Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
16 Февраль 2021, 11:00

Концерт

Тауыш ҡеүәте, һөрәнләү көсө бар шул дәдәңдә, сарғаланып ҡысҡырыуымдан ҡырҡ ҡоршаулы тәҙрә быялалары зыңлап китте, уҡытыусының алдында ятҡан журнал өҫтөнә юғарынан, түбә таҡтаһы ярығынан шыптырҙаған тауыш сығарып бер семтем саң ҡойолдо. Арыу ғына килеп сыҡҡас саманан үткәреп, сиктән ашырҙым: бейеү хәрәкәттәрен яһап аяҡтарымды ат тыбызыҡлауына оҡшатып тыпырҙатҡандан аҙаҡ алғы партаға йоҙроҡлап тондорҙом да бейәләйҙәремде иҙәнгә атып бәргәс тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәреп бишмәтем салғыйҙарын уңлы-һуллы елпелдәтергә тотондом.

Мәктәп уҡыусыларынан айына бер тапҡыр урындағы радио аша концерт ҡуйҙырта тор-ғайнылар. Баланың йәшерен, бығаса күҙгә бәрелмәгән һәләттәрен асыу, һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, дикцияһын нығытыу йәһәтенән был ғәҙәти эш үҙенә күрә бер мөһим, мәктәптән тыш тәрбиәләү сараһы булғандыр, күрәһең. Иң башта мәктәп директоры Ғүмәр ағай халыҡ-ара хәл тураһында 10-15 минутлыҡ доклад һөйләй, ул гелән бына нисә йыл инде Вьетнам менән һуғышҡан Америка Ҡушма Штаттарын тәнҡитләүгә яманлауға ҡорола, шунан сират уҡыусыларға етә: тауыштары үтә көрҙәр яр һалып, илһамланып шиғыр һөйләй, күңелендә илаһи моң йөрөткәндәр бирелеп китеп йыр һуҙа, мөмкинлектәре наҡыҫтар көләмәс һөйләү, әҫәрҙәрҙән өҙөк уҡыу менән генә сикләнә. Ул осорҙа телевизор тигән зәхмәтле, ҡөҙрәтле йәшник төшкә лә инеп сыҡмай ине әле, халыҡтың күҙ терәгәне, тыңлағаны - ҡалпаҡлы радио булды. Уны ҡиммәтле йыһаздай, көндәлек ҡулланған кәрәкле әйбе-рҙәй күреп, ҡәҙерләп, һәр өйҙөң түр яҡ стенаһына беркетәләр ине, аллюминийҙан ҡойолған апаруҡ ҙуры клуб ҡыйығында. Ер шарында, илдә барған, республикала булып үткән, әлеге мәлдә башҡарылып ятҡан һуңғы яңылыҡтар, йыр-моң, ғөмүмән мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт ябайҙарҙан-ябай радио аша аңыбыҙға һеңде. Бына ниндәй илаһи тартыу көсөнә эйә булған икән ул тәрилкәләй генә нәмә! Шулай итеп, ярышып йөрөп, сәмләнеп, бер-беребеҙҙе уҙҙырырға тырышып концерт ҡуябыҙ, сөнки донъяла барлығыңды белгертеп оҫталығыңды тотош ауылға ишеттереү - үҙе үк киң билдәлелеккә торошло оло мәртәбә. Күп яҡлы, ҡабатланмаҫ талантыма килгәндә инде, һәммәһенә хиресмен, маһирмын: ҡош-ҡортто өркөтөрлөк, мал-тыуарҙы һипһендерерлек көр тауыш та бар, ҡысҡырыуы аллы-гөллө ишетелгән көҙгө әтәстекенә тартым үҙенсәлекле моң да тигәндәй, кәрәкһә аша-төшә, яҙа-йоҙа, ҡамыт-ҡомот баҫып туйтаңлап бейеп тә китә алам, бер һүҙ менән әйткәндә егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл фәҡәт минең шәхесемә төбәп сығарылған тиерһең. Шуныһы үкенес - радио аша бөйөргә таянып, ултырып-сүгәләп, йә ҡоласты киң итеп йәйеп ебәреп бейеп кенә булмай, әгәр мөмкин булһа арауыҡ аша булһа ла ауылды дер һелкетер инем, билләһи! Концерт, тигәндәй, конкурсанттарҙы һайлап алыу тур-ына оҡшатып һәр кластан берәмләп тикшереп йыйып алалар, йәғни һигеҙ кластан һигеҙ номер. Бер көндө класс сәғәтендә етәксебеҙ Хәнифә апай ошо яҡынлашып килгән ваҡиға хаҡында һүҙ башланы:
- Үткәндә Нәсимә сығыш яһағайны, унан алда Зиннур. Бөгөн ике уҡыусыны - Булат менән Хәйҙәрҙе тыңлап ҡарайыҡ та шуларҙың береһен, лайыҡлыһын үткәрербеҙ. Йә, кемегеҙ ҡыйыу, кемегеҙ башлай?
- Кәнишне мин! - Сабырһыҙ, хәрәкәтсән Булат ултырып сыҙамай һикереп үк сыҡты. - Йырлайым бы юлы!
- Ниндәйерәкте һайланың?
- “Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны”, тигән халыҡ йыры!
- Ә ни сәбәптән ул халыҡтыҡы?
- Һуң уны мәжлестә йырлайҙар ҙа баһа, үткәндә атайым йырланы, ә ул халыҡтың күрмәлекле бер вәкиле!
- Бер тапҡыр ҙа тыңлағаным юҡсы, ниндәйерәк икән ул?.. - Лөғәткә һыймаҫ, сафсатаға тартымды ишетеүҙән һипһенгән Хәнифә апай һағайғандай итте. - Тәүәккәлләп ҡара, улайһа, артыҡ һүҙ ысҡындырмай, абайлап... - Уҡытыусы иғтибар менән тыңларға әҙерлеген белдереп урынына барып, эйәген терһәкләп ултырҙы, беҙ ҙә ғәҙәти булмаған тамашаны ҡарарға йыйынып һыу уртлағандай шымтайыштыҡ.
Аяғөҫтө баҫҡан Булат алға уҡталды, оло ғәмәл башҡарырға йыйынғандай мейес торба-һылай таушалған балаҡтары түбән һалынған, ҡалын кизе-мамыҡтан тегелгән салбарын күтәрә биреп, бил ҡайышын һығыбыраҡ тартты, тын юлын иркенәйтергә теләпмелер сатраш биҙәкле бумазый күлдәгенең өҫкө төймәһен ысҡындырҙы, шунан тымаулы танауын мыршылдатып тартып ебәреп күкрәк тултырып һулағас, тотош класты яңғыратып ошоғаса һис бер ерҙә, һис кем тарафынан башҡарылмаған йырҙы башланы:
Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны,
Көрт башында ултыра.
Һыйыр һауам тигәнсе,
Үгеҙ һауып ултыра.
Их, ҡоҙағый, ҡоҙағый...
- Булат, тороп тор әле!
- Пагаҙи, апай, бүлмә, башлағанымды бөтөрәйем дә!
- Бөтөрөү кәрәкмәй, йырҙың арғы эстәлеге һүҙһеҙ ҙә билдәле.
- Билдәле түгел әле, иң хәтәре, нәғеҙе, аҙаҡтаныраҡ.
- Шул хәтәр тигән нимә хәтерҙе ҡалдыра ла инде. Ундай йәпһеҙ йырҙар радио аша яңғырарға тейеш түгел шул, Булат!
- Ништәп?
- Әҙерләгәнең килешһеҙгә оҡшаған.
- Нисек инде килешһеҙ, уны бит килештереп, аяҡтарын бөкләп түрҙең иң түренә ҡунаҡлаған атайым йырланы, минең атайым!
- Ҡасан?
- Үткән аҙнала, Әбдрәхмән олатайҙарға баш итенә барғанда мине лә эйәрткәйнеләр, шунда ишеттем.
- Был бит урам таҡмағы, өҫтәүенә эстәлеге шәптән түгел.
- Шәп булмаһа һуҡмыш Әбдрәхмән олатай ошо йырҙы тыңлап бөткәндән һуң күҙҙәрен йәшкәҙәтеп иламһырамаҫ, ә Насырйән ағай, атайымдың йән ҡорҙашы, тыйыла алмай бер килке сеңләмәҫ ине.
Хәнифә апай ары ни ҡылырға белмәй ике уртала тороп ҡалды, шикелле, әммә ипле һү-ҙле, итәғәтле уҡытыусы булараҡ бәхәскә тартым әңгәмәне үҙенсә яйларға тырышты:
- Ярай, кластан үткәрҙек тә икән ти, тик әҙерләгәнеңде мәктәп етәкселеге ҡабул итмәҫ шул.
- Директер ағай менән атайым һөйләшеп ҡараһа ламы?
- Килешә алмаҫтар, сөнки етәксебеҙ ғәҙел, принципиаль, сәнғәтте, мәҙәниәтте тәрәндән аңлай. Һинеке, йә Хәйҙәрҙеке үтмәһә беҙҙең класс концертта ҡатнашмай ҡала тигән һүҙ. Шулай булғас, әйҙә, былайыраҡ килешәйек, икенсе тапҡыр тыуған ил, Ватанды һөй-өргә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклеге хаҡында берәй матур, эстәлекле шиғыр әҙерлә.
- Ярай, әтеү. - Булат ризалашҡандай итте, шулай ҙа бирешергә теләмәне, аҙаҡҡаса үҙ фекерендә ҡалды. - Ҡомған зерә лә шәп, атайым таҡмаҡлағас, олатайым илағас. Ә уны ҡайҙа башҡарырға у саҡта?
- Йырҙың күңелгә яҡын, хистәргә бай икәнлеген төшөнгәндәй иттем. Шулай булғас уны яңғыҙ сағыңда, мал һуғарғанда, йә йәй көндәре бесән йыйғанда, балыҡҡа барғанда эргә-тирәңә ишеттермәй генә танау эсеңдән көйләп йөрөрһөң, йәме?
- Йә! - Һорауына ыңғай яуап алған Булат ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡалды ла әңгәмә форсатын файҙаланып ҡалырға теләп дауам итте:
- Апай мин тағы бер йыр беләм бит әле, уны күршебеҙ Ислам ағай һуҡмыш сағында уны былайыраҡ итеп башҡара! - Ул шулай тине лә баһыу аша һикереү хәрәкәтен яһағандан һуң тауышын ғырылдата төшөп йырлап та ебәрҙе:
Һикереп төштөм баҡсаға,
Баҫтым баҡыр аҡсаға.
Аҡса, тигәнем, таш икән...
Ислам иҫерек баш икән,
Ислам дундук баш икән!..
Сыҙамы һынған уҡытыусы устары менән башын ҡушусланы:
- Булат, етте һиңә, бөгөн һин тыныслана беләһеңме, әллә юҡмы?! Тик кенә ултыр! Хәйҙәр, һин нимә әҙерләнең!? - Минән йүнле, әҙәпле хәбәр ишетеүҙән төңөлгән Хәнифә апай ҡәтғи, уҫал мөрәжәғәт итте.
- “Шайморатов генерал”ды!
Ҡырыҫ йөҙ бер аҙ ирәмһерәй төштө:
- Бик тә ҡулай, үтемле йыр һайлағанһың! Ватанды һаҡлаусылар байрамы яҡынлаша, әгәр сығышың йәтеш, ҡолаҡҡа ятышлы килеп сыҡһа шул көнгә бағышлап үткәрелгән концертта ҡатнаштырырҙар, бәлки, уны Еңеү көнөндә ветерандарыбыҙға ишеттерһәк бик тә урынлы булыр. - Булат әрһеҙләшеп алға сыҡҡайны, Хәнифә апай йырымдың аһәңле яңғырарын күҙаллағандыр күрәһең, шуға түргә саҡырғандай итеп ҡулын класс таҡтаһы яғына һондо. - Сыҡ алға!
- Апай, миңә иң әүәл залға сығып элгестәге бишмәтемде, кәпәсемде алып инеп кейергә кәрәк.
- Уныһы нимәгә?
- Һуң шайморатовсылар дивизияһын сасҡау һыуыҡтар төшкәс, ҡара көҙҙә ойошторғандар ҙа баһа!
- Дөрөҫ әйттең, әммә йылы кейенеп ҡуҫтарланыуың артыҡ.
- Шыпа ла артыҡ түгел! Бөтөн нимә ысынбарлыҡҡа тап килеп торорға тейеш, шул сағында ғына ул ышандыра.
Булаттың тамашаһынан, минең кәмиттән аңҡы-тиңкегә ҡалған уҡытыусы, теләһә ни ҡыл, тигәндәй ҡулын һелтәне:
- Үҙең ҡара улайһа.
Апайыбыҙ рөхсәт иткәс урын-еренә еткерҙем, булғас булһын, тип Зиннурҙың табанлы быймаһын һалдырып кейҙем, Зөфәрҙең һиҙерәп урын-урыны менән тишелгән дебет шарфын балта һабылай арыҡ муйыныма урап алдым, әсе елдән һаҡланырға теләгәндәй кәпәсемдең ҡолаҡсындарын төшөрөп бәйләнем, ямаулы бейәләйҙәремде кейҙем.
Йыйынып бөткәс әҙерлегемде белдереп тамағымды ҡырҙым. Бөтә класс донъяһын онот-оп өңөлөп ҡарап ултыра: Фәһим ошоғаса күрелмәгән ниндәйер мөғжизә көткәндәй, өмөт иткәндәй аңшайып, асылған ауыҙын йоморға онотҡан, Зәкиә йылмая биреп баҡҡан, йыр-сы Нәсимә иһә, йә ҡулыңдан килһә маташтыр, тигән һымағыраҡ итеп, мыҫҡыллағандай төбәлгән.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара,
Шайморатов генерал!
Тауыш ҡеүәте, һөрәнләү көсө бар шул дәдәңдә, сарғаланып ҡысҡырыуымдан ҡырҡ ҡоршаулы тәҙрә быялалары зыңлап китте, уҡытыусының алдында ятҡан журнал өҫт-өнә юғарынан, түбә таҡтаһы ярығынан шыптырҙаған тауыш сығарып бер семтем саң ҡойолдо. Арыу ғына килеп сыҡҡас саманан үткәреп, сиктән ашырҙым: бейеү хәрәкәт-тәрен яһап аяҡтарымды ат тыбызыҡлауына оҡшатып тыпырҙатҡандан аҙаҡ алғы партаға йоҙроҡлап тондорҙом да бейәләйҙәремде иҙәнгә атып бәргәс тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәреп бишмәтем салғыйҙарын уңлы-һуллы елпелдәтергә тотондом. Ниһайәт дәһшәтле, тетрәндергес сығышымды тамамланым да йә, ни әйтерһегеҙ ошонан һуң, тигәндәй, еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарымды кирә баҫып класҡа ҡарап тексәйҙем. Һабаҡташтарым шаңҡығандай ултыра, Нәсимә иҫһеҙ-оҫһоҙға ҡалып тамам һеңг-әҙәгән, ултырып ҡарарлыҡ рәт-хәле ҡалмаған Зөфәр таҡыр башын партаға һалған. Арбатҡыс номер шауҡымынан ауырлыҡ менән арынған Хәнифә апай биниһая ваҡ-ыттан һуң телгә килде:
- Хәрби маршҡа оҡшатып матур башҡарҙың, афарин! Тик ҡайһы бер артыҡ ерҙәр бар...
- Йырҙың йыртығы юҡ, артыҡ булырға куплеттағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп йырланым да баһа!
- Уныһына һүҙ ҙә юҡ, тик бына йән көскә партаға тондороуың, аяҡтарың менән иҙән таҡтаһын төйөүең, бишмәт салғыйҙарын елпеүең сәйер килеп сыҡты.
- Нимәһе сәйер, Шайморатов генерал һуғышсылары менән дөбөр-шатыр, дошмандың ҡотон, өрәйен алып, утлы дауыл ҡуптарып яуға китеп бара ла баһа, уны тамашасы ышанһын өсөн нисек тә күрһәтергә, һынландырырға кәрәк, ә эйәр аҫтында уйнаған атта салғыйҙы елпемәй барып ҡара!
- Дөрөҫ әйттең. Шулай ҙа тегендә, радиоузелда, тыныс ҡына баҫып йырла, сәбәләнмә, йәме, ә беҙ яугирҙарҙың ҡыш көнө һыбай юрттырып яуға китеп барыуҙарын күҙ алдыбыҙға килтереп ултырырбыҙ, шулаймы, балалар?
- Шулай! - Класс уҡытыусы апайыбыҙҙың әйткәндәрен йөпләп кемуҙарҙан шау-гөр килде.
(Аҙағын иртәге көн сайтта уҡырһығыҙ)