Минән ике йәшкә кесе Рәшит төш мәлендә ҡунаҡҡа әйтте. Барып инһәм өй эсе тулы беҙҙең тиҫтер ҡыҙ-малайҙар. Өҫтәл тирәләй ултырышҡас Рәшит иҙән уртаһына баҫып саҡырыуының сәбәбен аңлатты:
- Бик беләһегеҙ килһә бөгөн бит ҡорбан ғәйете! Оло байрамда һеҙҙе ҡыуандырып алайым тинем. Ошо изге көндә кеше бер-береһенә бүләктәр бирергә бурыслы! - Ошо тәрән мәғәнәле сығышынан һуң малайҙарҙың алдына күлдәктәр һалды, ҡыҙҙарға аҡ кешмир яулыҡтар өләште. - Йә, саҙаҡама доға ҡылып алайыҡ! Кем борон-ғоса уҡый белә?
- Мин! - Иҙелбай һикереп сыҡты.
Иҙелбай ҡулдарын алға һоноп уҡып та ебәрҙе:
- Бисмирраххим, сатыр сирражим! Амин!
Әпәр итеп дәррәү биттәребеҙҙе һыпырҙыҡ.
Иртәгеһен таң менән Рәшиттең әсәһе Ғәлиә еңгә беҙгә килеп инде.
- Килен һеҙгә барып сығырға йыйына инем әле, Рәшитең өй эсе тултырып ҡунаҡ йыйып ята түгелме? - тине әсәйем.
- Ҡуй инде, ҡуй, әхирәттең тыуған көнөнә тип Байғужаға барған арала ҡылған ҡылыҡты, йыйған барлыҡ күлдәк-яулыҡтарымды таратҡан. Хәҙер шуларҙы ке-меһелер килтереп бирә, килтермәгәндәрен үҙем йыйып йөрөйөм.
- Улайтып рәнйетмә баланы, изге күңелдән башҡарған бит ул был ғәмәлен! - Өләсәйем һүҙгә ҡушылды. - Йыйғаныңды кире таратып сыҡ!
- Бейем, өлкән малайыбыҙҙы өйләндерергә йыйынабыҙ ҙа баһа, төйнәнгәнем туйға тигәндәре ине!
- Ҡул-аяҡтарығыҙ бар, эшләп йөрөйһөгөҙ, мөлкәтегеҙ янып китмәгән, донъяғыҙҙы һыу баҫмаған, табырһығыҙ!
Өләсәйем әйтеп бөтөргә бирмәй ҡырыҫ бүлдерҙе:
Һуңынан Ғәлиә еңгә яйы сыҡҡан һайын ҡабатларға яратты:
- Рәшиттең ҡорбан сәйенән һуң донъябыҙ тәгәрәп алға китте лә барҙы бит!
Ошоғаса йәшәп ҡорбан итенән күп тапҡырҙар ауыҙ иттем, ҡорбан ашында булдым, мәгәр бер кем дә ҡорбан сәйенә саҡырғаны юҡ әле. Ә Ғәлиә еңгәнең әйткәндә-ренә ышанам, сөнки Хоҙай Тәғәлә Рәшиттең теләп, табын ҡороп үткәргән ҡорбан сәйен, ихластан таратҡан затлы саҙаҡаһын ҡабул иткәндер, Иҙелбайҙың доғаһын дөрөҫләп ишеткәндер, ҡабул иткән һәм ишеткәндер ҙә яҡшылыҡҡа изгелек менән яуаплап үҙенең мул бүләктәрен ебәргәндер!