АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
3 Март 2021, 17:06

Ҡатын-ҡыҙҙың көсө уның көсһөҙлөгөндә

Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе гүзәл зат, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм илаһи ҡабатланмаҫ йәнгә әйлән!

Боронғо грек легендаһында һөйләнелеүенсә, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтерер алдынан бер һауытҡа ҡайнар ҡояш нурҙарын, шишмә сафлығын, сәскәләр нәфислеген, матурлығын, нескәлеген, көҙгө уңыш муллығын, күбәләктең елпелдәклеген, аҡҡош тоғролоғон, хамелеондың тиҙ үҙгәреү һәләтен, болоттарҙың илаҡлығын, һыйыр баҫалҡылығын, ишәк тиҫкәрелеген, сәүкәнең күп һүҙлелеген,төлкө мутлығын, бер семтем йылан мәкерлеген һәм кенәселлеген йыйған, шунан һауытта йыйылғандарҙы яҡшылап бутап, камил Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан...
Әсәйем, ике апайым...
Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ асылмаҫ йомаҡ булды, ул үҙенә ылыҡтырҙы, әйҙәне, саҡырҙы, шул уҡ ваҡытта мәңге сиселмәҫ сер кимәлендә ҡалды. Башҡа ир-егеттәр ҙә күңелем түрендә йөрөткән тойғоно кисергәндәрҙер, кисәрәләрҙер, моғайын. Гелән ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөнә табындым, әммә бер-нисәүһе генә иң-иңдәр иҫәбендә, идеалым бейеклегендә ҡалды. Йәшлек йылдарында улар арҡаһында кисергән күтәренке рух, күңел ҡайтыу, төңөлөүҙәр, ҡәнәғәтһеҙлек, өмөтһөҙлөктәр хәтеремә аҡ һәм ҡара һыҙаттарҙай уйылды. Барыһын да берәмтәләп бөгөнгөләй иҫләйем, хәтерләйем.
Миңә ете йәш тирәһе ине шикелле. Өйҙә бер үҙем генә. Картуф утарға тип, баҡсаға сыҡтым, ә ул аҡлы-күкле төҫтәргә күмелгән. Оҙаҡ уйлап та тормаҫтан, тәпкене ташланым да, әсәйемә сәскәләр йыя башланым. Баҡсалағы бөтә картуфты тиерлек “утап” сыҡтым, етмәһә, матурлыҡ өсөн гөлләмә уртаһына помидорҙың һап-һары шәлкемен дә өҫтәнем.
Шуҡлығымды күреп ҡалған күрше еңгә: "Ну, малай, бөгөн шыйтыҡ сыбыҡ эләгә, кәрәгеңә алаһың инде!"- тип күңелде төшөрҙө.Ҡурҡыуым төптө юҡҡа булған, әсәйем, эскерһеҙ йылмайып ебәреп былай тине: "Рәхмәт, улым, бик матур гөлләмә, картуф көндәлек тән аҙығы булһа сәскә онотолмаҫ йән аҙығы!" Күп йылдар үткәс, шундай һығымтаға килдем: әсәйем миндә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата иғтибар, хәстәр тәрбиәләргә теләгәндер, ынтылғандыр.
