Етмеш бишенсе йыл ошоғаса күрелмәгән ҡоролоҡ килде. Килеп тороп эҫе, иртә яҙҙан алып йәй буйына тәбиғәт йөҙөнә бер тамсы ямғыр төшһәсе, ер урын-урыны менән бармаҡ һыймайы сатнаған тишек яһап ярғысланды. Унан башҡа ла кибеп, ҡороп бөттө һәм-мәһе. Бәлә өҫтөнә бәлә, ағастарға ҡорт ябырылды, баҫыуҙарҙа һоро сиңерткә үрсеп китте. Күңелгә шом һалып эргә-тирәлә ҡойон өйрөлөп бейей. Йот инде, торғаны тере йот. Бесән мәле еткәс йәйәүләп сабынлыҡҡа барған булам, ә унда һыйыр теленә эләгер үлән тапмаҫһың, япраҡ бәйләр инең дә, йә уныһы юҡ. Ураҡ менән урман эсендәге ҡайын төптәрен элеп-тартып урып, шуны тоҡҡа тулты-рып йөкмәп ташыйым өйгә аптыраған көндән. Көс-ҡеүәтем сабынлыҡҡа көн дауамында ике-өс тапҡыр барып урауға ғына етә Улайтып төртәңләп ҡайһылайтып мал аҫрамаҡ?! Бик тырышҡан хәлдә лә кәзә-һарыҡтарҙы ҡышлатырлыҡ ҡына аҙыҡ туплармын, шунан ары түгел. Икеләнеп йөрөй торғас, ниһайәт, ныҡлы ҡарарға килдем, һыйырыбыҙ Сибәрҙе тотонорға иттем, әммә шыпа ла ғына ҡулым бармай ҙа ҡуя, йәнем иңрәй, ҡулым тартмай, үҙемде мәжбүр итә алмайым. Берәренә арзан ғына хаҡ-ҡа һатып ебәрер инем дә, башҡалар ҙа малдарын ҡайҙа итергә белмәй баш ҡатыра. Уйымды һиҙгәндәй һыйырым иртәле-кисле һауғанда тотонма мине, үтенәм, тигән-дәй ялбарып күҙҙәремә ҡарай. Ә мин һарай эсенә инәм дә стенаға башымды терәп сараһыҙлыҡтан илайым. Киттем һуңғы сиктә тәүәккәлләп. Кәнсәнең эсе малдарын тапшырырға теләүселәр менән тулған. Асыҡ ишектән урам яҡҡа теҙелеп киткән оҙон сират. Көн барышында тороп Сибәрҙе исемлеккә теркәтеп ҡайттым. Кис һауын-дан һуң Сибәр минең беләккә еүеш моронон һалды, ҡытыршы теле менән биттәремдән яланы, һуңғы ҡарары-мды һиҙенгәндәй был юлы инде уның күҙҙәренән субы-рҙап йәштәр аға ине. Мал, ҡош-ҡорт әҙәм ише илай бит ул, сөнки улар ҙа тереклек итә, уларҙың да йәне бар.
Иртәгеһен Сибәрҙе көтөүгә ҡыуманым. Тупһа ауыҙына килтереп барлы-юҡлы бесәнемде ашаттым, алдына тоҙланған йылымыс һыу ҡуйҙым. Шунан мөгөҙөнә бау һалдым да киттем йылға аръяғындағы бүлексәнең дөйөм аҙбарына. Һыйырыбыҙ етәккә ылдый ине, уныһын беләһең, әжәленә ашыҡҡандай күндәм атлай был, тик та-мағы төбөнән ыңғырашыуға тартым өн генә сыға, минең дә алҡымыма ҡаты төйөр килеп тығылған. Айырылышыуға дусар ителгән беҙ икәүҙең хәлен кем генә аңла-һын?! Ғүмеремдә беренсе тапҡыр беҙгә йәшәү сығанағы биргән ҡояшҡа тел тигеҙҙем: “Сәсрәп кенә кит, һинең арҡала ошо хәлдә тороп ҡалдыҡ!” Иҫе китте ти, ут йом-ғағының, күререгеҙ, кисеререгеҙ әле алда, тигәндәй аяуһыҙ ҡыҙҙыра бирә.
Зоотехник Сибәрҙе үлсәгескә ҡыуалап индереп үлсәгәс былай тине:
- Үпкәләмә, апай, нисек бар шулай яҙып ниже средний менән үткәрәм, малың килеп тороп ябыҡ, өҫтәүенә ҡарт. Выше среднийға ҡуйыр инем дә ҡалғандар хәҙер өҫкә менергә әҙерҙәр, һәр береһен йәлләп үҙем түләүлегә ҡалырға штүли!
- Уныһын үҙең ҡара инде, - тинем илтифатһыҙ ҡул һелтәп. - Иптәшемде, әхирәтемде һатып йәлсеп булмаҫын беләм.
