Мөхәррир һүҙе
29 Марта 2021, 03:26

Чукча

Бысраҡ кейенгән, наҙан, аҡылһыҙ, һыумейе, тәрбиәһеҙ чукча хаҡында көләмәс һөйләһәләр хәҙер минең шыпа ла ғына көлкөм килмәй, сөнки күҙ алдыма үҙ хал-ҡының лайыҡлы улы Атчытагын Нанук килә лә баҫа.

Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек Мәскәүҙә уҙғарылған “Рәсәйҙә аҙ ҡалған милләттәр” съезында ҡатнаштым. Матур сара ойошторғайнылар, төрлө милләт вәк-илдәре килгән, арҙаҡлы ғалимдар саҡырылған. Ҡунаҡхананың ике кешегә иҫәпләнгән номерына урынлаштырҙылар. Бер аҙҙан бөхтә, заманса килешле кейенгән, зыялы ҡиәфәтле йәш кеше инеп янымдан урын алды ла оло юл сумкаһын тахта эргәһенә ҡуйғас килеп ҡулын йөрәге тапҡырына баҫып итәғәтле баш эйҙе:
- Здравствуйте. Меня зовут Атчытагын. На курсы приехал, на учебу.
Мин дә урынымдан ҡалҡып ҡулымды ихлас һоноп күрештем, исемемде атаным, бында килеү маҡсатын әйттем.
Бүлмәләшем сисенеп ташлап спорт костюмын кейеп алды, әйберҙәрен урынлаштырырға кереште. Күҙ ҡырыйым менән генә быны күҙәтәм: тәбәнәк, ҡаҡса буй, сөм ҡара сәс-тәр, ас яңаҡтар, яҫы маңлай, ҡырлас танауҙың өҫтөн беректереп тоташҡан ҡуйы ҡаштар. Ҡарашы асыҡ,тирә-йүнгә ғәжәпләнеп баҡҡан ташбығыраҡ һоро күҙ-ҙәр йәш кешене һө-йкөмлө һәм күркәм итеп күрһәтәләр. Кем һуң ул, ҡайһы милләттән? Ҡаҙаҡҡа ла оҡшап ҡуя, ҡырғыҙға ла тартым, яҡут, тиһәң дә яҙа китмәҫтәй, әм-мә , танышып та өлгөрмәҫтән төпсөнөүҙән ҡасып өндәшмәй ҡалдым.
Кискеһен йәш кеше йыйына башланы:
- Деловая встреча, приду поздно, если я вас разбужу, заранее прошу прошения.
- Не беспокойтесь, все нормально, мой график дня - спать ложусь очень поздно, встаю рано.
- Вы в столицу приехали надолго?
- Завтра к вечеру заканчивается наш форум, после завтра лечу домой.
- Тогда мы сможем, удобное для Вас время посетить ресторан? Угощу национальной едой.
- С большим удовольствием!
Иртәгеһен буфетта иртәнге сәйҙе эскән арала ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай һорай ҡуйҙым:
- Атчытагын, скажите пожалуйста, вы из какой национальности?
Аяғөҫтө баҫырға өлгөргән егеттең тауышы гөрөлдәп айырым-асыҡ ишетелде:
- Я – чукча! Фамилия моя – Нанук, что в переводе означает белый медведь!
Бар донъя ишетһен, тигәндәй, ғорурланып әйтте.
Иртәгеһен кис Атчытагын мине болан теленән бешерелгән, телеңде йоторлоҡ тәмле нувкурак менән һыйланы, шул арала маҙа һалмай, ялҡытмай ғына, әңгәмәгә тап килтереп, һүҙ араһында халҡының бер нисә легендаһын һөйләргә өлгөрҙө, үҙ телендә моңло итеп көйләп тә алды.
Бысраҡ кейенгән, наҙан, аҡылһыҙ, һыумейе, тәрбиәһеҙ чукча хаҡында көләмәс һөйләһәләр хәҙер минең шыпа ла ғына көлкөм килмәй, сөнки күҙ алдыма үҙ халҡының лайыҡлы улы Атчытагын Нанук килә лә баҫа.
Читайте нас