Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
18 Февраль 2021, 10:24

Страдивари

Вәлиулла ағайҙың теге малайы тинтәк булып үҫте, армиянан ҡайтҡас йә эшкә төшмәй, йә уҡымай өйҙә бикләнеп ятты. Эсеүгә лә әүәҫ ине, йорттағы әйберҙәрҙе сыға-рып һатыуҙан да тартынманы. Бер көн ул түргә эленгән музыка ҡоралдарын ике шешә араҡыға һатырға килешкән. Вәлиулла ағай тартҡылаша башлағас енләнеп скри-пкаларҙы иҙән уртаһына сәсрәтә һуғып, аяҡтары менән иҙеп сығып киткән. Был ҡайғыны күтәрә алмаған ағай тиҙҙән вафат та булып ҡуйҙы. Ә теге тинтәк ир эсеп алып илаулап та йөрөгән аҙаҡ: “Эх, теге скрипкаларға ҡушып атайҙы кире ҡайтарырға ине!”

Абруйлы ағай мәртәбәле табынына саҡырҙы. Ер аяғы ер башынан әллә күпме ҡунаҡтар килгән. Оло банкет залы лыҡа тулы. Шунда кис буйы Анастасия исемле ҡыҙ скрипкала уйнаны. Иҫ китмәле шәп уйнай ине ул, күп популяр йырҙарҙы, классик әҫәрҙәрҙе профессиональ, виртуоз кимәлдә башҡарҙы. Һуңынан асыҡланыуынса ул бер ниндәй ҙә музыка мәктәбендә уҡымаған, әлеге көндә бына ошолайтып эш хаҡы таба, ғаилә аҫрай йәнәһе лә.
Һауа һуларға сыҡҡайныҡ яныма таныш булмаған олпат кәүҙәле ир килде лә ҡул биреп күреште:
- Әгәр яңылышмаһам, һеҙ яҙыусы ағай шикелле.
- Яҙыштырам шунда.
- Бына әле, анау скрипка уйнаусыны тыңлап, хисләнеп ултырҙым-ултырҙым да беҙҙең ауылда булған бер ваҡиға иҫкә килеп төштө. Тыңлаһағыҙ, кәрәк тип тап-һағыҙ, һөйләйем, ошо тарихҡа берәй фәһем өҫтәп, яҙып та сығарырһығыҙ, бәлки.
- Яҙырҙан алда иң тәүҙә тыңлай белергә лә кәрәк: кеше яҙмыштарын, ҡоштар һайрауын, бөжәктәрҙең безелдәүен, ел иҫеүен, япраҡтар ҡыштырҙауын. Әгәр ана шул хисаплағандар яҙмаларҙа ишетелмәй икән, тимәк хикәйә юҡ тигән һүҙ.
- Улайһа тыңлағыҙ Вәлиулла исемле бер зәғиф кеше хаҡында. Төҫкә - башҡа Квадзимодонан ары китмәгән ине ул.
- Виктор Гюгоның көмрөһө ише улай уҡ ҡарағыһыҙ булмағандыр ҙа?
- Ысынлап та саманан ашырамдыр. Шулай ҙа тыңлағыҙ.
Ситкәрәк барып баҫтыҡ. Яңы танышым сигарет сығарып тоҡандырҙы.
- Йәш сағында ер һөрөп йөрөгәндә төнәп китеп трактор һабанының аҫтында ҡалған Вәлиулла ағайҙың һынған бото салыш ҡалған, сикәһендәге тәрән яра уңал-ғандан һуң күҙе ҡырын ҡарай, бите урынында йылтырап ҡатҡан йоҡа тире генә, ауыҙы ла салыш, ныҡ һылтыҡлап атлағанға бер яҡ яурыны ныҡ юғары күренә, икен-сеһе түбән һалынған. Бер һүҙ менән әйткәндә зәғифтең өркөткөсө ине ул, йөҙөнә бәреп әйтмәһәләр ҙә һыртынан “Кащей” тип йөрөттөләр үҙен. Башҡа ауыр шөғөлгә ярамағанлыҡтан ферма һарайҙарын, колхоз келәттәрен һаҡланы ғүмер баҡый. Үҙенә күрә мәшәҡәте лә табылып тора; һауын һыйырҙары быҙаулаһа, быҙауҙарҙы айы-рым йылы урынға яба, ҡыш көндәре бурандан һуң һарай ҡапҡаларын көрәп аса, асыҡ трактор паркындағы техниканың теүәллеге лә уның ҡарамағында.
Шул төнгө ҡарауыл Вәлиулла ағай мөкиббән китеп скрипка моңон яратты. Күршелә генә йәшәгәнлектән беҙгә хәл белергә инһә, хәбәрҙе доға ятлағандай бер үк һүҙҙән башлай:
- Граммпластинкалар һатҡан “Мелодия”нан почта аша скрипка моңо яҙылғандарҙы алдырттым әле. Яйы сығыу менән рәхәтләнеп тыңлайым хәҙер. - Икенселәй ингәнендә һүҙҙе яйына тап килтереп тағы ла шул музыка ҡоралына килтереп ялғай. - Бөгөн төш мәлендә раҙианан скрипкала “Таштуғай”ҙы башҡарҙылар. Бына ис-маһам моң! Ул ер аҫтынан һығылып сыға ла юғарыға сойорғоп асмандағы йондоҙҙарға барып тоташа төҫлө. Билләһи шулай! Ә теге яҙҙырып алған пластинкаға килгә-ндә эштән байрамға ашыҡҡандай талпынып ҡайтам да патефонды тоҡандырып ебәрһәм арыуҙарым ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға, төнө буйы ҡарау-ылда булыуға ҡарамаҫтан йоҡоларым оса. Хәлемде бисәм дә аңламай, малай ҙа мине һантыйға хисаплай! Ҡайһылай итәйем, төпкөлдә тыуылған шул. Телевизорҙан бер скрипка эшләүсе оҫта хаҡында сериал күрһәттеләр. Теге төҫкә-башҡа хас та имен саҡтағы миңә оҡшаған, холҡо ла ҡыҙыҡһыныуҙары ла. Ә хәҙерге миңә килгәндә ин-де һабан аҫтына ҡолап төшкәндә бар хыялдарым баштан-аяҡ килеп түңкәрелгәндәр икән, баҡтиһәң. - Шулай ти ҙә йәмһеҙләгән йөйҙө алып ырғытырға теләгәндәй битен һыпырып ҡуйҙы. - Әгәр мин шул Италияла тыуған булһам уның ише скрипка эшләп йәшәр инем. - Өндәшмәй ултыра биргәс өҫтәй. - Тамағымды түгел, күңел-емде туйҙырып, йәнемде риза итеп...
Бер көн яҡындағы ҡалаға ҡунаҡҡа барып әйләнгәс утҡа баҫҡан бесәйҙәй йәнә беҙгә килеп инде:
- “Мелодия” исемле магазин унда ла бар икән. Барып инһәм - түрҙең үренә һатырға скрипка ҡуйғандар. Матурҙың матуры, күркәмдең күркәме ялтыр лакҡа ҡатырылған скрипка! Һатыусы йомарт икән, ҡулға алып ҡарарға ла рөхсәт итте хатта. Их, шуны һатып алырға ине лә, калхуз ҡарауылсыһының кеҫәһендә ятмаҫ хаҡты әйтте теге. Әллә күпме ваҡыт ыуаланып торҙом шунда, скрипканан күҙҙәремде ала алмай. Һатыусы ла һиҙҙе хәлемде, әгәр алырға уйың бар икән, скрипка һатылды, тигән яҙыуҙы элеп ҡуйырмын, бер аҙна тирәһе көтөргә була, тип тә вәғәҙәләне.
Оҙаҡ та тормай Вәлиулла еленләгән танаһын һатып ҡаланан скрипка алып ҡайтҡан, тигән шаҡ ҡатырғыс хәбәр ауыл буйлап таралды. Яңылыҡтың ысын икәнлеген күрергә теләп күршегә боролдом. Барып ингәндә дейеүҙәй кәүҙәле еңгә тырт та мырт йөрөп ята, үҫ-мер малайы ҡаштарын асыулы тексәйтеп телевизор экранына ҡаҙалған, ә Вәлиулла ағай алып ҡайтҡан байлығын өҫтәл өҫтөнә һалған да уға яратып, һоҡланып баҡҡан. Мине күреү менән шатлыҡлы лауылдап та ебәрҙе:
- Ҡустым, мына теге скрипка. Алдым, аҡсаһын да таптым!
Урындыҡ ситенә һаҡтым:
- Йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр бит, хәйерле булһын, тик бер һорауым бар, ағай, уны нимә эшләтмәксеһең?
- Музыка өйрәнер йәштә түгелмен, уныһын да аңлайым, мәгәр бер тормошҡа ашырыр хыялым бар - яңғырашы, эшләнеше теге телевизорҙан күрһәткән сер-иалдағы оҫтанан кәм булмаған скрипка яһайым мин, билләһи, яһайым! Мына йыуанлыҡтары төрлө ҡылдар ҙа апҡайттым әле табып, иртәгә үк эшкә тотонам!
- Ә был һатып алғаны менән нимә эшләйһең?
- Күсереп уның өлгөһөн эшләйем башта, шунан йорттоң ҡото итеп уны түргә элеп ҡуям!
Вәлиулла ағай осраған һайын яңылығы менән уртаҡлаша торҙо:
- Кипкән имәндән тотҡа юнып ятам әле! - Кәрәкле фанера таптым, хәҙер уны лобзик бысҡыһы менән бысып тишектәр яһаһам эше лә күп ҡалмай инде. - Һуңғы күргәндә тантаналы иғлан итте. - Кил күрергә, тамамланым!
Скрипка ысынлап та матур ине, теге магазинда һатылғандан һис айырырлыҡ түгел, хат-та ҡайһылыр кимәлдә матурыраҡ та, ҡупшыраҡ та шикелле.
- Әйтерем шул – шәп, ағай! Тик был хеҙмәт емешең ни хаҡ тора!
- Што һин, ҡонанға ҡушып тана вәғәҙәләһәләр ҙә һатасағым юҡ. Быныһын да түрҙәге скрипкаға йәнәшәләтеп ҡуям. Пар әйбер ҡуш шатлыҡ килтерә, бик беләһең килһә! Әйҙә, торһон шунда өнһөҙ генә илаһи моң таратып.
Вәлиулла ағайҙың теге малайы тинтәк булып үҫте, армиянан ҡайтҡас йә эшкә төшмәй, йә уҡымай өйҙә бикләнеп ятты. Эсеүгә лә әүәҫ ине, йорттағы әйберҙәрҙе сығарып һатыуҙан да тартынманы. Бер көн ул түргә эленгән музыка ҡоралдарын ике шешә араҡыға һатырға килешкән. Вәлиулла ағай тартҡылаша башлағас енләнеп скрипкаларҙы иҙән уртаһына сәсрәтә һуғып, аяҡтары менән иҙеп сығып киткән. Был ҡайғыны күтәрә алмаған ағай тиҙҙән вафат та булып ҡуйҙы. Ә теге тинтәк ир эс-еп алып илаулап та йөрөгән аҙаҡ: “Эх, теге скрипкаларға ҡушып атайҙы кире ҡайтарырға ине!”
Илаһы хыялдарын тормошҡа ашырырға ынтылыусылар бик һирәк тыуалыр, скрипка моңон ишетһәм нишләптер гел генә күҙ алдыма Страдивари түгел, Вәлиулла ағай һыны килеп баҫа. Бына ошондайыраҡ тарих.
Асыҡ ишектән Агинский полонезы ағылды. Ир ҡулында һүнгән тәмәке төпсөгөн ҡый һауытына ырғытты:
- Вәлиулла ағай саҡыра, әйҙә инәйек!