АТАЙСАЛ
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
9 Февраль 2021, 11:18

Осоҡ

Ҡатын-ҡыҙ һис ҡасан да ҡартаймай; ул иң әүәл бөрөгә тулыша, шунан гөлтләп сәскә ата, ары емешкә тумалана, шунан күҙҙең яуын алып аллана, һуңынан килеп баллы, татлы, һүрән тормош утында уңып ҡайнатылған ҡайнатмаға әүерелә, ә ҡалған ғүмере - салт аяҙ, йылы, көләс әбейҙәр сыуағына ауаздаш.

Урам аша, ҡаршы яҡ күршебеҙҙә, өйләнеп, үҙаллы донъя көткән берҙән-бер улының ҡарамағында һикһән йәшен тултырып туҡһан яғына ыңғайлаған Зәбихә ҡарсыҡ йәшәне. Күрер күҙгә йәмһеҙ генә, ҡатма кәүҙәле, еңел һөйәкле ҡарсыҡ ине ул. Бер көн кисҡырын, эңергә яҡын ул беҙгә һуғылды. Ҡабаланмай, аушаңлата баҫып атлауынан шуны тойомларға мөмкин, ҡарсыҡ телен ҡысытып күңеленә йыйылған, әле шул, бүҫкәртелгән хәбәре урынына ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барып һыу һыйыры ише ҡорһағы йәйелгәнсе сәй һемереп ҡайтып килә ине булһа кәрәк. Бигерәк сәйхур ине Зәбихә, ҙур эсле еҙ самауырын көнөнә өс тапҡыр ҡырын йыҡмайынса тынғы тапмай, шыпа ла һыуһыны ҡанмай.
Ул ингәндә әсәйем ҡул менән әйләндермәле теген машинкаһында ҡорама ҡора ине, ә мин мәктәптә уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар булараҡ дәрестәр теҙмәһен әҙерләп аҙапланам. Инәйебеҙ тертәнләп килеп ҡәнәфи ситенә ҡорҙай кәүҙәһен һаҡтырҙы ла ҡаны ҡасып күкһел төҫкә ингән йоҡа ирендәрен йыбырлатып доға ҡылғандан һуң өйҙәгеләрҙән тыш тотош хужалы-ғыбыҙҙы бер юлы теүәлләп өндәште:
- Нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ әле, күршеләр? - Тимәк мөрәжәғәте һәммәбеҙгә, атап әйткәндә диванда йоҡомһорап ятҡан Принцесса ҡушаматлы бесәйебеҙгә, ишек ауыҙын ҡарауыллаған йыуаш фиғелле Һорланға, кәртә яғындағы тиреҫтә тибенгән тауыҡтарға, йылға буйына киткән ҡаҙҙарға, көтөүҙә йөрөгән һарыҡ-кәзәләргә, һыйыр, танаға йүнәлтелгәйне.
Эшен ситкә ҡуйған әсәйем ихлас яуапланы:
- Ҡош-ҡорт, мал-тыуар имен, көнитмешебеҙ бөтөн, ә беҙгә килгәндә үлмәйем дә ҡалмайым тип көн итеп ятабыҙ әле, апай!
- Үлем юлында темеҫкенгән Ғазраил йырағыраҡ йөрөһөн, көңгөр-ҡаңғыр килеп тереклек итеүегеҙ хәйерле.
- Юҡ-бар хәбәр һөйләйем урынһыҙ, һеҙҙең хәйер-фатихала, апай!
- Шулай тигән, юғиһә уйламай-нитмәй ямаҡай һөйләйһең. Барына сөбханалла! -
Зәбихә шулай тине лә яңы аятын ҡайтанан шыбырҙап эскә батҡан уртлы биттәрен һыпырҙы. - Мыныһы именлеккә бағышланғаны, йорт тирәһенән сир-зәхмәтте ҡыуа торғаны. Ҡыҙҙарың ҡайҙа әле шу, ошо арала күҙгә салынмайҙарсы?
- Береһе Иҫәнғолда кейәүҙә икенсеһе һиңә мәғүм - Байғужала.
- Көн итештәре, донъя ҡылмыштары нисек, үҙҙәре килеп урамаһалар ҙа сәләмдәре ишетеләлер бит?
- Татыу ғына йәшәп яталар шунда. Өлкәне һатыуҙа, кесеһе район балнисында. Килә алмайҙар шу, Иҫәнғолдағы кейәү вахтала, Байғужалағыһы тракторист, ҡышҡа ингәнсе ҡырҙан ҡайтып инмәй. Шылтыратып хәлде беләләр көн һайын тейерлек, алай ҙа өйөбөҙгә телефун ҡуйҙырттыҡ, шуныһы ҡулай.
