Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
9 Февраль 2021, 17:03

Табын

Ҡаршымдан урын алған хужабикә ҡырҡ ҡоршау сәйнүгенә услап һинд сәйен һалып ебәрҙе лә бер сите китек сынаяҡты эсле-тышлы тыныуы менән быуландырып, беләгенә элгән таҫтамалы менән ентекләп ҡоротоп алғандан һуң ҡуян ҡанылай ҡуйы, ҡарағусҡыл сейәләй ҡыҙыл сәйҙе яһап алдыма ҡуйҙы, шунан ауыҙ итеп ҡара тип, уныһын-быныһын алдыма шылдырып тәҡдим итә башланы.

Амбулаторияла эшләгән саҡта, яҙғы һыу-һүл осоронда, Гөлғәйшә ҡарсыҡҡа йөрөп укол ҡаҙаным. Үҙе лә килә ала инде ул, мәгәр ҡарт кешене бер ауыл осонан икенсеһенә йүгертеп йонсотҡом килмәне. Эш аҙағында бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тиҙ арала аша-төшә баҫып бара ла киләм. Аҙнанан ашыу йөрөнөм шулай, тәғәйенләгән дауаларым килешкәндер, инәйем дә күҙгә күренеп теремекләнде. Һуңғы уколды ҡаҙарға тип барғанда ул рәхмәт йөҙөнәндер, бәләкәй генә табын әҙерләгәйне, хәстәрләгәйне, бар һыйын күргәҙмәгә ҡуйғандай итеп теҙгән, түрҙә ҡорһаҡ тирәһе йәмшәйеп бөткән еҙ самауыр борхоп йырлай, ыҡсым өҫтәлгә ни генә ҡуймаған: яңы айыртылған ҡаймаҡ, ваҡ киҫәктәргә бүлгесләнгән йомарсыҡ һыйыр майы, муйыллы ҡорот, майланған сейә, майланған бөрлөгән, еләк, ҡарағат ҡаҡтары, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, талҡан, ҡомалаҡ икмәге, сөсө күмәс, бетәү, әрселмәгән, беҙҙең яҡтағылар әйтмешләй мөндөр картуф, теге, еҙ сама-уыр ҡапҡасының эсендә бешерелгән йомортҡа… Иҫәпләй китһәң осо-башына сығырлыҡ түгел, хатта ки төрөк солтаны, Великобритания королеваһы бындай һығылып торған һыйҙы һис ҡасан татып ҡарамағандыр, төштәрендә генә күреп, ауыҙ һыуҙары ҡороп ымһынмаһалар, ысынлап әйтәм! Инәйем дә мәртәбәле ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡыланып тилбер йүгергеләй. Аштан оло булыу килешмәгән эш, бындай ҙа балыуан ризыҡтан баш тартыу гөнаһ ғәмәл, шуға ҡыҫтатмай ғына түргә үтеп ултырҙым. Ҡаршымдан урын алған хужабикә ҡырҡ ҡоршау сәйнүгенә услап һинд сәйен һалып ебәрҙе лә бер сите китек сынаяҡты эсле-тышлы тыныуы менән быуландырып, беләгенә элгән таҫтамалы менән ентекләп ҡоротоп алғандан һуң ҡуян ҡанылай ҡуйы, ҡарағусҡыл сейәләй ҡыҙыл сәйҙе яһап алдыма ҡуйҙы, шунан ауыҙ итеп ҡара тип, уныһын-быныһын алдыма шылдырып тәҡдим итә башланы. Бер аҙҙан, бер нигә ҡағылмай сәй һөрпөлдәтеүемә иғтибар иткән ҡарсыҡ үртәлгәндәй итеп ҡаҡ һөйәк усын маңлайына сәпелдәтте:
- Алйығанмындыр, күрмәйем шыпа, балам, әйтһәң ни була, алдымда ҡабыр ҡорамал һалмағанһың тип?! Мә, минеке менән аша улайһа! - Ул шулай тине лә ҡалағын эсле-тышлы ялап алып, уны мул итәген ҡайырып һөртөп миңә һондо. Мин дә үҙ сиратымда ҡалаҡты ихласлап ауыҙыма ҡабып һурып алдым да алдымдағы ашамлыҡтарға үрелдем.
Гөлғәйшә ҡарсыҡ ирәбе, һыйсыл, ауыҙындағы һуңғы телемен өҙөп бирергә әҙер йомарт кеше ине! Шул таҙанан-таҙа бал ҡалаҡ, инәйҙең бешергән тәм-томо һаман да телем осонда, ихлас табын онотолмаҫлыҡ булып хәтеремә уйылған!