән ҡыр өйрәктәре һис тартыныуһыҙ эргәлә генә суптырҙығы сығып һыу ҡойоналар. Шуға иғтибар иттем, парлап йөрөйҙәр, аталыҡ инәлеген ҡурсыған, һаҡлаған, яҡлаған була. Күҙәтеүе үҙе бер тамаша! Күсәп бейгә арнап асылған, ташҡа тарихы яҙылған һәйкәл янында туҡталдыҡ. Арғы оста Күсәп бей инештәре икән: бер урында аяҡты һыуға тығып ултырырға, икенсеһендә битте йыуырға, өсөнсөһөндә күҙҙәрҙе сыл-атырға, дүртенсеһендә тамаҡты сайҡатырға, бишенсеһендә сисенеп ташлап ҡойонорға ла мөмкин икән. Шунһы иғтибарға лайыҡ: сығанаҡтар һис ҡасан туңмай, тем-ператураһы ла нисек бар шулай, үҙгәрешһеҙ. Татып белеүгә хирес, талымһыҙ әҙәм булараҡ һәр береһен сиратлап теүәлләп сығырға тырыштым. Тәбиғәт хозурлығы-нан илһамланған Салауат Кәримов килешле генә итеп “Илсе Ғайса”ны көйләп ебәрҙе. Һай, афарин да һуң егеттәр, был икәү береһенән-береһе хислерәк, береһенән-береһе ихласыраҡ, мин генә ул ҡырҡмыш тайҙарға эйәргән ҡарт алаша хәлендәмен.
Төп корпустарға етеп килгәндә ҡаршыбыҙға килә ятҡан хеҙмәттәш ҡатын миңә һирпелеп алып хуплауын белдерҙе:
- Ун йәштәргә йәшәреп киткәндәйһегеҙ, ағай, ысынлап әйтәм!
- Маҡтауын маҡтағас ун биш йәшкә, тигеҙ, мин бит әле генә Күрпәс сығанаҡтарында йыуынып-таҙарынып алдым!
Шулай итеп тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан Табын ере мине һоҡландырҙы, илһамландырҙы, тәнемә көс бирҙе, йәненә илаһи дәрт өҫтәне.
Ҡайтырға йыйынғанда таныш түгел кешеләр беҙҙең тарафҡа ҡарап ҡул болғанылар. Ғәжәпкә ҡалып водителем Ринаттан һораным:
- Кемдәрҙе оҙаталар былар тағы?
- Беҙҙең менән йылы хушлашалар, Хәйҙәр Ниғәмәтович!
Ҡолағымда ҡасандыр яратып йырлаған йырҙың һүҙҙәре яңғырап киткәндәй итте:
Ғафури ағында Ай менән йондоҙҙар серләшә!..
Читайте нас