Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
13 Декабрь 2019, 12:39

Тамсы

Бар йәһәттән зыялы кеше ул, баҫалҡылығы ла бар. Гел бер урында хеҙмәт итеп пенсияға сыҡты. Эшләгән саҡта йыш маҡтанылар үҙен, бүләкләнеләр, күтәрмәләнеләр. Тик ни сәбәптәндер һуңғы йылдарҙа эскегә һабышты ла китте, йүнһеҙ, көнө ҡоро түгел, ҡыҙмаса йә ҡырын һалмыш.

Бар йәһәттән зыялы кеше ул, баҫалҡылығы ла бар. Гел бер урында хеҙмәт итеп пенсияға сыҡты. Эшләгән саҡта йыш маҡтанылар үҙен, бүләкләнеләр, күтәрмәләнеләр. Тик ни сәбәптәндер һуңғы йылдарҙа эскегә һабышты ла китте, йүнһеҙ, көнө ҡоро түгел, ҡыҙмаса йә ҡырын һалмыш. Килешһеҙ фиғелең бер күренмәһен, насар атың бер сыҡмаһын инде ул. Танышымды ла осраған береһе төҙәлмәҫ эскесе, асарбаҡ кимәленә төшөрөп ғәйепләй башланы.
Тегене тағы ла һуҡмыш йөрөгәнендә тап иттем.
- Һин дә ғәйепләйһеңме? - тине ул күҙҙәремә тултырып ҡарап.
- Бер ҙә ғәйепләмәйем, мәгәр бер аҙ тыйылһаң, риза ҡалыр инем. Юғиһә, ҡыш тип
тормай йоҡа кейенгәнһең, йығылып ятып өшөнөүең бар.
- Ә мин нишләп шулайтып йөрөй тиһең, беләһеңме? Белмәйһең шул, бер кем дә
белмәй! Ауыр мәлдә ауыҙыма тамсы тамыҙыр яҡыным ҡалманы, шуға эсәм!
Кеше күңеле мәңге асылмаҫ сер, күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғылыҡ. Ана бара ята танышым, тағы ла ләх иҫерек, тамсылай ҙа өмөтө ҡалмаған уның был тормошта, шуға эсә. Ә мин уны аҡламайым да, ғәйепләмәйем дә.