Мөхәррир һүҙе
24 Марта 2021, 03:07

Атайым (Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.)

Һәм иң оло, Тәңре кисермәҫлек гөнаһым - атайымды ерләшмәнем, ҡәберенә тупраҡ ырғытманым, сөнки уның вафатын һуңлап ҡына ишеттем. Хәҙер үҙемә үҙем ҡат-ҡат һорау бирәм дә аныҡ ҡына яуап ала алмайым: “Әгәр вафатын мәлендә ишетһәм, барыр инемме икән, әллә юҡмы?!”

Һәм иң оло, Тәңре кисермәҫлек гөнаһым - атайымды ерләшмәнем, ҡәберенә тупраҡ ырғытманым, сөнки уның вафатын һуңлап ҡына ишеттем. Хәҙер үҙемә үҙем ҡат-ҡат һорау бирәм дә аныҡ ҡына яуап ала алмайым: “Әгәр вафатын мәлендә ишетһәм, барыр инемме икән, әллә юҡмы?!” Атайымдың үлем хәбәре илатманы, ҡайғыға һалманы, күңелемде кем менәндер бәйләп тотҡан еп өҙөлгәндәй итте бары. Иламауым ҡатылыҡмы, бәғерһеҙлекме? Бәлки. Улай тиһәң, ауыл хәйерсеһе, теге ир үлгәндә күҙҙәрем йәшләнде, йәнем иңрәне. Уның үлеүенә ышанманым, әле лә ышанмайым. Юҡҡа ғына уға Йыһан һүҙен өҫтәп исем ҡушмағандарҙыр бит, ул бары мәле еткәс асманға ашҡан да, киң, йондоҙло Ҡош Юлын айҡап, гиҙеп бөгөн дә йөрөп ята һымаҡ. Урыҫтарҙа: “Чтобы узнать человека, надо с ним пуд соли съесть”, тигән мәҡәл бар, ә беҙ һантый, еңел аҡыл иҫәпләнгән ир менән күтән һурпаһын ғарҡ булғансы саманан ашырып һемергәйнек, шуға ла ул миңә яҡын, ҡәҙерле.
Атай, тигәндәй, мин өйләнгәс ҡайным минең өсөн атайға әүерелде, бер юлы ике яуаплы, мәртәбәле дәрәжәне тотто. Ҡайҙа ғына барһаҡ та ул эргәһенә мине ултырта, аҡыл өйрәтеүҙән алда иң әүәл ипле генә итеп кәңәш һорай. Ҡунаҡта саҡта төнө буйы минең менән көңгөр-ҡаңғыр килеп сыға, йорт тирәһендәге берәй эшен эшләһәм йүгереп килеп икенсе остан йәбешә. Бер саҡ ул етди сирләп киткәс алып килеп ҡала дауаханаһына урынлаштырҙым. Белгестәр ҡарап, тикшереп анализдар әҙер булғас дауалаған табибы еңемдән тартып бер яҡ ситкә алып китте:
- Готовтесь к худшему… Максимум три дня…
Ҡайным да һиҙенде буғай, эргәһенә барғайным уратып һүҙ башланы:
- Кейәү, һин үлемдән ҡурҡаһыңмы ул?
- Тормош матур бит, йәшәйек әле, ҡайҙа ашығырға?
- Тимәк, ҡурҡмайһың… - Ул үҙенсә һығымта яһаны ла өҫтәп тәҡдим итте. - Әжәлдән һипһенмәйем, тигәс, әйҙә, минең янда ҡунып йөрө, ни тиһәң дә яңғыҙ ҡалғы килмәй…
Ул өс төн оҙоно тормошон һөйләне, ә мин тыңланым… Дүртенсе көн иртәнсәк ҡарашы әллә күпмегә теремекләнгәйне, өмөтлө итеп былай тине:
- Мин үлемде кисектерергә, бирешмәҫкә, һинең һүҙеңде йыҡмаҫҡа булдым… Йәшәйек әле… Бар ҡайт, арығанһыңдыр, ял ит, рәхмәт һиңә!
Ҡайным тағы ла өс йыл саманы йәшәне.
Ошо хәлдән һуң үҙем өсөн һуңлаған хаҡиҡәтте астым - ир кеше ярҙамға ла, әпәүләүгә лә, күтәрмәләүгә лә мохтаж түгел, ауыр саҡта уға бары терәк һәм таяныс кәрәк!
Юбилей осоронда ижад кисәмде Сибай хакимиәте үтә лә ҙурлап, олонан ҡубып филар-мония залына арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырып уҙғарҙы. Сара алдынан көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ҡала буйлап килә инем, теге, күп балалы апайҙы тап иттем, ул фоторәсемем тө-шөрөлгән афишаға ҡарап онотолоп тора ине, мине күреп сырамытҡас йәнә кинәйәләп төрттөрҙө:
- Китсе, һин дә инсан булып киткәс!
- Эйе, уйсан инсан.
Яуабым оҡшаманы булыр, үкенгәндәй, үртәлгәндәй ҡул һелтәне теге:
- Атайлы килеш тә минекеләр серек йомортҡалай эшкә ашманы, береһенән йүн дә, мәғәнә лә, рәт тә сыҡманы, ҡоромағыр, ә һин үҙ көсөң менән әҙәм булып киттең! “Апай, йомортҡаларҙың сереккә әүерелеүендә әтәстән ғәйре тауыҡ ғәйепле, насар, еткелекле баҫмағанһығыҙҙыр, ә минең ас бетем башымда түгел, йөрәг-емдә булғандыр ул!” тип саҡ әйтеп ысҡындырманым.
Ҡатынымдың ғәҙәте бар, улыбыҙ һорау бирә ҡалһа гел бер нимәне ҡабатлай, тыҡый: “Атайыңдан һора иң тәүҙә, ул нимә тип әйтер!” Ә мин былайыраҡ тием: “Улым, һин бала түгел инде хәҙер, ауыртмаған яғыңа ят, үҙең нисек теләйһең шулай хәл ит, әгәр мин һинең урыныңда булһам ошо ерҙә былайыраҡ итер инем…” Шулайыраҡ, ситләтеп, кинәйәләп теләгемде әйтәм. Беләм, уға иң әүәл минең фекерем, тормошҡа ҡарашым, ошо, әлеге аныҡ хәл-ваҡиғаға мөнәсәбәтем мөһим, минең әйткәндәрем ҡайһы саҡ уға терәктер ҙә, бәлки.
Бер саҡ мәртәбәле йыйында мине түргә ҡуҡрайтып ултыртып ҡуйып, алған дәрәжәләремде, исемдәремде теҙеп атап, күккә ашырып ҙурлап ташланылар. Маҡтауға, ҡупыртыуға үтә лә һаҡсыл ҡараштамын, тейешен генә ишетәм, саманан аштырған фәстереүҙәрҙе ҡолағым һыртынан үткәрәм. Ҡайтып килгәндә улым үҙ баһаһын бирҙе: “Дәрәжәләрең исемдәрең миңә нимәгә ул, һин бары миңә атай, яҡшы атай!” Ошо әйтелгәндәр теге күтәрмәләүҙәрҙән әллә күпмегә юғарыраҡ ине.
Атайым хаҡында бер кәлимә генә һүҙ әйтергә йыйынғайным да, көллөһө хаҡында теҙеп яҙып алдым да киттем: атайым, ауыл ире, оҫта ҡуллы еҙнәйем, Батис ҡарт, ҡайным, һәм килеп үҙем. Шулай итеүем бәлки дөрөҫтөр ҙә, сөнки беҙ бит барыбыҙ ҙа атайҙар. Төрлө фиғелле, буй-һынлы, һөнәрле ир-аттар. Уларҙан күп нимә талап та ителмәй, бары тәрән итеп, күкрәк тултырып алған һулыштай, туҡтауһыҙ ярһып типкән йөрәктәй өҙлөкһөҙ кәрәк булып балаларының эргәһендә булһындар, ҡалһындар, абынып китә күрмәһендәр, тип ҡурсалап, борсолоп, еңел булмаған, соҡор-саҡырлы тормош һуҡмағынан ғәзиздәрен етәкләп барһалар шул еткән, һәм илаһи нәҙер - һис ҡасан яҡындарына хыянат итә күрмәһендәр. Хыянат иң ауыр гөнаһтарҙың береһе - ул ғәфү ҙә ителмәй, кисерелмәй ҙә.
Приют янынан үтешләй ете-һигеҙ йәштәр самаһындағы бер ир баланы күреп ҡалдым. Ул күккә өмөтләнеп төбәлгәйне. Бала күңеле әкиәттәргә, мөғжизәләргә ышаныусан, табыныусан, бәлки, малай, торна суҡышында бала түгел, атаһының, йә әсәһенең осоп килеүен көткәндер, кем белә...
Минең изге инаныуым – бер ғаилә, бер атай, бер әсәй һәм күп балалар. Әсә - күктәге ҡояш булһа, атай - ер үҙәге, ер күсәре. Ҡояш һәр ваҡытта ла йылыта, әммә ләкин ер күсәренән ысҡына ғына күрмәһен, ул саҡта йәшәйеш селпәрәмә килер! Һәм һуңғыһы - атай берәү генә була, ул бүленмәй, сит-башҡа сәселмәй, ваҡланмай торған изге төшөнсә!
Читайте нас