Беҙҙең өйҙә өс ҡатын-ҡыҙ ине: әсәйем һәм ике апайым. Үҙемде һәр саҡ яҡлаусы-һаҡлаусы итеп тойҙом, көсөмдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырыштым. Бер ваҡыт күрше урамда йәшәгән малай әсәйем хаҡында: "Ул йөк аты кеүек..." – тигән һүҙҙәр ысҡындырҙы, күрәһең, өйҙәрендәге ололарҙың һүҙен ҡабатлағандыр. "Йөк аты?! Тағы бер ҡабатла әле!" - тип шундуҡ тегенең яғаһынан эләктереп алдым. "Ат! Ат! Әсәйең эштән башҡа бер ни күрмәй, бер ни белмәй!" Үҙемдән күпкә олораҡ та, көс-лөрәк тә малайға ҡаршы һуғыша башланым. Ул еңел генә һуғып осора торҙо, мин уға ҡаянан ҡаҡлығып кире барып һылашҡан елдәй оса-ҡуна йәбешә торҙом. Ап-аҡ күлдәгем ҡап-ҡараға ҡалып бысранды, маңлайым яраланды, танауҙан ҡан борхоно. Ҡояшлы көн ҡыҙыл төҫкә әйләнде. Дошманымды еңеремә ышанмаһам да, ҡаршы тороуымды дауам иттем. Кәсекләшеүҙе тамаша ҡылған теге малайҙың ағаһы рухи яҡтан һынғандыр, бирешкәндер күрәһең, ниһайәт беҙҙе ике яҡҡа айырып ебәреп ҡустыһына асыулы екерҙе: "Етәр! Ысынлап та, уның әсәһе ауылда иң һәйбәте, иң матуры! Хәҙер үк ғәфү үтен! Ғәфү үтенмәһәң, мин уның яғына баҫам, ул саҡта һыу эскеһеҙ итеп туҡмаласаҡһың!" Шөрләүгә ҡалған дошманым теләр-теләмәҫ кенә теш араһынан һығып: "Ғәфү ит, яңылышҡанмын..." - тине. Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң ҡысҡырып илап ебәрҙем...
Өйләнгәс, ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, әсәйем килене менән бер һүҙле булды. Ул һәр саҡ: "Килен хаҡлы булмаһа ла, ғәфү үтен..."- тип өйрәтте.
Тәнен һатҡан ҡыҙ
Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһының тимер юл вокзалында поезд көтөргә тура килде. Һыуыҡ көҙ көнө, ямғыр һибәләй. Ҡапыл вокзал уртаһына баҫҡан ун туғыҙ-егерме йәштәр тирәһендәге йәш ҡыҙға иғтибар иттем. Ул миңә донъя йөҙөндәге иң матур, хатта Ерҙәге түгел, ә ҡайҙандыр икенсе планетанан килгән нәфис йән эйәһеләй күренде. Әйтерһең, ул бында Ерҙәге ығы-зығыны күреп китер өсөн ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа килгән. Йүгерә-атлай эргәләге сәскә салонына индем. Унда ниндәй генә гөлләмәләр юҡ! Кеҫәләге аҡсам өс ҡәнәфер алырға ғына етте. Тапшырыласаҡ бүләгемде тотоп, кире вокзалға индем. Ҡыҙ шул уҡ урында тора. Үтеп йөрөүсе-ләргә ғорур, тәкәббер ҡараш ташлап та алғылай. Кемделер көткән дә һымаҡ. Сәскәләремде нисегерәк итеп тапшырырға белмәйем, күңелемдәге матур, наҙлы һүҙҙәр-емде барлайым. Бына яныма ялтас башлы бер ир килеп баҫты һәм ҡыҙға ымлап: "Һалдат, был фәхишәне алғың киләме? Уның хаҡы үтә ҡиммәт, әммә килешербеҙ..."- тине. Минең өсөн яҡты көн дөм ҡара төнгә әйләнде, баяғы илаһи хистәрем ҡапыл юҡҡа сыҡты. Ҡаршымдағы ирҙең оятһыҙ йөҙөнә йән көскә тондорғом килде, ләкин үҙемде көскә тыйып ҡалдым, тештәремде ҡыҫып, үҙемде мәжбүр итеп ситкә китә һалдым. Тынысланғас, сәскәләрҙе касса алдындағы оҙон сират осона баҫҡан оло йә-штәге апайға тотторҙом. Ул аптырап: "Ни өсөн миңә?" - тигәс, "Һеҙ әсәйемә ныҡ оҡшағанһығыҙ!", - тип яуапланым. Ҡыуанған апай күҙ алдымда үҙгәреп, йәшәреп киткәндәй итте. Урамға сыҡтым. Кеше күп йөрөгән урында шөкәтһеҙ бер ир ҡыҙғаныс тауыш менән хәйер һорап ултыра. Үтеүселәр уның йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып, эр-гәһендәге ҡатырға ҡумтаға тимер тинлектәр ырғытып, тиҙерәк китеү яғын ҡарай... Ҡыҙ тәнен һатһа, был ғәрип үҙенең бәхетһеҙлеге, ғәриплеге менән һатыу итә. Улар араһында айырма юҡ ине. Күп йылдар үтһә лә, тормошомдоң ошо көнөнә әле лә әйләнеп ҡайтам. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, фәрештә һәм шайтан сиам игеҙәктәре кеүек, бер үк кешелә йәшәй. Уларҙы айырып алыу мөмкин түгел. Бигерәк тә бөгөнгө көндә. Ниңә үҙгәрҙегеҙ? Донъяла гүзәл ҡыҙҙар, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бар. Улар - беҙҙең тормош йәме, ғаилә усағын йылытыусы. Н. Некрасов "Есть женщины в русских селениях" тип, уларҙы алиһә бейеклегенә сөйөп һоҡланған. Әммә хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы үҙгәрҙе. Егерме беренсе быуатта ул уҫал, тупаҫ, әҙәпһеҙгә әйләнде. Ни өсөн? Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға беренсе сиратта бөгөнгө йәмғиәт кире тәьҫир итте. Хәҙерге баҙар, һатып алыу, һатыу осоро ҡатын-ҡыҙҙы эшсе көсө, матди ҡиммәттәр табыусы, ғаиләне аҫрау-сы булараҡ ҡына ҡабул итә. Ул ир-егет менән бер рәттән, бер ҡатарҙан хеҙмәт итә. Эштән һуң юл ыңғайында кәрәк-яраҡ һатып алып, хәлдән тайып, арып-талып ҡай-тып инә. Өйҙә уны булдыҡһыҙ ире, мыжыҡ балалары, аш бүлмәһе, һауыт-һаба көтә. Иртәгәһенә шул уҡ хәл тағы ҡабатлана... Йылмайыу, наҙлылыҡ өсөн ваҡыт та ҡа-лмай. Күптән түгел бер журналда Франция ҡатын-ҡыҙҙарының көн итеүе менән таныштым. Мәҡәләне тулыһынса ҡабатламайынса, бер миҫалда ғына туҡталам: фран-цуз ҡатыны ике килонан артыҡ йөк күтәрмәй, йәғни көндәлек тотоп йөрөгән сумочкаһы ауырлығы ғына! Беҙҙең ҡатындар шулай йәшәһен ине! Ҡана ла һуң! Ир-егет-тәр, ғаиләләге беренселекте ҡатындарға биреп, әрәм-тамаҡ рәүешендә ҡалған түгелме? (был айырым һөйләшеү темаһы, әлбиттә) Бер танышым, уға ниндәй генә һорау бирһәң дә, бер төрлө яуап бирә: "Мин бер нәмә лә белмәйем, ҡатынымдан һора, ул белә, ул хәл итә..." Мәктәптә саҡта уҡыусыларыма "Өйөгөҙҙә ғаиләне кем аҫрай?" тигән һорауҙы бирҙем. Асыҡланыуынса, ғаиләлә башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй (бер генә түгел, бер юлы ике-өс урында). Ә ир-егеттәр ҡайҙа? Улар Обломов кеүек, бот күтәреп диванда ята, телевизор ҡарай, тәмәке быҫҡыта, ҡырын ятып һыра һемерә. Мәшәҡәтле эш көнө һуңынан ғаиләне киске аш менән һыйлау, ҡашы-ғаяҡты йыйыштырыу, йыйылып киткән күбәләй керҙе йыуыу, иртәнге сәйгә тип нимә лә булһа бешереп, әҙерләп ҡуйыу, балаларҙың дәресен тикшереү кемдең өҫтөндә тиһегеҙ? Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Ошоларҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй наҙ, йомшаҡлыҡ талап итергә мөмкин? Элек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус уҡыу йорттары, институттар булған. Бында уларҙы әҙәбиәт, математика һ.б. фәндәр менән бер рәттән, аш-һыу әҙерләү оҫталығына, бала тәрбиәләргә өйрәткәндәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, буласаҡ ҡатын, әсәй, оҫта ҡуллы хужабикә тәрбиәләгәндәр. Хәҙерге заман мәктәбендә ҡыҙҙар егеттәр менән бергә противогаз кейеп йүгерергә, автомат йыйырға, һүтергә өйрәнә, ҡасан да булһа ҡубасаҡ һуғышҡа әҙерләнә...
Үҙ-үҙенә ҡул һелтәгәндәрме?
Әлеге мәлдә йәмғиәт рухи көрсөк кисерә, быға күберәк эскелек, баҙар иҡтисадының кире яҡтары тәьҫир итә, йоғонто яһай. Күптән түгел зауыҡһыҙ буянған (бәл-ки, күңеле лә шулай ала-солалыр) иҫерек йәш ҡыҙҙы күрҙем, ул бысраҡ кейем кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егет менән ҡултыҡлашып алған. Ҡыҙ үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәгәнгә оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренештәр хәҙер бик йыш осрай. Бөгөнгө көндә бигерәк тә хәмер эсеү, эскелеккә бирелеү хафаға һала, был яман мауығыуҙың гүзәл заттарыбыҙ араһында таралыуы ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тип ҡә-тғи раҫлайым. Икенсе яртыбыҙға ҡарата хөрмәт, мөхәббәт бөтһә, ул ябай тауарға әйләнһә, рухи бөлөү ошо була инде. Интернет, йәки ниндәй генә "һары" матбуғат баҫмаһын алма, унда тән һатылыу урындары хаҡында мәғлүмәткә юлығаһың. Яҡындарыбыҙҙың ошондай һатлыҡ затҡа әйләнеүендә ир-егеттәр ҙә ғәйепле бит! "Бит-һеҙ ҡатын" тигән рәсем бар. Бында матур кәүҙә һүрәтләнгән, ә кәүҙәнең бите юҡ. Бит урынында... бушлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ үткән менән киләсәкте бәйләүсе изге зат. Ошо картинаны ҡарағандан һуң шундайыраҡ һығымтаға киләһең – изгелектән яҙғанбыҙ икән, тимәк, беҙ, төпһөҙ упҡынға тәгәреүсе йәмғиәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөк, саф, абруйлы, дәрәжәле, үрелеп тә ҡул етмәҫ һылыуҙарыбыҙ, сибәрҙәребеҙ элекке заманда тороп ҡалған төҫлө. Үҙенә иш таба алмаған ир-егеттәр төңөлөп Пушкин-дың Татьянаһына, Толстойҙың Наташа Ростоваһына, Тургеневтың Асяһына ғашиҡ булырға мәжбүр. Элек һөйгәндәре, берҙән-берҙәре өсөн алышып, дуэль ойоштор-һалар, бөгөн, киреһенсә, әрһеҙ ҡыҙҙар ихтыярһыҙ, боламыҡ егеттәрҙе яҡлай. Донъя үҙгәрә... Тормошомда күп төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде: һоҫҡо көрәк менән асфальт һалыусы, бокс буйынса ярыштарҙа һәм ҡағиҙәһеҙ алыштарҙа ҡатнашыусы, хоккей уйнаусы, көс еткеһеҙ ауыр штанга күтәреүсе... Ләкин минең наҙлы, мәрхәмәтле, хатта көсһөҙ, ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙы күргем килә. Ҡатын-ҡыҙ бит барыбер ҙә көсһөҙлөгө менән көслө. Ул үҙенең тәбиғәте менән илаһи, ҡабатлан-маҫ зат, һөйөү сығанағы. Дантены "Божественная комедия", Петрарканы "Книга песен" әҫәрҙәрен яҙырға ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған мәңгелек мөхәббәт илһамлан-дырған. Уҡыусыларына һабаҡ биргән Сократ: "Бер нәмәгә ҡарамай өйләнегеҙ... Һәйбәт кәләш эләкһә - уңырһығыҙ, насары эләкһә - философ булып китерһегеҙ", тигән сағында моғайын да ағас игәүлеге менән танылған ҡатыны Ксантиппаға күҙ ташлап алырға ла онотмағандыр... Боронғо грек яҙыусыһы Диоген көндөҙ шәм яндырып, "Кеше эҙләйем!" тип йөрөгән. Мин дә һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем һәм эҙләйем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын! Һағыштарымды баҫырға ярҙам итсе гүзәл зат, донъя ваҡлыҡтарынан арынып, яҡтылыҡҡа ос һәм илаһи ҡабатланмаҫ йәнгә әйлән!