Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
7 Ноябрь 2019, 10:07

Ваҡыт тапманым…

- Әйтегеҙ әле, һеҙ бәхетлеме?—тип һорайҙар Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡырсылыҡ бригадиры Ғилметдин Сәйфетдин улы Ҡрымғужинан. Ағай көтөлмәгән һорауҙан юғалыңҡырап ҡалды башта, шунан былай тип яуап бирҙе.

Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡырсылыҡ бригадиры Ғилметдин Сәйфетдин улы Ҡрымғужинды Матрай урта мәктәбе уҡыусылары осрашыуға саҡырғас, совхоздың партком секретары Айытбай Нәҙерғолов партия кабинетында мөдир вазифаһында эшләп йөрөгән мине унда ҡатнашырға ҡушты. Сара әҙерлекле ойошторолғайны: хеҙмәт батырының тормош юлын яҡтыртҡан, башлыса фотоларҙан ҡоролған матур стенд әҙерләгәндәр, йыр-бейеү шиғырҙарға үрелеп барған концерттан һуң уҡыусылар кемуҙарҙан һорау бирергә керешкәйнеләр, алғы рәттә ултырған бер малай ҡалҡты:
- Әйтегеҙ әле, һеҙ бәхетлеме?
Ағай көтөлмәгән һорауҙан юғалыңҡырап ҡалды башта, шунан былай тип яуап бирҙе.
- Әлләсе, уны ҡул ҡаушырып ултырғандар көтә ғәҙәттә, ә минең эш көнөм иртә таңдан ҡара кискәсә дауам иткәс бәхетемдең бармы, әллә юҡмы икәнлеген аңғарырға ваҡыт тапманым…
Ғилметдин ағайҙың көндәре ҡырҙа үтте, ул яҙмышына яҙған ошо ауыр хеҙмәтенән оло ләззәт алып йәшәне, шуны оло бәхеткә тиңләне.