Айытҡол Ҡәҙерғолов оҙаҡ йылдар ҙур совхоздың парткомын етәкләне. Заманында Баш-ҡортостандағы берҙән-бер университеттың тарих факультетын тамамлаған секретарь белемле етәксе, оҫта ойоштороусы ине. Ялҡынлы оратор ҙа, һөйләй башлаһа һәммәһен ыш-андырып, инандырып тыңлаған аудиторияһын үҙенә йәлеп итә лә ҡуя. Партияға, ленинизм тәғлимәттәренә таянып эш итә, шуларға мөкиббән китеп табына торғайны ағай, сығышы һайын Ленин һүҙҙәрен, ҡасандыр Маркс, Эньгельс әйткәндәрен миҫалға килтермәй ҡалмай. 80-се йылдар аҙағында илдә Горбачев болғанышы башланғас, ерле-юҡта, йомортҡанан йөй табып Айытҡолға бәйләнә башланылар, йәнәһе лә партияның абруйы, бәҫе төшөүҙә фәҡәт ул ғына ғәйепле. Ваҡыт үтеү менән ағайға ҡанығыуҙар тағы ла көсәйә төштө, утҡа кәрәсин һибеүселәр, быҫҡыған усаҡҡа утын өҫтәп дөрләтеүселәр ҙә етерлек булғандыр, күрәһең. Совхоздың сираттан тыш партия йыйылышы алдынан оппозиция башында йөрөгән ағас телле Назар эш урыныма һуғылды: “Ағзалыҡҡа кандидат сифатында йөрөгәсең шуны әйтергә индем, бырат, Айытҡол сабакы, оҙаҡ эштәне, дәвүлне, етте, теңкәгә тейҙе, нәһерҙе ҡоротто, пусты күптән йәштәргә тапшырырға уаҡыт!” Кандидат ҡына булғасың йыйылышта һиңә телмәр тотоу хоҡуғы юҡ, тигәнерәк кинәйәне, иҫкәрмә-не аңланым тегенең тел төбөнән. Йәнә Назар парткомға ҡустыһын ултыртырға йыйына икән тигән хәбәр ҙә сала-сарпы ишетелеп ҡала ине һөйләшеүҙәрҙә.
Ҙур клубтың алды ауылдарҙан йөк машинаһына, “Белорусь” арбаһына тейәлеп килгән коммунистар менән тулған: кемеһелер өйкөлөшөп тәмәке быҫҡыта, кемеһелер өҫтөндәге брезент плащын һалып аҙаплана, үтәсәк сараның көн тәртибе хаҡында шыш та быш килеүселәр ҙә күренгеләп ҡала. Ә Назар инде утҡа баҫҡан бесәйҙәй, шул, йыйылғандар ара-һында йүгермәләй. Маҡсаты, уй-хыялы билдәле. Тотҡан урынымды, әлегә биләгән кимәлемде белгәнлектән ҙур залдың иң арттағы ултырғысына барып ултырҙым. Йыйылыш башланды. Совхоз директоры, райкомдан килгән вәкил сәхнә түренән урын алғандар. Сәйер тынлыҡ, тантаналыҡ тойолмай. Сығыштар башланды, партком секретарының тетмәһен тетәләр генә, кем генә сығыш яһамай; Айытҡол ағайҙың йән дуҫтары ла, мәктәптәге элекке коллегалары ла, хас дошмандары ла, теш ҡайрап үсләшеп йөрөүселәр ҙә. Регламентты оноттолар, трибуна янында оҙон сират. Шау-гөр килеп тора, пәрей туйында шайт-андың үҙен бейетәләрме ни! Сыҙамайынса тороп сығышҡа йыйыныусылар янына баҫҡайным, Назар килеп ҡулымдан тартып урыныма этәреп ыҫылданы: “Маҡтарға, яҡларға йыйынаһыңмы?! Ултыр, маңҡа!” Президиум артындағылар ҙа ғәйепләүселәр менән килешкәндәй ауыҙҙарына һыу уртлағандар, ни әйтерһең, киң билдәлеклек, үҙгәртеп ҡороуҙар, асыҡлыҡ осоро ине шул. Айытҡол ағайҙың тәбәнәк, йоҡа кәүҙәһе йыйылыш аҙағында тартыла барып бөтөнләй бөрөшөп ҡалды, сал сәсле башы түбән эйелде.
Иртәгеһен эшен ҡалдырып, тапшырып ҡайтып килеүендә тап иттем, бары ҡултығы аҫтына Лениндың киндергә төшөрөлгән портретын ғына ҡыҫтырған ине ул, мине абайлағас әйтә ҡуйҙы: “Был парткомдыҡы түгел, шәхсән үҙемдеке, илле йәшкә бүләк иткәйнеләр…”
Вазифаһынан киткәс ағай оҙаҡ ҡына сырханы, дауаханала ла ятып алды. Эшкә үтеп барышлай ҡараһам Ленин портретын ишек алдындағы ултырғысҡа һөйәп ҡуйған Айытҡол ағай шул тирәлә мөштөрҙәп йөрөй, ҡулында еүеш сепрәк, һыу тултырылған тас та эргәһендә.
- Һаумы, ағай? - тинем туҡталып.
- Минең ни шул инде, йәшәүем: “КПСС-ҡа дан!” девизы аҫтында үтте тиһәң дә була. Билдәле булыуынса партияның хәлдәре шәптән түгел, йәшәүҙе болғатыусылар, буръяҡлы һыуҙа балыҡ ҡаптырыусылар артҡандан арта бара! - Алдындағына ымланы, - бына беҙ ҙә һәр күргәнгә ышанған булабыҙ, уны сафтан саф тип ҡабул итеп яңылышабыҙ. Был донъяла хатаһыҙ әҙәм булмай. Бынау портрет нисә йыл тегендә кабинет түрендә эленеп торҙо. Бөгөн еңгәйеңә өй таҙартырға булашып һөртә башлағайным унан ана күпме туҙан сыҡты. Иҫең китерлек!
91-се йылдың авгусына ҡәҙәр взносы түләнгән партия билетым һаман да булһа һандығым төбөндә ята. Минеңсә донъя кимәлендәге ҡеүәтле илде ябай халыҡ түгел, ә аҡлыҡтың эсенә йәшеренеп саф булып күренгән туҙанлы бәғзе берәүҙәр бөтөрҙө. Бер нисә тапҡыр яңынан ниндәй ҙә булһа партия сафына инергә ҡоҙалаусылар булды, ҡырҡа баш тарттым. Аҡтың да туҙанлы булғанын, ҡараның эсендә лә ҡайһы саҡ аҡлыҡ йәшеренгәнен беләм инде күптән.