АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
18 Марта 2021, 03:24

Атайым

Ҡусҡарҙай йомарланып ҡабырсағыңа боҫһаң да үҙеңдән үҙең ҡасыу мөмкин түгел, ҡоролған мылтыҡ бер килеп ҡасан да булһа донъя гөрһөлдәтә бит әле, йәнең төбөнә боҫҡан һүҙ ҙә, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, иртәме-һуңмы, барыбер бер килеп тышҡа урғыла.

Минең наҙлы, аҡыллынан аҡыллы, эшсән, киң күңелле, сыҙамлы, сабырлы, тыйнаҡ, инсафлы өс әсәйем булғанлығы хаҡында әйткәнем дә һөйләгәнем дә бар. Шул ныҡлы, нигеҙле өс таған ҡоршауында, уратаһында яратылып, һөйөлөп үҫтем. Ә бына атайым хаҡында бер ҡасан да, бер тапҡыр ҙа асыҡлыҡ индереп, ентекләп яҙманым. Урынһыҙлыҡҡа, форсат сыҡмауға һылтанып сергә төрөлгән сетерекле һөйләшеүҙе кисектерә килдем, ситләтеп үттем, һүҙҙе икенсегә борҙом, ҡайырҙым, иртәгәге көнгә ҡалдырҙым. Сәбәбеме? Аныҡ, төйөрөм генә яуабым юҡ, әммә мине әле лә ниндәйҙер эске тойғо тотҡарлай, тамағымдың төбөндәге түгел, күңелем түрендәге иҫке, йөйлө төйөр әйтеремде әйтергә, асылып китергә ирек бирмәй. Ҡусҡарҙай йомарланып ҡабырсағыңа боҫһаң да үҙеңдән үҙең ҡасыу мөмкин түгел, ҡоролған мылтыҡ бер килеп ҡасан да булһа донъя гөрһөлдәтә бит әле, йәнең төбөнә боҫҡан һүҙ ҙә, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, иртәме-һуңмы, барыбер бер килеп тышҡа урғыла.
Атайым һәйбәт, тәрән фекерле, киң даирәле, ихтирамлы, абруйлы кеше ине, дөйөмләш-тереп ҡылыҡһырлаһаң – ил-йорт хәстәрен хәстәрләгән, ҡайғыртҡан арҙаҡлы уҙаман; һуғыш ветераны, башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, бихисап орден-миҙалдар кавалеры, һуғыштан ҡайтҡас утты-һыуҙы кискән яугирҙе бер тауыштан колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар, шунан оҙаҡ йылдар ауыл Советына етәкселек иткән. Ғәжәйеп осраҡ, белеме – башланғыс, дүрт класс ҡына, ауырлыҡ менән хәреф танып, этеп-төртөп уҡый, әммә яҙыу-һыҙыуға килгәндә наҙандың наҙаны, томана, хәлбүки хужалығы бар күрһәткестәр буйынса ла районда алдынғынан иҫәпләнгән, күсмә ҡыҙыл байраҡ та күсмәҫлек итеп колхозға бирелгән, шуғалырмы, кәңәшмәләрҙәге урыны – тантаналы президиум түрендә, гелән өлгөгә ҡуйып маҡтайҙар үҙен, байрамдарҙа, эшкә йомғаҡ яһағанда билдәләмәй, бүләкләмәй ҡалдырмайҙар. Уҡыуға шыпа барымы булмаһа ла йылдың-йылы “Правда”ны алдырҙы, сығышында йыш ҡына шул гәзиттәге берәй ҙур түрәнең әйткәндәренә һылтанма яһай, әллә ижекләп үҙе уҡыған, әллә берәйһе уҡып ишеттергән, Хоҙай шаһит. Күрмәлекле, фартауай етәксе булараҡ шәп ат егеп йөрөргә яратты: уйынсыҡтай итеп эшләнгән, асып-япмалы көймәгә тартым ыҡсым крандас, ян-тирәһенә сәскәле буҫтау менән тышланған ләжәнкәле сана, дегет һеңгән көмбәҙле сбруй, ушҡырып тыбызыҡлаған өйөр айғыры, буяулы дуға инде зеңгер, йәғни уға көмөш ҡыңғырау тағылған, ишетегеҙ, күрегеҙ, көтөгөҙ, кәттә түрә килә ята, йәнәһе! Үҙе һуң, үҙе, туйға ҡуҫтарланған кейәү егет-енән һис тә кәм түгел, өҫтөндә күкрәк тапҡырына икенсе дәрәжә“Ватан һуғышы” ордены (ул саҡта был награда юбилей ҡалайы кимәлендә түгел ине әле, шуға оло батырлыҡ өлгөһө булып иҫәпләнде) тағылған, затлы йөн буҫтауҙан тектерелгән погонһыҙ китель, билендә ике телле яҫы ҡайыш, ҡара геләфи салбар, аяҡтарында ҡуңыстары гармундай йыйырынҡы, баҫҡан һайын шығырҙап тауышланған хром итек. Йомро башындағы һарғылт сәс-тәре матур итеп алынған, йыйнаҡ итеп, ҡырын һалып тарап ҡуйылған, сәгер күҙҙәре осҡон сәсеп һәр текәлгәнен үтә тишерҙәй итеп, һынап ҡарайҙар. Кейеменә гелән үтемле иҫә-пләнгән “Тройной” одеколонын мул итеп бөркөр ине. Тәртип, бөхтәлек яратҡан кеше булараҡ һәр саҡ фуражкаһының, кәпәсенең эсендә энә менән еп йөрөттө; төймәһе төшһә, йә берәй ере сөй-фәләнгә эләкһә башҡаларға бәләһен һалмай, үҙе ҡаҙай, ямай. Салғынан эшләнгән үткер бәке менән ентекләп ҡырынмайынса, йоҡа сикәләрен вазелин менән йомшартмайынса, төҫ-башын рәткә килтермәйенсә урамға, халыҡ араһына сығып күренмәй. Ҡиәфәте үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, кәйефе һәр саҡ күтәренке, бит-йөҙө табала ирегән һары майҙай йылмайыуҙан йәйелгән ине уның, әллә донъяһы ысынлап та теүәл, бөтөн, әллә башҡалар алдында һыр бирмәй ҡыланды, белмәҫһең. Теүәллек, йыйнаҡлыҡ, тапҡырлыҡ талап иткән ауыл күрке, күргәҙмәгә ҡуйыр зат, борон йәшәһә, семәрҙәренә алтын ялатылған бейек һарайҙа, батшалар янында ғына көн итер ине, билләһи! Уның маһир ойоштороусы, ялҡынлы оратор булыуы хаҡында әле лә һөйләйҙәр. Отчетты ла бер нимәгә күҙ һалмай, һәр һанды, фактты башында тотоп, сәғәттәр буйы һөйләгән, уны мауығып, мөкиббән китеп, онотолоп, ышанып тыңлағандар. Һуң доклад яҙыр, уны уҡыр рәте булмағас ҡайһылайтһын, үҙенсә тырыштырғандыр шунда. Мәжлестә инде моңло итеп йырлап та ебәрә, ойота баҫып бейергә лә төшөп китә, үҙе тәпәнсе, көрәгәсе, тик уның эсеп иҫергәнен, ҡыҙмаса йөрөп урынһыҙ хәбәр һатҡанын бер тапҡыр ҙа күрмәнем, ишетмәнем. Мәжлестә иң яратҡан, урын-еренә еткереп башҡарған һыйлау йолаһы - балыуанлығын, ихласлығын, һыйсыллығын күрһәтергә теләп ҡунаҡтарына ҡул менән итле һалма һоғондороуы. Саҡырылғандар ҙа бер минут та һуңға ҡалмай килеп етә, сәбәпһеҙ тотҡарландыңмы - бикләнгән ишек алдында тора ла ҡалаһың, сөнки теүәллек яратҡан кеше булараҡ ул һуңлап йөрөүселәрҙе өнәп еткермәне. Бына атайымдың тулы булмаған портреты, уның ҡылыҡ-фиғелен, холҡон белгәнсе һүрәтләнем, белмәгәнемде яҙа-йоҙа ишеткәндән өҫтәнем.
Пенсияға сыҡҡас оло әсәйем менән күрше ауылда йәшәне, кәртә тултырып мал бағыуҙан, ер яптырып ҡош-ҡорт аҫрауҙан тыш бал ҡорто тотто, таҡтанан эшләнгән, түмәрҙән өңөп әтмәләнгән бихисап умарталары картуфлығын ҡырлатып теҙелгәйне. Кәртә-ҡура тирәһе лә төҙөк, ҡараулы. Хаҡлы ялдағы тормошон ҡасандыр өлгө иҫәпләнгән хужалығы, биләмәһе кимәлендә тоторға ынтылғандыр, күрәһең. Күпме генә ҡырталашһаң да, бире-шмәҫкә тырышһаң да ғүмер тигәнең бармаҡтар араһынан ҡойолған ҡом рәүешендә, ҡа-ртайған көндә буш ҡалған ҡушусыңды алға һоноп, елгә ҡуйып япа-яңғыҙың тора ла ҡалаһың. Өйөр айғыры мөсһөҙ, бахыр алаша хәлендә ҡалһа уны оноталар, йүгәнен һыпырып, дағаларын ҡуптарып алып иреккә ебәрәләр, сөнки әлеге мәлдә бәйгелә икенселәр елдерә, икенселәр алдынғылыҡты бирмәй. Дан етәксене лә ваҡыт үтә килә оноттолар, тағы ла бер нисә йылдан бөтөнләй күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырҙылар. Ул шулайтып үҙ донъяһына бикләнде, дүрт мөйөшөнә ҡарап ҡалды, һуңғы йылдарында урамға сығып күренмәне, йыйылыштарға барманы, ауылдаштары менән аралашманы. Дүрт мөйөш, билдәле дүрт тарафтан ҡыҫа, хәлде, ҡарыуҙы ала.
(Дауамы бар)
Читайте нас