Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
10 Декабрь 2019, 16:10

Ҡуҙ килтереүсе

Ул таң һарыһынан ишек ҡаға ла һоҫҡолағы ҡуҙҙарын баҙратып килеп тә инә:—Хәҙерге шырпы ни сыйырға эшкинмәй, ни көкөртө юҡ, йә һынып бара, мә, мейесегеҙҙе тоҡандырып ебәрегеҙ!

Күршебеҙҙә улы менән киленендә Зәбихә инәй йәшәне. Аяуһыҙ тормош елдәрендә кибеп ҡаҡланған йоҡа кәүҙәле, тәбәнәк буйлы, йүгерек терегөмөштәй хәрәкәтсән ине ул. Төҫкә-башҡа ла күрмәлекһеҙ: ташбыҡ күҙле, ас яңаҡлы, аҫҡы эйәге һынып ҡыйыш уңалыу сәбәпле ауыҙы бер яҡҡа салышыраҡ, шуға күрә һөйләшеүе лә мөңгөрәүгә тартым, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтеп еткермәй. Мәгәр бәләкәйҙән янында үҫкәс өйрәнеп, белеп бөткәнбеҙ, ауырлыҡһыҙ аңлайбыҙ. Ул бөгөн дә тере булып аралашырға тура килһә, көңгөр-ҡаңғыр килеп һин дә мин әңгәмәләшеп ултырыр инек, моғайын. Аслыҡ-йотто, яланғаслыҡты, граждандар һуғышын асыҡ хәтерләгән, репрессия йылдарының ауырлығын, Бөйөк Ватан һуғышының михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған инәй нишләптер яңыны ҡабул итергә теләмәне. Хәҙерге заманға ышаныс бармы тип, гелән боронғоса көн итте; кибеттә он һатһалар ҙа йоҡа таштан эшләнгән ҡул тирмәнен тотто, электр уты була тороп та, етеле шәмен—соланға, сабата үреү өсөн ҡулланылған шөшлөһөн келәттәге сөйгә элеп ҡуйыр булды. Һый-хөрмәткә килгәндә, бәғзеләр белмәгән, ашап та ҡарамаған телеңде йоторлоҡ тәмле аҡ май бешеп һыйланы килгән-киткәнде. Бала-саға өсөн кезәкәй кеҫәһендә һәр саҡ киндер орлоғона ҡушып ҡурылған ҡурмас йөрөттө. Шул мөғжизәле, йомарт, тәрән кеҫәгә һорауһыҙ-ниһеҙ тығылып бер ус ҡурмас алып ҡабып ебәрәбеҙ ҙә, рәхәтләнеп кетерҙәргә тотонабыҙ.
Зәбихә инәй тауыҡ ҡуналҡаға төнәүгә менеү менән йоҡларға ята, беренсе әтәс яр һалыуға ул инде йорт мәшәҡәттәрен хәстәрләп эшлекле ҡырмырҫҡалай йүгермәләй, арымаҫ-талмаҫын әйт! Ул таң һарыһынан ишек ҡаға ла һоҫҡолағы ҡуҙҙарын баҙратып килеп тә инә:
—Хәҙерге шырпы ни сыйырға эшкинмәй, ни көкөртө юҡ, йә һынып бара, мә, мейесегеҙҙе тоҡандырып ебәрегеҙ!
Билдәле инде, ул беҙгә генә һуғылмаған, бына ошолайтып әллә ҡасан күрше-күләнде теүәлләп сыҡҡан.
Кешеләргә ҡуҙ килтереүселәр, йылы өләшеүселәр юҡ хисабында хәҙер.
Фатирыбыҙҙағы ишек ҡыңғырауы көтмәгәндә йырлап ебәрһә, йүгерә һалып барып етәм. Ә унда һоҫҡолағы ҡуҙҙарын баҙыратып, минең өсөн сибәр һәм матур Зәбихә инәй баҫып тора һымаҡ.
Читайте нас: