“Бәйләнештә” селтәрендә: “Баламдың башҡорт телен өйрәнеүенә ҡырҡа ҡаршымын, ә беҙҙе мәжбүр итәләр!” тигән мәғлүмәт уҡыным. Ошондай йәмһеҙ күренештәрҙең даими ҡабатлана, ишетелә килгәнен белгәнгә, хатта ҡайһылыр кимәлдә, ирекһеҙҙән ғәйре, күнә лә төшкәнгә, ғәжәпләнмәнем, әммә эс бошто, көйәләнеп киттем. Ни хәл итәһең, милләтең ни икәнен белмәгән, телде һанға һуҡмаған, Алла урынына аҡсаға, байлыҡҡа табынған, баҙар иҡтисадының маңҡорт бер быуыны үҫеп етте ниһайәт, киләсәктә бар әле күрәһеләр. Бәлдәле, ундайҙар илһөйәрлек, ерһөйәрлек төшөнсәһенән йыраҡ, талымһыҙ мал ише тамаҡтары ҡайҙа туя, улар шунда. Ерһөйәрлек, тигәндәй, тыуған төйәк, уның теле ерҙең тартыу көсө ише үҙенә ылыҡтырыу, әйҙәү, саҡырыу ҡөҙрәтенә эйә. Литваның Каунас ҡалаһында яҡташтарымды вагондарына ултыртып оҙатҡас, үҙәгем өҙөлөп ҡайтҡым килеп, биниһая ваҡыт, аяҡтарым талғансы арттарынан эйәреп көнсығышҡа ҡарай шпалдар буйлап атланым. Бишек көйө сүрәтендә йәнемә меңгән әсәм телен ҡайғыртып, халҡымдың милләт булараҡ оҙаҡ йәшәүен хәстәрләп әле булһа ла ҡояш сығышына ҡарай китеп барам һымаҡ.
Башланған әңгәмәне дауам итеп аныҡлап китәйек ошо ерҙә, кемде мәжбүр итәләр, ата-әсәнеме, әллә баланымы? Төрлө инстанцияларға яҙылған ялыуҙарға ҡарағанда бында бәләнең, низахтың башында иң әүәл ата-әсә. Бала, әлегә ни тиһәң дә ололар ышығында һәм ҡурсаулығында йәшәгән бер ҡатлы, шуҡ, ҡулсыр, әлегә хәйлә-мәкер серҙәренә төшөнөп етмәгән бала инде ул, ә уҡытыуға килгәндә уны ҡайһылыр кимәлдә мәжбүр итеү ҙә урынлы, көндәлек эштәрен контролләп тороу, белем алыуға ҡағылышлы талаптар ҡуйыу ҙа артыҡ түгел. Әгәр көйһөҙ, иренсәк баланың яйын яйлаһаң ул ни көндәр буйы аяҡ күтәреп, түшәмгә төкөрөп ятырға ла риза! Саҡ ҡына төп әңгәмәнән ситләшеп мәктәп тормошона күҙ һалһаҡ, ундағы тейешлеккә тап килмәгән сәйер хәлдәр артҡандан-арта ғына бара: уҡыусыға таҡта һөртөргә ярамай, дежурҙа саҡта класс иҙәнен йыуып сығарыу түбәнсел-еккә иҫәпләнә, мәктәп баҡсаһында йәшелсә, сәскәләр үҫтереп уларға һыу һибеү зыянлы, өмәләргә сығыу өсөн яҙма рөхсәт кәрәк. Хәҙер килеп айырым фәндәр, хатта китаптар артыҡҡа ҡала башланы. Мәктәпкә асылда тәрбиә алыу, уҡыу өсөн баралар ҙа баһа. Уҡыу йорттарында документтар, отчеттар тултырғанда, төрлө кимәлдәге сығыштарҙа “учебно-воспитательный процесс” тигән һүҙбәйләнеште ҡулланалар ғәҙәттә, дөрөҫ түгел, “тәрбиә-уҡыу барышы” тип әйтергә кәрәк, баланы иң әүәл тәрбиә аша уҡыталар, белемле була тороп та тәрбиәһеҙ, өҫтәүенә ялҡау уҡыусынан ни фәтеүә?