- Аңлайым, апай, хәлеңде, һинең генә түгел, тотош төбәктең башына төшкән оло ҡаза! Баҫыуҙарҙағы бойҙай-арыштарҙың буйы ҡарыш самаһы, кибеп-ҡатҡан башаҡтары буп-буш, кукуруз, борсаҡ, көнбағыш хаҡында әйтеп тә тормайым. Баш ҡатып ни ҡылырға белмәй инек, Балтик буйынан һалам бәйләп ташырға тәҡдим иттеләр. Баҡтиһәң, унда ниндәйҙер Колорада ҡуңыҙы үрсегән, ә ул картуфты ҡара ергә ҡалдырып кимерә икән, әгәр алдағы көндәрегеҙҙе ҡайғыртмаһағыҙ, килегеҙ, алығыҙ, һуңынан күрмәгәнегеҙҙе кү-рерһегеҙ, тип әйтәләр ти Балтик халҡы. Ҡаш төҙәтәбеҙ, тип күҙ сығарыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Мал аҙығы әҙерләргә тип ойоштор-олған беренсе төркөм иртәгә ҡуҙғала. Кругом биҙа, аяҡ аҫтында бәлә, низнай...
Һыйырымдың янына килдем дә уны муйынынан ҡосаҡлап алдым:
- Рәнйемә берүк миңә, ҡайһылай итәйем, ни генә ҡылайым һуң, һине астан үлтерә алмайым, аңлайһыңмы шуны?!.
Телһеҙ мал нимә тип кенә яуап ҡайтарһын инде, һуйылырға күнгәндәй башын баҫып тыңлай.
Сараһыҙлыҡтан ҡасҡандай эләгә-йығыла ҡайтыу яғына тертәңләнем, һыйырым күҙ яҙлыҡтырмай, ал мине бынан, яңғыҙымды ҡалдырма, тигәндәй артымдан ҡарап тороп ҡалды. Ҡасан малдарҙы йыйып алып киткәнсе өс көн буйы Сибәргә барып, уны ашатып, һуғарып йөрөнөм, хатта төн йоҡоларымды ҡалдырып тегенең янына йүгерәм, ә ул күҙҙәрен уттай яндырып ҡапҡа ауыҙында мине көтөп тора...
Сибәрҙе тапшырғандан һуң бер айҙан быҙау һатып алырлыҡ ҡына аҡсаны пушты аша ебәрҙеләр. Тейеше шулдыр тип, даулашып йөрөмәнем, әммә бер ай үткәс йәнә шул уҡ хаҡ ҡабаттан килеп төшмәһенме! Аптырап ҡалдым. Ни эшләргә? Киттем пуштыға. Әмәлгә баҡҡандай начальник бер үҙе генә икән.
- Ғәлиаслан, һыйыр хаҡын алғайным, тағы ҡабатлап ебәргәндәрсе, - тинем инер-инмәҫтән. - Ҡайҙан ебәргәндәр, хәҙер үк шунда кире оҙат!
Ғәлиаслан эшләп ултырған ҡағыҙҙарын ситкә ҡуйҙы ла былай тине:
- Апай, һин был аҡсаны ал! Тимәк һыйырыңдың ғәҙел хаҡы ошоға торошло булған. Һин бел дә мин бел, шаулап йөрөмә, хатта был хаҡта киленең Ғәбиҙәгә лә өндәшмәҫмен.
- Улай килешерме, ошоғаса осто-осҡа ялғап көн итһәм дә яттарҙыҡына ҡағылманым, уныһы ауылдаштарға мәғлүм.
- Күҙ йәштәрен ағыҙып килгән насип ризыҡ тештәрҙе һындырып инә ҡайсаҡ.
- Күҙ йәштәрен ағыҙҙым инде ағыҙыуға, әммә аҡсаның дәүләт ҡаҙнаһынан икәнен дә онотмайыҡ.
- Дәүләт шауҡал һыйыр хаҡын юғалтыуҙан ғына ярлыланып китмәҫ. Калхуз осоронда ҡырҙан ҡайтмай таяҡҡа, бушлай эшләп йөрөгәнеңде лә онотма, шулай булғас был таҙа аҡсалар һиңә тәғәйен, ал!
Бына ошондайыраҡ, тартып, йә хәмсеп алған түгел, үҙенән-үҙе тартылып килгән уғрылыҡ. Икенсе йылына, донъялар яйланғас бөгөн тотоноп йөрөгән матур һыйырыбыҙҙы һатып алдым. Матур булһа ла ике хаҡҡа торошло аҡыллы Сибәр барыбер онотолмай.
Әсәйем дә, Ғәлиаслан ағай ҙа гүр эйәләре инде хәҙер. Тик юғарыла Хоҙай Тәғәлә хисап көнөндә уларҙан һыйыр хаҡын таптырған микән? Юҡтыр, киреһенсә икеһен дә өҫтәп бүләкләгәндер ҙә Ғәлиаслан ағайҙы шаһит итеп ҡаратып ҡуйып әсәйемдең аҙашып йөрөгән малын ҡулына килтереп тотторғандыр, сөнки яманды яҡшынан бары Раббы ғына айыра.