Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
27 Ғинуар 2020, 10:39

Йөрөм

Аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтып киләм. Быуындарым ҡалсылдаған, тамағыма әсе төйөн килеп тығылған. "Нишләп әйттем әле был һүҙҙе, нишләп әйттем..."

Ун беренсе класта уҡып йөрөгән саҡта тарихтан уҡытҡан уҡытыусыбыҙ, һуғыш ветераны Вәғиз ағай көтмәгәндә йөрәк өйәнәге тотоп сирләп киткән. Был хаҡта класс етәксеһе дәрес башланырҙан алда инеп хәбәр итте. Беҙгә, туплы елғыуарҙарға шул ғына кәрәк тә, аҙаҡҡы дәрестең булмауына ҡыуанып бер тауыштан “Ура!” ҡысҡырып һөрәнләп тә ебәрҙек. Башҡа уҡыусыларҙы ҡуҙғытырға теләмәй дәрестәр башланғас ҡайтырға хәл иттек. Әлегә кемуҙарҙан тел сарлайбыҙ:
- Алай ҙа ауырып киткән, дәрес әҙерләмәй киленгәйне, бәләгә ҡалмайым былай булғас! - Устарын ыуып ҡыуанды Фәйзулла.
- Ята бирһен, әйҙә, иҫем дә китмәй әле, - тип өҫтәне Зәкиә.
- Уҡыу аҙағына саҡлы бөтөнләй сыҡмаһа хөрриәт инде, көҙ көнө, бәлки, пенсияға китер. Ул сағында инде, бер мыжыҡтан ҡотолабыҙ! - Тегеләргә ҡушылдым мин дә.
Бер һүҙ менән әйткәндә һәммәбеҙгә ирәүән, һәммәбеҙгә рәхәт. Төндә Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған. Хәтәр мауыҡтырғыс күренеш ул; сатнап бүлгеләнгән ҙур боҙ киҫәктәре гөрһөлдәшеп бәрелешә, береһе икенсеһенең өҫтөнә барып менеп оңғолло-соңғолло тауҙар хасил итә, ә инде ярҙарынан ашып уйһыулыҡтарҙы тултырған һыу күбектәрен сәсеп яралы кейектәй үкерә. Боҙҙар сәкәшеүҙән әле иреп өлгөрмәгән туңауыл ер тетрәгәндәй һелкенә. Булмышты биләгән елкендергес тамаша. Шуны ҡарарға йыйына инек төштән һуң. Ҡайһылай ҙа йәтеш килеп сыҡты әле.
Аҙыраҡ торғас кәйефһеҙ, илаулап килеп ингән класс етәксеһе Вәғиз ағайҙың мәрхүм булып ҡалыуы хаҡында хәбәр итте. Үлемдең ни икәнлеген әлегә белмәгән, белгән хәлдә лә ысынға алып тейешенсә ҡабул итмәгән, был донъяға мәңгегә килгәнлеккә инанған ғәмһеҙ төркөм һенағастай ҡатып шаңҡып ҡалды. Нисек инде, кисә генә һин дә мин йөрөп ятҡан кеше әле беҙҙең арала юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!
Аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтып киләм. Теге әйткәндәрем быуындарымды ҡалсылдатҡан тамам, тамаҡ төбөнә лә әсе төйөн килеп тығылған. Кәпәслеләр ҡоронда булыуым ғына тота, юғиһә бына-бына илап ебәрер тороштамын. “Нишләп улайтып әйттем инде, аҡылһыҙ, һыу мейе! Үҙемде бының өсөн һис ҡасан ғәфү итәһем юҡ. Һис ҡасан!” Тыҡрыҡ ауыҙында сысайып ҡалҡҡан аҡ таш янында туҡталдым. Элекке көн генә Вәғиз ағай менән ошо урында гәпләшеп торғайныҡ бит. Ул мине, туҡтатып имтихандарға етди әҙерләнергә кәрәклекте әйтте, бер ыңғайы яҡынлашып килгән Еңеү көнөн түҙемһеҙләнеп көтөүен белдерҙе. Ярата ине ул ошо изге байрамды. Тантанаға саҡлы бер аҙна алдан матур пинжәген кейеп, орден-миҙалдарын тағып алып дәрескә килә. Сәстәре алдырылған, ентекләп ҡырылған йөҙө илаһи, эске яҡтылыҡтан балҡый. Ошо мәлдә ҡырыҫ-талапсанлығы ла һүрәнләнә төшә, яуап биреүсе уҡыусыға ҙурҙан “бишле” ҡуя ла ҡуя. Үҙе ҡәнәғәт йылмая: “Уҡытыусының ошо билдәләрҙән башҡа тағы ниндәй байлығы-мөлкәте булһын? Бөйөк тантана хөрмәтенә бүләк итәм шуларҙы!” Ә беҙ дәррәү ҡул күтәреп, яуап бирергә ынтылып, форсаттан файҙаланып ҡалырға ашығабыҙ. Сәйер, хәҙер килеп ул юҡ. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Инде ошо һуҡмаҡтан кем үтер, орден-миҙалдарын кем тағыр, кем йомартланып билдәләр өләшер?! Кешенең юҡлығын ауылдағы тереклек тә тойомлай шикелле: егәрле тауыҡтар ҙа кетәктәрендә ҡытҡылдамай, тынғыһыҙ әтәс тә баһыуға ҡунып яр һалмай, көн һайын ҡаршыма сарғаланып өрөп сыҡҡан Әпсәләм ҡарттың сәүеге лә ҡойроҡтарын ҡыҫып ҡапҡа күләгәһендә ята, мине абайлағас моңһоу итеп ҡарап, ҡойроғон теләкһеҙ һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнде. Ауыл тереклеге фажиғәне һиҙеп ҡайғыра, тимәк. Мал-тыуар барыбер әҙәм балаһына ҡарағанда аңлыраҡ, аҡыллыраҡ, мәрхәмәтлерәк: үсәмәй-үсләшмәй, яҡын ҡәрҙәштәренә әжәл теләмәй, ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.
Бик күп йылдар элек Вәғиз ағайҙың сирләп киткәнлеген ишеткәс “ура” ҡысҡырғайным. Әле лә онотмағанмын шул гонаһымды, әле лә оялам шул ҡылығымдан. Яттарҙың ҡазаһына ҡыуаныу - әҙәпһеҙлек кенә түгел хаяһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек. Улай тиһәң, әҙәм башына төшкән бәләне шоу кимәленә күтәрәләр бөгөн, ваҡлыҡтарҙа, бысраҡлыҡтарҙа соҡоноу, үлемде пропагандалау ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул ителә. Был бит күрәләтә иблескә әүерелеү ҙә баһа! Юлыңдан аймылып ҡайҙа китеп бараһың әҙәм балаһы, ошо фиғелдә бер килеп нимәгә барып төртөлөрһөң? “Ура!” урынына шулай тип оран һалғы килә әлеге мәлдә. Миңрәү һаңраулыҡ, рухи һуҡырлыҡ осоронда ишетергә, күрергә теләүселәр кәмегәндән кәмей бара.
Башҡорт телендә бик һирәк ҡулланылған “йөрөм” тигән һүҙ бар. Йөрөм - йәшәү, йәғни тереклек итеү. Шул һүҙ әйтелһә Нәғимә ҡарсыҡ иҫкә төшә. Асыҡ йөҙлө, ҡырағаһыҙ бер ҡарсыҡ йәшәне беҙҙә. Мәрхәмәтле, миһырбанлы булды, урынлы-урынһыҙға кеше йөҙөн йыртманы. Өнәгәндәре менән дә, өнәп еткермәгәндәре менән дә ихлас иҫәнләшә ине. Хатта алты балаһы өҫтөнә ирен тартып алған ҡатын менән дә тәмһеҙләшеп ваҡланманы, үҙ бейеклегендә ҡалды. Уның яратып ҡабатлаған бер әйтеме хәтерҙә: “Кешенең үлемен теләгәнсе, үҙеңдең йөрөмөңдө телә!”
Кем булыуына ҡарамаҫтан әҙәм балаһына үлем түгел йөрөм теләйек!