- Барына шөкөр итәйек. Улым, аҡ ҡағыҙыңа текәлеп ни эш ҡыраһың?
Төпсөк булараҡ сират миңә лә етте.
- Уҡытып йөрөйөм, инәй, бына әле дәрестәргә әҙерләнәм, - тип яуапланым.
- Ғүмерең буйы китаптан айырылманың. Уҡып мулла, суҡып ҡарға булмаҫһың,тиһәләр ҙә һабаҡ эстәү һис ҡасан ҡамасауламай, белемһеҙ берҙе, белемле унды йығыр, тип юҡҡа әйтмәгән-дәр. Ә миңә мәктәп һуҡмағын таҡырлау эләкмәне, мәгәр наҙандан бөткән томана түгелмен түгеллеккә, әлепте таяҡтан айырам былай. Бер осор мәҙрәсәгә абыстайға йөрөй башланым да ун-ыһын да ташларға тура килде.
- Сәбәбе килеп сыҡҡандыр, сыҡмаһа бөтмөр кеше булараҡ ослар инең уҡыуыңды. - Әсәйем дә ҡунаҡтың әйткәндәрен йөпләне.
- Сәбәбе үтә етди ине шул, йәшем үтеп барғас атайым мәрхүм яусының һүҙен йыҡмай кейәүгә бирҙе.
- Ултыраҡҡа ҡалыр сиккә еткәнһеңдер, юғиһә...
- Шулай булмай тағы, ун өс йәшемде тултырғайным!
- Ә еҙнә тейеш кеше өлкән инеме?
- Ул дастоин, яңы иллеһен тултырған, типһә тимер өҙөр ир. Ике бисәһе бар, өсөнсөһөнә тар ергә таяу, тигәндәй - мин. Ҡыҙ ҡорона тулһам да уйнап туя алмай торғайным, йәй көнө йәшенмәк, ҡыш етһә сана шыуырға сыға ла китәм. Ирем эҙләп алып ҡайта. Һәйбәт, мәрхәмәтле кеше ине, мәрхүмең, һеркәләп китһәм һис тартынмай бумала башымдағы беттәрҙе сүпләй, шунан мунсаға барһаҡ бала ише кәритәгә ултыртып ҡуйып йыуындырып ала.
- Еҙнәнең исемен әйтмәҫһеңме?
Зәбихә көтмәгәндә бирелгән һорауҙан баҙай биреп ҡалды ла ҡулын илтифатһыҙ һелтәне:
- Әүәле бит ир-атты атап өндәшеү килешмәгән ҡылыҡ һаналды, “һин” йә“атаһы”,ти ҙә ҡуя инек.
- Шулай ҙа?
- Ошо Йәмилә төпсөнөргә ярата, ҡайҙан ғына беләйем исемен, уның менән биш йыл ғына йәшәнем дә баһа!
Әсәйем кинәнеп көлөп ебәргәйне, тегеһе лә ауыҙын усы менән томалап кеткелдәп алды.
- Апай, нисә тапҡыр кейәүҙә булдың , хәтереңде эт ашағыр, онота ла ҡуям шуны?
- Теүәл биш!
- Әҙерәк булған түгелме?
- Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, тап-таман! Иҫем аҡылым китә ир-атҡа, эргәләрендә һыу һөлөгөләй ҡыҙҙар йүгермәләй, ә был оңҡоттар күҙҙәре тишелерҙәй булып миңә ҡарай. Һөйкөмлө һөйәк булынғандыр тыумыштан, йөҙөм менән түгел, шәрбәттәй яғымлы телем менән арбағанмындыр тим, хәҙер.
- Ҡарар ерең булғанға ымһынғандарҙыр, шай?
- Бумай ни, ул ҡалҡыу түш, ул нескә, нәҙекәй бил, йомро оса, һомғол аяҡтар тиһеңме! - Зәбихә шулай тине лә сытырая биреп тоҡтай һалынҡы билен ҡарманы, шунан ҡаҡтан-ҡаҡҡа ҡалған түштәрен йәшереп ҡулдарын ҡаушырҙы, ҡамыт сираҡлы аяҡтарын күрһәтергә теләмәгәндәй күлдәгенең мул итәген түбәнгәрәк тартты.
- Мынау сәскә биҙәкле күлдәгең күҙҙең яуын ала билләһи, апай? - Әсәйем әңгәмә барышын үҙгәртте.
