Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
26 Февраль 2020, 13:20

ҺЫҢАР

Улым, һине оҙатҡас таң атҡансы баҡса ултырғысына һағып таң аттырҙым. Оло ҡапҡа шарран асыҡ, һин китеү менән һеперелеп ҡайтып бөттөләр ҙә ҡуйҙылар, хәлемә инеп йыуатырға теләүсе табылманы...

Мине әрме сафына оҙаталар. Хас та туйҙағы һымаҡ. Ишек алды тулы ауылдаштар, олоһо ла кесеһе лә килгән. Әхмәҙулла ағай тальянын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып уҡ алған, Фәтхулла еҙнә туры айғырына ҡыңғырау тағып ебәргән хатта. Иртәнге болоҡһоулығын онотоп йөҙө нурланып киткән әсәйем ҡунаҡтар һыйлайым, тип улай-былай йүгергеләй. Төшкә ҡарай йәйәүләп, урам тултырып Һаҡмар йылғаһына, кәмә төшкән Борам яғына юлландыҡ. Беҙгә шунан аша сығаһы ла дуҫым Әнүәр менән уның “кәзә” матайына атланып совхоз үҙәге Матрайға бараһы. Ары Сибай. Тау башына артылғас туҡталып арт яғыма ҡарашымды аттым. Оҙата килеүселәр яр буйын тултырып баҫҡандар. Әсәйем бер яҡ ҡырлауҙараҡ. Үҙемде дәртләндерергә, тынысландырырға тырыштым: “Бирешмәҫ, ни тиһәң дә яңғыҙы ҡалмай!”
Тәғәйен урынға барып етеп адресымды күрһәтеп хат яҙғандан һуң ике аҙна үткәс яуап килде. Ул ошолайыраҡ тамамланғайны: “Улым, һине оҙатҡас таң атҡансы баҡса ултырғысына һағып таң аттырҙым. Оло ҡапҡа шарран асыҡ, һин китеү менән һеперелеп ҡайтып бөттөләр ҙә ҡуйҙылар, хәлемә инеп йыуатырға теләүсе табылманы, хәҙер килеп донъяла барлығымды хәтерләүсе берәйһе бармы икән?”
Кеше күрмәгән аулаҡҡа барып, ватып-емерергә теләгәндәй һалҡын таш стенаға ҡат-ҡат башымды терәнем. Билдәле, баш менән таш ярыу мөмкин түгел. Күңелем иңрәп һулҡыны: “Бында ете-яттар меңәрләгән, ә мин бер үҙем, тегендә туғандар һәм таныштар араһында әсәйем һыңар. Һыңарсай бармаҡ ише. Шул һыңарлыҡ һыңғаҙата… ”
Юбилейыма бағышланған сара бара. Һүҙ ҙә юҡ, байрамды урын-еренә еткереп юғары кимәлдә ойошторғандар. Ҡотлаусыларҙың, йылы һүҙ әйтеп ҡалырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, маҡтарға килгәс маҡтайҙар, хупларға, ҡупыртырға кәрәклекте иҫтә тотоп ҡайсаҡ саманан аштырып уҡ ебәрәләр. Тейешен ишетеп, артығын ҡабул итә һалып бармай онотолоп ултырам, күҙҙәрем алдында зал тулы халыҡ түгел, асыҡ ҡапҡа ауыҙында яңғыҙы суҡайған әсәйем, ә мин суйырҙы ярырға теләп алыҫ диңгеҙ ярында башымды ташҡа орам һымаҡ. Хоҙай Тәғәлә шулай яратҡас ҡайһылай ғына итәйем, бөләңгертлектән нур эҙләп ҡаңғырам гелән, ҡыуаныр-осонор саҡта йән өшөгән, күңел күшеккән мәлдәр хәтергә төшә. Көндә байрам көндә туй булмай, ҡапҡан һайын ҡалъя ла эләгә һалып бармай, бына тантанам үтер, тамашаға йыйылған халыҡ таралыр…
Ни тиклем генә бергә ойошоп көн итергә ынтылһа ла әҙәм балаһы булмышы менән һыңар зат. Тыуа, ҡайғы-хәсрәттәрен еңергә, оноторға тырышып, уртаһында ғүмер аҡҡан, ярҙары фанилыҡ менән мәңгелектән ғибәрәт ике тарафты һуңғы өмөтөн һалып тоташтырырға, берләштерергә ынтылып йәшәй-йәшәй ҙә үтә күренмәле һағымдай, бына-бына осоп таралырға әҙер өрпәк болоттай алдатҡыс хыялын бойомға ашыра алмай бер килеп китеп тә бара. Уны һуңғы юлға ла күмәкләп оҙатырға киләләр, һәм аҙаҡ һыңарын ҡалдыралар…
Читайте нас: