Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
19 Апрель 2021, 09:58

Атайлы булығыҙ!

Атайлы йорт – атлы, ашлы, терәкле йорт ул. Барлыҡ ғаиләләрҙә лә ил ағаһы бейеклегенә менгән, ир-ат бәҫен тотҡан, иңенә ил хәстәрен һалған көслө зат булһын. Шуны теләйем!

Торатауҙа “Атайҙар йыйыны” үтте. Һүҙ ҙә юҡ, бик тә кәрәкле һәм урынлы сара. Атайҙарға бына ошондайыраҡ айырым иғтибар, айырым мөнәсәбәт күптән кәрәк ине. Атайҙарҙың абруйын күтәреү иң әүәл ир-егеттәрҙең үҙенән, уның аң-зиһен кимәленән башлана. Ир-ат тәү башта күңеленән үҙенә үҙе: “Мин кем әле, ғаиләлә, йәмғи-әттә тотҡан урыным ҡайһы тирәлә?” тигән һорауҙы бирергә хаҡлы. Юғиһә абруйҙы, айырым иғтибарҙы, яратыуҙы, хөрмәтте бер кем дә яһалма рәүештә, семәрле батм-усҡа һалып алып килеп тоттормаясаҡ. Үҙеңде үҙең яратмаһаң, үҙеңде үҙең һанламаһаң һине кем генә яратһын?! Бына шулай, ағай-эне! Икенсе сиратта ир-егет һәр саҡ эш хаҡын ҡатын-ҡыҙҙан юғарыраҡ алырға бурыслы, өйҙә аҡсаны һиңә ҡарағанда ҙурыраҡ алам, ғаиләне мин тотоп торам, һин әрәмтамаҡ, тигәнерәк балалар ишетерлек сетерекле кәмһетеүҙәр булмаһын өсөн. Йәнә, ир-атты Себерҙән, йәғни һөргөндән ҡайтарып алыу зарур, был ине күптән юғарыла, дәүләт кимәлендә хәл итер мәсьәлә. Себерҙә ятып бала тәрбиәләп, йорт хужаһы булып булмай, берәҙәклек берҙәмлеккә килтермәй. Иң ҙур үтенес - эсмәгеҙ, ҡустылар, спиртле эсемлектән йырағыраҡ йөр-өгөҙ, бер кем дә эсеп байымаған, йәлсемәгән, бар һәм бай булып китмәгән. Ҡатын-ҡыҙ өй йәме, йылыһы һәм яҡтыһы булһа, ир ат ана шул асып инер йорттоң тотҡаһы. Тотҡа ныҡ булһын, шул сағында ғына йәшәйешегеҙгә һалҡын, өшәндергес, өшөткөс елдәр үтеп инмәҫ, ишегегеҙҙе күңелһеҙлектәр шаҡымаҫ, бәлә-ҡаза ситләп үтер. Ат-айлы йорт - атлы, ашлы, терәкле йорт ул. Барлыҡ ғаиләләрҙә лә ил ағаһы бейеклегенә менгән, ир-ат бәҫен тотҡан, иңенә ил хәстәрен һалған көслө зат булһын. Шуны теләйем!
Читайте нас: