АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
12 Апреля 2021, 04:13

Күңелем күктә, аяҡтарым ерҙә...

Йы­һан­ды өй­рә­неү­се­лә­р­ өс­өн “Юр­ий Га­гарин” ордены йә миҙ­а­лы бул­ды­р­һалар ҡайһылай ҙа шәп булыр ине. Йы­һан бат­ыры бы­н­дай юғары­лыҡтар­ға күп­тән лайыҡ, ун­ың йәшә­үе, ын­­тыл­ыштары, ҡылған эштәре өйрә­нел­е­ргә, хаҡ­­лы ба­һал­а­нырға тейеш. Колумб Аме­ри­ка кон­ти­нентын асһа, Гага­рин ябай ер кеше­һе бу­лар­аҡ йондоҙ­ҙар­ға ос­оп бар ғаләмде хайран итте түгелме?!

Уҙған ғүмер - аҡҡан һыу ише инде ул, беренсе космо­н­авт Юр­ий Алексе­евич Гага­р­ин­дың Йыһанға осоуына 60 йыл да булып киткән ик­ән дә ба­һа. Юрий Гагарин ҙур кеше, ысын мәғәнәһендә батыр, Ер шары кимәлендәге ҡаһарман. Һүҙемде сағыш­ты­р­ыуға ҡо­­­­роп ситләте­б­ерәк башламаҡсымын. Ят тарафтарҙа йөрөгәнемдә туған рес­пу­б­ли­камды, үҙ­емде ҡайһылыр кимәлдә танытыр­ға теләп Салауат Юлаев тураһында һүҙ баш­лағайным, шун­да уҡ элеп тә алды­лар: “Һеҙ­ҙең хаҡта белмәгән ҡайҙа, бынамын тигән хоккей клубы бит ул, Сал­ауат Юл­а­ев!”, тип ебәрҙеләр әңгәмәселәрем. Ә бына мил­­­ли геро­йыбыҙ хаҡы­н­да бер кем дә ан­ыҡ ҡына һүҙ ялғай алманы, ҡы-ҙға­н­­­ысҡа ҡаршы хәб­әр­ҙар түг­ел­дәр ине шул. Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубы бар барлыҡҡа, иллә мәгәр фе­­ке­рем­де дауам итеп шуны өҫтәмәксемен, бөгөн килеп йыһ­ан бат­ырының аб­руй­лы ат­ын әле­ге лә баяғы хок­­кей мөхитенә яғып һылап та ҡуй­ҙылар, ниндәй изге маҡсаттан сығ­ып ат­ҡ­а­рылған­дыр инде был эш. Рә­с­әй клубтары «Га­гарин ку­б­огы өс­өн» ми­ҙ­гел ба­р­­­ы­шында йәнтәслимгә, үҙҙәр­ен-үҙҙәре аямай ал­ы­ша­, стадиондар шау-гөр кил­еп то­ра. Көйөрмәндәрҙең исмаһам береһе Гага­р­ин хаҡ­ында тәрәндән беләме ик­ән? Ай-һай, ышанғы килмәй, сөнки уларға тәғәйен шәхес түгел, шау-шыу, тама­ша кә­­рәк. Ва­ҡыт үтеү менән миң­рәү, мәғ­лүмәтһеҙ йәштәребеҙ Юр­ий Га­г­а­рин билдә­ле хок­кей­сы бул­ған тип хәбәр һа­л­һалар бер ҙә генә лә аптырайһы тү­гел. Әү­әле ҡанлы, ҡор­бан­лы гладиа­т­ор­ҙар алышы ҙур майҙан-дарҙы шаул-атҡан, уға алмашҡа коррида кил­гән, замана башҡа, заң баш­ҡа ти­г­ән­дәй, бөгөн фут­бол, хоккей, тип күҙҙәребеҙ тона. (Фу­тбол, тигәс, иҫкә төштө, Италия халҡы шул уйынға мөккибән китеп әҙәбиәт до­­нъяһы­н-ан айырылған, илдең 70% әлеге мәлдә бөтөнләй китап уҡымай икән! Ниндәй хәлгә тө­штөк!) Юр­ий Гага­р­инға ҡа­ғ­ыл­ыш-лы ур­­ын­лы тәҡдимем дә бар, ҡаш төҙ­әт­әм, тип күҙ сығар­ғансы, әгәр Йы­һан­ды өй­рә­неү­се­лә­р­ өс­өн “Юр­ий Га­гарин” ордены йә миҙ­а­лы бул­ды­р­һалар ҡайһылай ҙа шәп булыр ине. Йы­һан бат­ыры бы­н­дай юғары­лыҡтар­ға күп­тән лайыҡ, ун­ың йәшә­үе, ын­­тыл­ыштары, ҡылған эштәре өйрә­нел­е­ргә, хаҡ­­лы ба­һал­а­нырға тейеш. Колу-мб Аме­ри­ка кон­ти­нентын асһа, Гага­рин ябай ер кеше­һе бу­лар­аҡ йондоҙ­ҙар­ға ос­оп бар ғаләмде хайран итте түгелме?
Космонавтика көнө етһә гел генә баласаҡ йылда­рына әйләнеп ҡайтам, шул көндә­ге кис-ерештәремде яңыртһам күңелем, зиһенем яҡ­тырып китә.
12 апрель 1961 йыл. Яҙғы сыуаҡ көн. Тау битләүҙәренән йырлап гөрләүектәр аға. Бә­л­­әкәй биҙрәләр көйәнтәләп һыуға киттем. (Беҙҙең ауылда һыу ташыу - ир-аттар шө­ғө­лө.) Инеш янында күрше малайҙар һалдылар иҫ китмәле яңылыҡты - Йыһанда беҙ­ҙең Совет кешеһе! Мин дә биҙрәләрҙе ян-яҡҡа атып бәреп, көйәнтәне юғарыға сөйөп еб­ә­р­ҙем. Ҡосаҡлашып бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ, оло еңеү яулаған кешеләр­ҙәй “ура” ҡысҡырҙыҡ, ошо мәлдә асманды гиҙеп йөрөгән ҡаһарманды күр-ергә теләп оҙаҡ ҡы­на зәң­гәр күккә төбәлеп торҙоҡ. Шунан ҡайттыҡ та һөйөнсө хәбәрҙе өй беренсә ет­ке­рергә теләп ур­­ам буй­лап йүгерҙек. Әммә һуңланыҡ, тотош ау-ыл халҡы шул ха­ҡ­та ғы­на һөйләй. Дөйөм ҡыуаныс, дөйөм шатлыҡ, һәммәһе өҫтәмә яңылыҡ ише­т­е­ргә те­ләп ҡал­паҡлы радиоприемникҡа текәлгән. Ул ваҡытта ҡайҙа инде телевизор! Бай­рам һы­м­аҡ ҡа­б­ул ите­л­гән яңылыҡ ике көн дауам итте, бөтә урында күтәренкелек, һәр ер­ҙә тан­тана. Ир­тәгеһен кис белдереү яһап саҡырыусы булмаһа ла ауыл халҡы дәр­рәү ағ­ыл­ып клу­б­ҡа тулды. Аяҡ баҫыр урын юҡ. Беҙ малайҙар ҡыҫылып инеп мейес янына һыр­ынып иҙәнгә ултырғанбыҙ, шуны­һына ла ҡыу­анып ризабыҙ. Бөтә яңылыҡ­тарҙы бе­л­гән, ауы­л­да иң күп гәзит яҙҙырған мәктәп директоры Ғүмәр ағай трибуна артына ба­ҫып ауыл­даш­та­рҙы тағы ла бер тап­ҡыр Йы­һ­ан батыры менән тан­ыштырҙы, йыйыл­ыу­сы­­лар­ға гә­з­­иттең бер­енсе би­т­­ендәге һөйкөмлө кешенең һүрәтен күрһәтте. (Ул саҡта почта бик һәйбәт эш­ләй ине, бө­гө-н­гө ише түгел, үҙ­әк, республика баҫмалары тиҙ ара­ла төпкөл ауылдарға килеп етә) Сығыш яһаусы Га­га­р­ин­дың осоу мәлендә күргән әкә­м­әт­тәре тура­һын­да һөйләп тағы ла бер тап­ҡыр ап­ты­р­атты (Ереб­еҙҙең иллюминаторҙан зәңгәр бул­ып күренеүе, каби­нала үҙе­н­ең дә, бл­­о­­к­­нот, ҡәлә­м­е­нең дә осоп йөрөүе). Тылсым эргә­һенә тыл-сым, ғибрәт өҫтө­нә ғибрәт инде, беҙ ас­ҡан ау­ыҙ­ҙар­ҙы йо­м­о­р­ға оно­т­оп тың­лайбыҙ. Ә бит уйлап ҡара­һаң осоу 108 минут да­уам итеп Гаг­а­рин Ер ти­рә­­ләй тик бер тапҡыр ғына әйләнеп сыҡты. Ләкин хиҡмәт ун­дамы инде, ул Бе­­р­енсе ине бит, беҙ - Со­веттар Союзы бар донъя илдәренән алда инек, эш бына ни­м­­ә­лә!
Шу­­нан икенсе булып Герман Титов осто, ары беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт - Вал­ен­т­и­на Терешкова, бара-тора, булыуын булғас,силәгенә ҡапҡасы тап килһен, тиг-әндәр­ҙер инде, ул саҡтағы ил башлығы Н.С. Хрущев Терешкованы космонавт Андриан Ник­олаевҡа ке­йәүгә биреп “йыһан ғаиләһе” яһап ташланы, ваҡыт үт­еү ме-нән Ле­о­нов асыҡ космосҡа сығып әйләнде. (Шул хаҡта ишеткәс хафа­ла­нып та ҡуйҙыҡ, бәхеткә күрә бө­­­тәһе лә һәйбәт тамамлан­ған, юғиһә уның Ергә осоп төшөүе лә их-тимал ине бит) Эй, ғәмһеҙ, шауҡым­лы, вайы­м­һыҙ, бер ҡатлы ба­ла саҡ! Шул мөғ­жизәләрҙе беҙгә, беҙ­ҙең быуын кешеләренә космо­навтика бы­у­аты – 60-сы йыл­дар бү-ләк итте, ҡыуа­н­ы­с­тарҙың сәб­әп­сеһе донъялағы иң көслө, иң ҡеүәтле дәүләт Советтар Со­ю­зы ине.
Хәҙер косманавтика ғәҙәти, юҡ, ғәҙәти генә түгел көндәлек күренешкә әүерелде. Бөгөн Йыһ­а­нда айҙар, йылдар буйы осоп йөрөһәләр ҙә бер кемдең дә иҫе кит-мәй, ғә­ме юҡ, йыһангирҙәрҙең исем-шә­рифтәре лә хәтерҙә ҡалмай тиҙ онотола, ҡылған ба­т­ырлыҡтары ла шаҡ ҡатырмай.
Үткәндәрҙе барлап, киләсәк­кә ҡараш ташлап алыу изге һәм фарыз эш. Йәнә, улым һи-ңә әйтәм, киленем һин тың­ла, тигәндәй, Йыһ­ан менән еребеҙ хәстәрен тоташтырмаҡсымын, бәйләмәксемен, ул­ар бергә ҡуш­ыл­ғанда ғына мәғә­нәле бөт­ө­н­лөк хасил итәләр бит.
Ошо тәңгәлдә ҡабаттан, теге, сыуаҡ көнгә әйлән­еп ҡайт­ам. Гагариндың Йыһанға ос­оуын һөйөнсөләйем, тип, тимерлеккә йүгер­ҙем. Унда яра­т­ҡан, ихтирам иткән ағайым Има­м­етдин эшләй. Барыуыма ул һа­б­анын көй­ләп маташа ине. Минең яр һалған яңыл­ыҡҡа артыҡлап иғтибар ҙа итмәне был, мәшәҡәтен дауам ит­те.“Бынау шатлыҡлы көндә ни­ш­л­әп ваҡ-төйәк менән шөғөл­лә­нә­һең?”, тин­ем апты­ра­ғас. Уның әйткәне әле лә хәт­е­р­ҙә:
«Гагарин осор ҙа ҡайт­ыр. Ҡа­йтҡас асығып икмәк ашағыһы киләсәк. Уның ғы­на тү­г­ел һәммәбеҙҙең дә йә­ш­әүе әпәк­әйгә бәйле. Шуның өсөн күккә баҡһаҡ та ая­ҡ­тары­быҙ ерҙә баҫып торһон, беҙ бит ер ке­шеләре!»
Читайте нас