Күпте күргән, күпте кисергән, ҡайғы-хәсрәтте, күтән һурпаһын ғарҡ булғансы һемергән кеше ине Сөләймән олатай. Йәш сағында граждандар һуғышының уртаһында йөрөгән, берләшеү осоронда колхоз төҙөшкән, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас оло булыуына ҡарамаҫтан хеҙмәт армияһы составында бер нисә тапҡыр фронтҡа, Шайморатов дивизияһына аттар оҙатышып та барған. Артыҡ күҙгә ташланып бармаған ир-ат күркәмлеге лә булды уның: уртасанан юғарыраҡ буй, мыҡты кәүҙә, сал сәсле йомро баш, тәрбиәләп тотолған ҡупшы һаҡал-мыйыҡ. Тәрән һырҙар, һанһыҙ йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөнән һис ҡасан мәрхәмәтле йылмайыу китмәне. Һүҙгә лә йор үҙе, әйткәне йомаҡҡа тартым, мәрәкә. Әбейе мәрхүм булғас биреште, бәлйерәй төштө ҡарт, мәгәр йән күмһеүен, болоҡһоуын, йөрәк иңрәүен тышҡа сығарманы, бар булмышын, йәшәү рәүешен, күңелен ауылдаштарына баҫты, уларҙың ғәме, ҡыуаныстары, бошоноуҙары, хыял-өмөттәре менән йәшәне, шуға ла Сөләймән ҡарт юлында осраған береһен нимә менән булһа ла тәбрикләй, йылы һүҙ әйтеп үтә. Ҡотлайым тиһәң яйы, сәбәбе табыла, ә ул барыһының тыуған көнөн теүәл белде, һәммәһенең иҫтәлекле мәлдәрен иҫендә тотто. Үҙҙәренән түбәнгә табан йәшәгән күршеһенә былайыраҡ өндәшә:
-Хәйерле иртә, Зәлифә килен, ҡотлайым!
Ғүмер буйы күрше булғанға бының ҡылыҡ-фиғеленә күнеп, күнегеп бөткән ҡатын ихлас яуаплай:
- Һаумыһығыҙ. Нимә менән ҡотларға итәһең, бөгөн байрам түгел дәһә баһа, ғаиләб-
еҙҙәгеләрҙең дә тыуған көнө түгел?
-Владимировка утары урыҫынан һыйыр һатып алғанығыҙға бөгөн теүәл өс йыл тул-
- Бәй, тулһа һуң, ул әҙәм түгел, бары аңһыҙ мал ғына?
- Улай тимә, йәне булған һәр тереклектең үҙенә тәғәйен аңы бар. - Кинәйәле хәбәр
әйткән Сөләймән суғырмаҡланып ҡатҡан һуҡ бармағын юғарыға сәнсә. - Һыйырҙан уңдығыҙмы?
- Һөттө тамсыһына ҡәҙәр эйеп бирә, үҙе килеп тороп ҡуйы, торғаны ҡаймаҡ.
- Ундай мал һәр хужабикә өсөн оло ҡыуаныс, килен, шулай булғас ошо, һеҙҙең ғаи-
ләгеҙҙе һыйлаған, туйындырған табыш менән тәбрик итергә мөмкиндер бит?
- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ә мин тормош мәшәҡәттәренә күмелеп ошо хаҡта онотоп та ебә-
ргәнмен икән! - Ә һин онотма, тормоштоң һәр ыңғай мәлен аңыңа һеңдереп йөрө! - Шулай ти ҙә
эргәһенән үтеп барған үр яҡ күршеһен туҡтата. - Әүхәҙей, һине лә билдәләп үтәйем инде бер юлы!
- Нимә менән? - Ҡарттың сәйер ҡылығына өйрәнеп бөткән ир шуҡ йылмая.
- Өйөңә күсеп, беҙгә күрше булғанығыҙға иртәгә теүәл егерме йыл.
- Бына бит уҙған ғүмер, кисә генә һымаҡ ине. Йорт та туҙып бара, иҙәненән ел үткә-
- Уныһы инде һинең эшлекһеҙлегең, булдыҡһыҙлығың. Ғөмүмән алғанда, өйөң йы-
- Ҡотло нигеҙҙә көн ителә былай!
- Шуныһына риза булып, барына шөкөр итә бел, ҡустым.
Уңғансы ҡарттың эргәһенән генә ғаиләһендә йыш бола ҡуптарыусы Фәрхәт үтеп бара икән дә баһа.
- Фәрхәтулла, нисек көн итеп ятаһығыҙ әле шул? - Тегеләрҙең йәшәүҙәренең көй-рә-
те юҡлығын белә-күрә һорай.
Тегеһе эскелектән таушалған йөҙөн ризаһыҙ йыйыра:
- Унда һинең ни эш, ни ҡыҫылыш?! - Дорфа яуаплаған Фәрхәт олатайға булған ихти-
рамын ауырлыҡ менән хәтеренә төшөрөп ипкә килә лә дауам итә. - Һауыт-һаба шалтыратып көн иткәнде тотош ауыл белеп тора ла...
- Ә һин шалтыратмаҫҡа тырыш.
- Һуң улары йә күҙгә эләгә, йә аяҡҡа урала, юҡ тигәндә күҙгә төртөлә, хәйерһеҙ.
- Кәңәшем шул - тауыш сығарырлыҡ нәмәләргә ҡағылмаҫҡа тырыш, урап үт. Ғүмер
тигәнең һауыт-һаба шалтыраһа ла, шалтырамаһа ла үтеп бара, уны туҡтатып булмай бер нисек тә. Һине шуға туҡтаттым әле Фәрхәтулла, бөгөн килен менән иңгә иң терәүегеҙгә теүәл егерме биш йыл! Ҡорлаш саҡырғас туйыңдың түрендә ултырғайныҡ инәйең менән. - Йөҙө моңһоуланып китә.
- Әйтәм бисә таң менән матур күлдәген кейеп мине аптыратҡайны, хәҙер шыжлат-
ып майикмәк бешереп йөрөгән була, юҡҡа түгел икән.
- Ҡатыныңдың ҡәҙерен бел, Фәрхәтулла, ул һиңә туғандарыңдан ҡәҙерлерәк.
- Нисек инде улай? Бисә бисә инде!
- Егерме биш йыл буйы түшәк бүлешкән кеше ни тиһәң дә. Туғандарыңа килгәндә
һәр береһенең үҙ ғаиләһе, уларҙың әҡрәбәлек бурыстарына килгәндә хәлеңде беләләр, саҡырһаң ҡунаҡҡа киләләр, тигәндәй, бары шул ғына, ә ҡатының көнө-төнө эргәңдә: ҡыйын саҡта хәлеңә инә, ауыр саҡта аушайған яғыңа терәү була, ете төн уртаһында ауырып китһәң иң элек ҡулын маңлайыңа баҫа, шылған юрғаныңды төҙәтеп яба…
- Вапше-то хаҡ һүҙҙәр әйттең, ағай, күҙҙәрем ҡапыл асылып киткәндәй булдысы. - Фәрхәт икеләнеңкерәп ҡала ла өйө яғына борола. - Иртә менән сатнаған башты төҙәтергә тип китеп барыла ине, улай булғас ҡайтайым бумаһа, ишек алдында, кәртә-ҡура тирәһендә эш етерлек...
Ул көндө Фәрхәттең өйө яғынан һауыт-һаба шалтыраған тауыш ишетелмәй. Иртәгеһенә лә. Аҡылына килеп, аңын теүәлләп, урынһыҙ сысаңлаған ҡул-аяғын йыйып йөрөйҙөр, күрәһең.
Шулай итеп һәр береһен ҡотлап, тәбрикләп көндәрен үткәрә торғайны Сөләймән олатай.
Матур дәүерҙә гелән яҡшы хәбәр өләшеп йәшәне Сөләймән. Әгәр бөгөнгө мөғжизәләр кәмегән, һөйөнөстәр, яңылыҡтар наҡыҫланған, киләсәктең өмөт офоҡтары тарыҡҡан осорҙа, ҡунаҡтарһыҙ туй, дуҫтарһыҙ тыуған көн, тамашасыһыҙ тамашалар үткән мәлдә йәшәһә барыбер ҡыуандырырға берәй сәбәбен табыр ине ул, табыр ине, һүҙен моғайын былайыраҡ башлар ине:
- Бөгөнгө ҡалҡҡан ҡояш, күктәге өйкөм болоттар, саф һауа, яңы атҡан таңығыҙ ме-
нән ысын күңелдән тәбрик итәм. - Тағы өҫтәп тә ҡуйыр ине. - Сәләмәт булыуығыҙ менән ҡотлайым, йәмәғәт!