Ҡапылда бала саҡ иҫкә төштө. Ете йәшем тулғас әсәйем мине, көн оҙоно ҡайтып күренә белмәгән тәбиғәт балаһын кесерткән араһынан эләктереп алып, сәстәремде ҡырып алғандан һуң мунсала йыуындырып, сүллектә көн иткән бәдәү ғәрәптеке ише ҡарайып ҡатҡан кәүҙәмде балаҡтары бөрмәле ҡара сатин ыштан, аҡ күлдәк менән ҡаплап, йышылып бөткән ялан аяҡтарыма сандали кейҙереп, эсенә “Әлифба” китабы, бер нисә дәфтәр, төҫлө ҡәләмдәр һалынған сумканы артмаҡлатып етәктә йылға аръяғындағы бер ҡатлы ағас йортҡа алып китте. Тәү башта түҙемһеҙләнеп көткән мәктәп, класс, парта, мөғжизәгә тиң тәүге көндәр тиҙ туйҙырҙы бит, йоҡо ҡалдырып көн һайын иртә менән әсбаптар күтәреп бер үк берләм һуҡмаҡты таҡырлау, ҡайтҡас маңлай сирылтып мәсьәләләр сисеү, ижекләп уҡып дәрес әҙерләү бик тиҙ сей елкәгә тейҙе, ялҡытты. Шыпа ла ғына уҡығы килмәй ҙә ҡуя. Иренеүемде көйләп, ялҡаулығымды яйлап өйрәнгән әсәйем һеперткенең бер оҙон һабағын - селекте ишек башына элеп ҡуйҙы ла, эй, барғым килмәй унданан һалдырып мышҡылдай башлаһам уҫал ғына итеп теге нәмә яғына ҡарап ала, ә мин инде шыйтыҡт-ың шәхсән минең осама тәғәйенләнгәнен һиҙемләп теләкһеҙ генә китап биттәрен асам, сумкама үреләм, тик дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һис ҡасан яза алманым, селек ҡулланылмай, башланғыс кластарҙы тамамлағансы иҫкәртеү сараһы булараҡ урынында эленеп торҙо шулай. Мәктәпте тамамлағас та әле училищыла уҡыу ауырлығына, урыҫса белмәүгә һылтанып ауылға ҡасып ҡайтҡайныҡ, дуҫымдың атаһы биштәрҙәребеҙҙе арбаға тейәп автобус туҡталышына сығарҙы ла килтергәнен енләнеп ергә быраҡтырғас, ете ҡатлы итеп һүгенеп сыбыртҡы менән киҙәнде: “Бынан бүтән ауылдың, беҙҙең исемде һатып ултырыр урын тапмай елтәңләп йөрөһә-геҙ, белеп, маңлайығыҙға киртеп ҡуйығыҙ, киҫәтмәне тип әйтмәҫһегеҙ, икегеҙҙе лә ҡушарлатып ҡуйып һыҙырам!” Булмаҫ, тимә, ир һүҙен елгә ташламаған яндырай, ҡауҙыр кеше ине ул! Мәктәптә саҡта ла тыңламаһаң уҡытыусы ағайҙар аңлайышлы, ябайҙан-ябай педагогик алымды, “ирҙәр тәрбиәһен” ҡулланып малай-шалайҙы еңелсә генә итеп бәргесләп ебәрәләр ҡайсаҡ. Башкиҫәр алабарманлығым арҡаһында тәү нәүбәттә миңә эләгә. Ҡайтып ошаҡлау ҡайҙа, белә, ишетә ҡалһа, үтә лә ур-ынлы, дөрөҫ эшләгәндәр, шул кәрәк һиңә, тип әсәйем йоҙроғо менән маңлайымды төйә, шуға өндәшмәй ҡалыуың хәйерле. Уҡыусыға ҡул күтәреү яҡшы түгел, әлбит-тә, мәгәр мин дә тыңлаулы, изгеләрҙән-изге һәм баҫалҡы түгел инем улайға ҡалһа. Бына ошондайыраҡ “һабаҡ”тар алып уҡыным. Үпкәм, дәғүәм юҡ, һәр кем ҡылғаны өсөн яуаплы, елкәмә алғанмын икән, тимәк үҙем ғәйепле Хәҙер ҙә теләгемә ятмаған, күңелем тартмаған, әммә мотлаҡ эшләргә кәрәк берәй мәшәҡәт килеп сыҡһа ишек башындағы селекте, танау төбөнә терәлгән теге сыбыртҡыны күҙ алдына баҫтырам да эсемдән генә: “ни хәл итмәк, тәүәккәлләмәһәм булмаҫ, мин тотонмаһам кем башҡара быны?”, тигән ҡайтымһаҡ уй үтә башымдан…
“Мәжбүр итеүҙең”нәғеҙенә, асылына күҙ һалһаҡ ата-әсә балаһын тыуған телендә уҡы-тырға теләмәй булып сыға түгелме? Хәҙер ул яҡлау эҙләп прокуратураға барасаҡ, ә теген-дә инде законды һиҙгер һаҡлаусылар ҡабул ителгән ҡанундар нигеҙендә ғәйеплене табып “етешһеҙлекте” кисекмәҫтән бөтөрөргә ҡушасаҡ. Бында берәй ғәйепле бармы? Бар, әлб-иттә, уны белгегеҙ килһә Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен уҡығыҙ, ул да үҙенә күрә һабаҡ!
Һәр бәпес яҡты донъяға үҙ теле менән килеп тыуа (ҡатнаш никахтар булған хәлдә лә), йә ул башҡорт, йә урыҫ, йә татар, йәиһә башҡа милләттән. Милләт - уның коды, йәненә һалынған нескә механизмы, ғаләм йоҙағын асыр асҡысы, көнитмешкә бағыр тәҙрәһе. Уға һаҡһыҙ ҡағылырға, боҙорға, ватырға ярамай! Башҡорттан урыҫ, киреһенсә, урыҫтан башҡорт, йә башҡа милләт әүәләү мөмкин түгел. Мәжбүр иткән хәлдә ул тормошта аҙаша, йәшәү мәғәнәһен юғалта, барған йүнәлешенән аймыла. Өркөтөргә, хафаға һалырға телә-мәйем, әммә бөгөн суицидтарҙың һаны ҡырҡа артып китте һәм уның төп сәбәптәренең береһе итеп ғалимдар ана шул юғалып ҡалыуҙы, ер менән күк араһында аҫылынып тороуҙы атай ҙа инде. Тағы бала йәненә һалынған телде камил белмәй тороп башҡа телдәрҙе үҙләштерә алмай. Код - ул әҙәм балаһының күңеленә баҫылған мисәт, яҙмышына бирелгән юллама. Ул үҙен ниндәйҙер милләт вәкиле итеп тойоп йәшәгәндә генә аяҡтарына ышаныс-лы баҫып әҙәмсә көн итә. Бер танышым булды. Ул ҡайҙа ла ситен, артыҡ, күҙгә-баш-ҡа салына һалып бармай, тиң-тоштары менән баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ аралаша. Торғаны бер шәүлә, күләгә инде. Сулала, һүҙ ыңғайында ул ана шул сәйерлеген аңлатты:
- Тураһын әйтергә кәрәк, милләтем юҡ минең: әсәйем татар, атайым урыҫ, ә өләсәйем әрмәнмен, ти. Ошонан аҙаҡ мин кем булып сығам һуңғы сиктә?
- Уны үҙең ҡара, - тинем, аптырағас, - тик һайлаған милләтеңдең ғөрөф-ғәҙәттәрен,телен, мәҙәниәтен еренә еткереп бел һәм өйрән!
- Башҡорт теленә туҡталырмын, ахрыһы…” тине ул кинәйәле йылмая биреп.
- Башҡортостанда йәшәйем дәһә!
Рус телендә стан, тигән һүҙ бар, уның тура тәржемәһе – торған ер, торған урын. Хәтеррләйем, сабынлыҡтағы аш бешкән, салғы-тырма, башҡа кәрәк-яраҡ һаҡланған урын беҙҙә лә шулай атала торғайны. Райондан берәйһе килһә бригадир Фазылйән ағай: “Түрәләр саҡыра, һөйләшеп-кәңәшләшеп алаһы бар, тиҙ генә станға йыйылығыҙ!” тип болон яңғыратып һөрәнләй торғайны. Башҡорттарҙың торған ере - Башҡортостан, татарҙарҙыҡы – Татарстан, сыуаштарҙыҡы - Сыуашстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, ошо исем-лекте әллә күпме дауам итергә була. Рәсми рәүештә йөҙҙән ашыу милләт теркәлгән элек-ке Советтар Союзы киңлектәрендәге стандарҙа дәүләт теле итеп ерле халыҡтың теле иҫәпләнә, ә уны өйрәнеү һәм таныу шунда йәшәгән һәр граждандың мөҡҡәддәс бурысы! Ошо ерҙә республика етәкселегенә лә еткерер теләгем бар, әгәр республика ерле халыҡтың ат-амаһын йөрөтә, дәүләт символдары - гербта Салауат Юлаев, ҡурай һынландырылған, ә гимныбыҙ ике телдә башҡарыла икән, балалар баҡсаларында, уҡыу йорттарында, дәүләт учреждениеларында, ғөмүмән барлыҡ урындарҙа уның ҡулланыу даирәһен арттырыу ха-ҡында ҡайғыртырға ла кәрәктер. Бөгөн дәүләт учреждениеларында башҡорт телендә яҙылған ғаризаны ҡабул итмәйҙәр, тәржемә итергә ҡушалар. Әтнәкә шунда - башҡорт телен яҡшы белгән кеше юҡ. Телевидение, радиола ла шул уҡ хәл, интервью, сығыштар “ағас тел”дә ҡоролған, уны төҙәт-ергә ынтылыусыны тапмаҫһың, хәйер уны кем матурлаһын инде, силәгенә күрә ҡапҡасы, тиҙәр был осраҡта.
Мәлендә башҡорт телен һайлап, ауырлыҡһыҙ йырлап уҡыу урынына принципиаль рәүештә Стәрлетамаҡ институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын һайланым. Сәбәбе - бөйөк рус әҙиптәрен тәрәндән өйрәнгем, белгем, бөйөк халыҡтың мәҙәниәтенә яҡын булғым килде. Йәшерен-батырын түгел, уҡыу еңелдән түгел ине, башҡорт балаһына бигерәк тә бөгөнгө рус теленең нигеҙҙәре булып иҫәпләнгән “Боронғо славян теле”, “Тарихи грамматика”, “Диалектология” ауыр бирелде, әммә төнгө йоҡоларҙы ҡалдырып тырыштым, биш йыл уҡыу барышында бер кем дә мине урыҫса белмәйһең тип битәрләмәне. Өҫ-тәмә материалдар биреп, мәжбүр итеп тиерлек рус әҙәбиәтен уҡытҡан, икәүҙән-икәү ҡалғанда сәғәттәр буйы бәхәсләшергә, әңгәмә ҡорорға яратҡан филология фәндәре докторы, профессор Валентин Айзикович Зарецкий киреһенсә, йыш ҡына башҡа студенттарға мине өлгө итеп ҡуя торғайны, ышаныс белдергән, бар йәһәттән күтәрмәләгән остазыма әле лә оло рәхмәтлемен. Рус телен, уның тамырҙарын өйрәнеп һуңғы сиктә мин урыҫ булып китмәнем дә баһа, киреһенсә телем баҙыҡланды һәм байыны, офоҡ сиктәрем киңәй-ҙе, донъяға булған ҡарашым ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Әле профессиональ яҙыусы, журналист булараҡ ике телдә лә бер кимәлдә яҙам, миңә тәржемәсе кәрәкмәй. Башҡорт балаһын башҡорт телендә уҡытыуҙан ниндәй ҙә булһа зыян бармы ошонан аҙаҡ?! Урыҫ, йәки башҡа милләт тә ерле халыҡ телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән ярлыланып китмәй, киреһенсә рухи йәһәттән байый ғына.
Армияла хеҙмәт иткәндә Латвияның Рига ҡалаһына командировкаға йыш йөрөнөм. Барған һайын магазиндарға инеп сыҡҡылайым, әммә үҙҙәрен милләт булараҡ ныҡ ихти-рам иткән, телгә иғтибарлы һатыусылар урыҫса әйтелгән үтенесемде ишетмәйҙәр ҙә, бор-олоп та ҡарамайҙар, әйтерһең дә мин буш урын, бер кем дә түгел. Ниһайәт бер килеп, быларҙың күңеленә асҡыс таптым бит, барып инеү менән йылмайып ебәреп былайыраҡ сәләмләнем: “Лабден!” Һаумыһығыҙ, йәнәһе. Һатыусылар йылмайып ебәреп ҡайырылд-ылар ҙа ни алып ни бирерҙәрен белмәйҙәр, ә мин һүҙ араһында, палдиесты(рәхмәтте), луудзу (рәхим итеп…) те ҡушып ебәргән булам, ә тегеләрем йырылған ауыҙҙарын йыйып ала алмай рәхәтләнә. Санчастәге начмед Михаил Васильевич Ломидзе лә мине һәр саҡ ышаныслы үҙ кешеһенә иҫәпләне, сөнки уға һәр саҡ гамарджобат (һаумыһығыҙ), тип грузинса өндәшә инем. Бына бит телде белеү нишләтә, тәү ҡарашта ябай ғына һүҙҙе икенсе милләт ауыҙынан ишетеү яҡынайта һәм туғанлаштыра икән дә баһа!
Теге ауыл өйөндәге ишек башындағы селеккә әйләнеп ҡайтам яңынан. “Сыбыҡлап, ҡайыҙлап уҡытырға өндәй, Хәйҙәр ағай”, - тиер бәғзе бер белекһеҙе. Төптө улай түгел! Ишек башындағы сыбыҡ урынына бөгөн түргә баҫма материалдар урынлаштырырға кәрәк, юғиһә замана йортонан гәзит-журнал һымаҡ нимәләр ҡасты, ике-өс һөйләм уҡырға иренгән мыҡымға әүерелде бәғзеләр, ошондай барыш менән барһа тиҙҙән ым-ишара менән дә аралаша башларбыҙ әле. Шулай ҙа аҡыл менән эш итеүсе зиһенлеләр ҙә бар әле арабыҙҙа, мәҫәлән, сыуаш дуҫымдың өйө тулы шул телдә яҙылған китаптар менән тулған. “Беләм, балаларым уҡымайҙар, шулай булһа ла кәштәлә торһондар, - ти ул, - бер уҡымаһалар бер ҡулдарына алырҙар, тип ышанам!” Мин диндар кеше лә, ҡурайсы ла түгелмен, шулай ҙа түремә Ҡөрьән китабын һәм ҡурайҙы ҡуйғанмын, аҙағынаса төшөнөп етмәһәм дә шул изге китаптың биттәрен асам көн һайын, һыҙғырта белмәһәм дә ҡурайҙы ҡулыма алам йыш ҡына. Ҡурайҙан моң, китаптан белем, ҡөрьәндән игелек, аҡыл ағыла һәм тарала, уның шулай икәнлегенә иманым камил!
Йәнемде өйкәгән, күңелемә тынғылыҡ бирмәгән юлдарҙы яҙҙым да уйға ҡалдым. Мөрәжәғәтнамәм тәғәйендәргә барып етмәҫен белгәнгә әллә мейемде асырғаныулы таныш шиғыр юлдары сүкей: “Хаттар яҙам, әммә халҡым наҙан! Наҙан…наҙан…наҙан…” Бар йәһәттән алға киткән, тиҙлекле, техникалы, юғары интеллектлы, тирә-яғыбыҙ үрмәкес ауылай компьютерлаштырылған 21 быуатта әҙәм балаһын белемһеҙлектә, томаналыҡта ғәйепләү урынһыҙ. Тик шуныһы – халҡыңдың әҙәбиәтен, тарихын яратмау, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һанға һуҡмау, уның иртәгәге көнөнә битараф ҡалыу үҙе үк наҙанлыҡ түгелме ни?!.