АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Мөхәррир һүҙе
10 Март 2021, 04:56

Өс әсә

Хәҙерге көнитмешкә ҡарайым да күңелемде өс һорау өйкәй; әлеге мәлдә өс ҡатынды ҡарарлыҡ ирҙәр бармы микән арабыҙҙа, өс көндәш өс тағандай көн итә алырҙар инеме икән, йәнә өс ҡатын береһе икенсеһенә ниндәйерәк мөнәсәбәттә булырҙар ине икән? Бына ошондайыраҡ, сисеүе, хәл итеүе ауыр өс һорау...

Тормошта өс әсәйемле булдым, яҙмышым өс әсәй бүләк итте. Татыу өс ғаиләлә иң кесеһе мин инем. Мине яраттылар, иркәләттеләр, бәпләнеләр. Урыным батшаныҡы ише һәр саҡ түрҙә, ылғый ҡаптырғандары, һоғондорғандары тәмле лә татлы. Ҙур ғаиләлә үҙемде бер ҡасан да ситен, артыҡ итеп тойманым, ҡайҙа ла үҙ бала, теләгән бала! Хәйер, күп йылдар үткәс тә тере ағай-апайҙарым өсөн мин һаман да кинйә, һаман да көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Өс әсәйем гелән береһе икенсеһенә ярҙам итте, ҡунаҡҡа саҡырышты. Шул өс ҡатындың әрләшкәнен, талашҡанын, береһе икенсеһен кәмһеткәнен, йөҙөн йыртҡанын хәтерләмәйем. Әсәйем үлем түшәгенә ятҡас һуңғы мәлгә тиклем янында кесе әсәйем ултырҙы...
Билдәле булыуынса Мостай Кәримдең һуңғы сәфәре Сибай ҡалаһына яһалды. Үҙем саҡырыусы, ҡунаҡты ҡала менән таныштырып оҙатып йөрөүсе лә булдым. Ағай етди сирләй ине, шулай булһа ла ниндәй яуаплы, ауыр юлға сығыуымды аңлайым, әммә миңә күңелемә яҡын төбәк менән хушлашып, бәхилләшеп ҡайтырға кәрәк, тип өҙәремдән баш тартмай ризалашты. Театрҙа баҫып торорлоҡ та урын табылманы ул көндә, сәғәт ярымға иҫәпләнгән театрлаштырылған, йыр-моңға үрелеп барған осрашыу дүрт сәғәткә яҡын дауам итте. Ул әҙәбиәт, мәҙәниәт, рухиәт байрамы - яҙыр өсөн үҙе бер айырым тема. Тамашанан һуң ҙур табын, затлы һыйҙар һығылған өҫтәл әҙерләнһә лә ағай унда ултырыуҙан баш тартты. "Алтын тирмә"лә икәүҙән-икәү ҡалып оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Шунда һүҙҙән һүҙ сығып әйтә ҡуйҙым: "Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке өсәү ине..." Халыҡ шағиры мәрхәмәтле йылмайҙы ла былай тип яуапланы: "Тимәк һин миңә ҡарағанда өс тапҡырға бәхетлерәк булғанһың..." Эйе, шул өс наҙлы йылыны, өс нур сығанағын тойоп йәшәнем, донъям өс тапҡырға яҡтыраҡ, ҡапҡан ризығым өс тапҡырға татлыраҡ ине, билләһи шулай ине...
Хәҙерге көнитмешкә ҡарайым да күңелемде өс һорау өйкәй; әлеге мәлдә өс ҡатынды ҡарарлыҡ ирҙәр бармы микән арабыҙҙа, өс көндәш өс тағандай көн итә алырҙар инеме икән, йәнә өс ҡатын береһе икенсеһенә ниндәй мөнәсәбәттә булырҙар ине икән? Бына ошондайыраҡ, сисеүе, хәл итеүе ауыр өс һорау...
Читайте нас