-Кемдеке, шуныҡы! - Зәбихә көйәҙләнеп күлдәгенең итәген яңынан һөйәккә ҡалған бармаҡтары менән семтеп төҙәтештерҙе. - Йома сәйенән ҡайтышлай һуғылдым әле һиңә, ҡабаланып йөрөп ятам! - Һыу буйы хәбәр сыбалтҡан ҡарсыҡ, ниһайәт төп йомошона күс-те.
- Тыңлайым, апай?
- Үктәбер байрамына саҡлы теген машинкаң менән күлдәк зырылдатып бир миңә.
- Уны ни, һә, тигәнсе, ҡайҙа туҡымаң?
- Һин улайтып орҙо-бәрҙе ҡыланма, быҙауға муйынса ишмәйһең дә баһа.
- Дөрөҫ әйтәһең, ҡабаланмайыҡ, Октябрь байрамына ҡәҙәр теүәл ике ай ваҡыт бар.Ҡулайлы мәлдә индерерһең.
- Улайтып илтифатһыҙланма, йәнә. - Ҡарсыҡҡа был яуап та оҡшаманы булыр, былай ҙа тәрән һырҙар, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн йыйырҙы. - Иртәгә улым район үҙәгенә барырға йыйына. Юл ыңғайы күлдәклек ҡарап апҡайт тинем уға.
- Ҡараһын шул. Һинең йәштә атлас та бара.
- Улайтып уҡ һанһыҙлап ташлама йәме, йәшем артыҡлап китеп бармай, бик беләһең килһә. Затлырағынан, батистан алдырырға иҫәп.
- Үҙең хәл ит, улайһа, батист та бик матур.
- Ул туҡыманың да төрлөһө була. Ниндәйерәген алдыртайым икән?
- Ошо күлдәгең ише сағыуыраҡтан ҡараһын.
- Ике күлдәк бер иштән булһа килешеп бөтмәй! Аҡһылыраҡтан, йөҙөмдө асырлыҡ буһын, тим тағы. - Зәбихә ҡараға ҡатҡан, ҡоромло ҡаҙандай йөҙөн һыпырҙы.
- Апай, өй ҙә эҫе түгел һымаҡ, тирләп киткәнгә оҡшағанһыңсы?
- Шыпа ла тирләмәнем, ҡунаҡҡа барыр буһам килендең һыйыр елененә тигән вазелины менән биттәремде йомшартам, уның йәшереп ҡулланған хушбуйын ҡултыҡ аҫтарыма һөртәм. Юғиһә, бәғзеләрҙән әбей еҫе килә, ә мин у еҫте ҡабул итә һалып бармайым!
Шулай итеп Зәбихә йомошон йомошланы ла ҡайтырға ҡуҙғалды. Теүәл бер аҙнанан әсәйем эшен башланы. Ҡарсыҡ беҙгә ҡайтмаҫ өсөн килде һымаҡ, таң һарыһында күренә лә иртәнән алып кискә ҡәҙәр машинканың эшләгәнен осҡор, һынамсыл күҙәтә, бер генә урын, киҫелгән, ҡайылған ер иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ыңғайы бер иҫкәрмәләрен еткерә, төҙәтмәләрен керетә: “Һыпра төшкән билемде ҡыҫып торороҡ итеп яҫынан билдек тек, итәге аяҡтарымды йәшерерлек булһын, штубы!” “Итәкте, әйтәм, ныҡ оҙон итәйемме?” “Артыҡлап һөрәтәләндермә, яңы сөм калуштарым күренерлек, аяҡ бәкәлдәре тапҡыры буһа как рас!”
Аҙна-ун көндән осоҡ инәйҙең күлдәге әҙер ине инде, ул кейеп ҡарап, әжеренә бер йомарлам май ҡалдырып, ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡайтып китте.
Икенсе көн ваҡ-ваҡ ҡына аҙымлап, ҡыйпаңлата баҫып күркәм күлдәге менән тотош тирә-йүнде йәмләп, көн аяҙына ирәйеп арғы осҡа ҡунаҡҡа китеп барған Зәбихә ҡарсыҡты урамда тап иттем. Ошоға саҡлы иғтибарға ла алмағанмын, хәйерһеҙ, ҡарсыҡ күрер күҙгә күрмәлекле, һөйкөмлө генә икән дә баһа.
Ҡатын-ҡыҙ һис ҡасан да ҡартаймай; ул иң әүәл бөрөгә тулыша, шунан гөлтләп сәскә ата, ары емешкә тумалана, шунан күҙҙең яуын алып аллана, һуңынан килеп баллы, татлы, һүрән тормош утында уңып ҡайнатылған ҡайнатмаға әүерелә, ә ҡалған ғүмере - салт аяҙ, йылы, көләс әбейҙәр сыуағына ауаздаш.