АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
16 Марта 2021, 03:26

Ғатаулла ҡоҙоғо

Ауылыбыҙҙан билдәле кешеләр күп сыҡты, мәгәр уларҙың исемдәре ваҡыт үтеү менән онотолоп бара, ә бына яп-ябай ауыл кешеһе Ғатаулланың исеме ҡолаҡта, сөнки ул үҙенән һуң саф һыулы ҡоҙоҡ ҡалдырҙы.

Беҙҙең ауылдан ике-өс саҡырым ситкә, урман төпкөлөнә ҡарай китһәң һуҡмаҡ ҡырында ҡоҙоҡ бар. Таш аҫтынан һарҡып сыҡҡан инеш юлына тутыҡмай торған торба һалынғанға һыу улаҡтан йүгергәндәй ҡулай аға. Уның ағышына ауырлыҡһыҙ силәгеңде ҡуйырға, бер нимәһеҙ килһәң ҡуш усыңды тоторға мөмкин. Һалҡынлығы менән ҡулдарыңды өткән һыуҙы уртлаһаң тештәр ҡамашып китә, йәнеңә аңлата алмаҫлыҡ сафлыҡ бөркөлә.Ҡоҙоҡтың тирә-яғы, эргәләге бәләкәй аҡлан матур итеп таҙартыл-ған. Бер һүҙ менән әйткәндә был ер ожмах төйәге, бөхтәлек сығанағы. Беҙ бала саҡта уҡ уны кеше араһында күҙгә-башҡа салынып бармаған Ғатаулла исемле ағай эшләп ҡуйғайны. Эшләп ҡуйҙы ла үҙе баҡыйлыҡҡа күскәнсе шул тирәне тәртиптә, таҙалыҡта тотто. Хәҙер ул ҡоҙоҡто барыһы ла Ғатаулла ҡоҙоғо тип йөрөтә.
Ауылыбыҙҙан билдәле кешеләр күп сыҡты, мәгәр уларҙың исемдәре ваҡыт үтеү менән онотолоп бара, ә бына яп-ябай ауыл кешеһе Ғатаулланың исеме ҡолаҡта, сөнки ул үҙенән һуң саф һыулы ҡоҙоҡ ҡалдырҙы.
Читайте нас