Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
22 Ғинуар 2021, 10:58

Эҙҙәр

Артыма боролоп ҡараһам, уҡыусыларым минең эҙҙәремә генә баҫып киләләр һымаҡ тойола…

Беҙҙең ауылда буран сыҡһа, бөтә булған көрттө урамға килтереп тултыра. Шуға күрә буран көнө эшкә бер сәғәт самаһы алдан сығам. Мәктәптән арыу уҡ йыраҡ йәшәгәс, көрт ярып барғансы ваҡыт үтә лә китә.
Урамға сығып, мәктәп яғына ыңғайлау менән башҡа өйҙәрҙән дә кешеләр сыға башлай. Мине генә көтөп торғандар тиерһең. Улар - минең уҡыусыларым. Ваҡ-ваҡ ҡына атлап, балаларҙың аҙымына самалап, юл ярып алдан төшәм, ә тегеләр, ҡаҙ бәпкәләре һымаҡ, минең арттан эйәрә. Боролоп-боролоп ҡарайым: минең артымдан уҡ эҙемде күмергә өлгөргән буранда яҙлыҡманылармы былар, арыманылар микән? Юҡ, мин ярған юлдан ғына киләләр…
Хәҙер ниндәй генә эшкә тотонһам да, ҡайҙа ғына барһам да эшемде еренә еткереп эшләргә, һәр аҙымымды самалап, үлсәп баҫырға тырышам. Артыма боролоп ҡараһам, уҡыусыларым минең эҙҙәремә генә баҫып киләләр һымаҡ тойола.
Читайте нас: