Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
6 Ноябрь 2019, 12:17

Төҙөлмәй ҡалған коммунизм

- Эшләүе шул тиклем дә күңелле ине, - ти ағай. - Кибеткә һис ҡасан, хатта төнөн дәйоҙаҡ һалманым. Кәштәлә ҡағыҙ менән ҡәләм ята һәм һәр кем алған тауарын яҙып күрһәтеп хаҡын ҡалдырып китә, үтестәрен дә шунда теркәйҙәр ҙә һуңынан килтереп түләйҙәр. Ышанаһыңмы әллә юҡмы, бар ине заманалар, мырҙа, бар ине! Беҙҙең быуын гелән коммунизмға ынтылып, уның бер килеп тормошҡа ашырына ышанып йәшәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы хөрриәт, әҙәп, тәртип, ғәҙеллек шарттарында көн иткән бәләкәй ауылдар бөтөрөлөү сәбәпле шул иң юғары формация төҙөлмәй ҡалды.

Төҙөлмәй ҡалған коммунизм
Беҙҙән өс саҡрым самаһы ары, район үҙәгенә ҡарай киткән юл эсендә 30-40 хужалыҡтан ойошҡан Шәмсетдин ауылы ята торғайны. Ята ине, тиеүем шунан килә, хәҙер шул Шәмсетдиндең урынында нигеҙ түмәләстәре генә тупайып күренә, ә бына сауҡалыҡтағы зыяраттары ҡараулы, кәртәләнгән, тереләр бәхет эҙләп донъя гиҙһә лә, билдәле, әруахтар төйәк ташламай. Көн битендә аҡ мунсаҡтай һибелеп таралған хайран күркәм ауыл ине ул борон. Үҙе лә йәмле, халҡы ла эшсән, ихлас. Ышаныусанлыҡ, һиллек һәм ирәүәнлеккә килгәндә Шәмсетдин халҡы көндәр йылыныу менән түшәнер-яҫтанырҙарын ишек алдындағы сирәмгә йәйеп ебәреп һалҡындар төшкәнсе шунда йоҡлап йөрөрҙәр ине.
Мин иҫ белгәндә әле Тиләк йылғаһының ярында ҡалҡҡан алты мөйөшлө ағас мәктәптә һуғыш ветераны, мәрәкәсел, йор һүҙле, ҡабаланыуҙың ни икәнлен белмәгән, һәлмәк хәрәкәтле Иҙрис ағай башланғыс кластарҙы уҡытты, уны фамилияһына ярашлы Аҡъюл тип кенә йөрөттөләр. Шәкәр-сәй, тоҙ-шырпы, мискәле кәрәсин, көнбағыш майы һатылған мунса ҙурлығындағы кибет тә бар ине утарҙа. Электр уты булмағанлыҡтан кәрәсин иң үтемле, иң кәрәк тауар иҫәпләнде, әммә һатыу кәштәһенә һис ҡасан араҡы-хәмер ҡунманы, ҡуйылманы. Уны таптырып, талап итеп дауламанылар ҙа буғай, әллә шуға Шәмсетдин урамында иҫереп болғаңлағандар ҙа күҙгә-башҡа салынманы. Һабыр менән Шәмсетдин игеҙҙәр ише татыу, ҡатышып, аралашып, туғанлашып, кәләш-кейәүләп, йәш киленгә һыу юлы күрһәтеп, ҡоҙа-ҡоҙағыйлашып йәшәне. Әллә шуғалырмы бер көнсөлө: “Һабырҙар ас, шәмсетдиндәр—яланғас!” тигән, ошоғаса йәшәп, телдән-телгә күсә килгән ҡараһүҙ ҙә таратты. Аслыҡ менән яланғаслыҡ төшөнсәһе ул йылдар өсөн ят булды, әгәр бөгөнгө Һабырҙың сәселмәй ятҡан баҫыуҙарын, Шәмсетдиндең ҡола яланға әүерелеүен иҫәпкә алмаһаң...
Түң башындағы, баҡсаһында ҡупшы бөҙрә өйәңке үҫкән бәләкәй генә өй Вәғиҙә апайҙыҡы ине, юл ыңғайы, китешләй йә ҡайтышлай, әсәйемдең әхирәтенең хәл-әхүәлен белешеү маҡсатында шунда һуғылып үтә торғайным. Апай, мин күренеү менән, милтәһен ҙур итеп асып, балҡытып, етеле шәмен ҡабыҙа, сыуалға тартым мейесен тоҡандырып ебәрә лә, ул янып һүрелеү менән сөсө икмәк баҫырға керешә. Йылыла иҙерәп, икмәк еҫен еҫкәп кинәнеүе—үҙе бер ғүмер! Әпәкәй еҫе аңҡыған ерҙә һөйләшеү ҙә гел матурлыҡ, игелек хаҡында ғына. Хәҙер, нимә ул ҡунаҡҡа күрһәтер иң оло хөрмәт һәм алдына ҡуйыр ризыҡ, тип һорай ҡалһалар, һис икеләнеүһеҙ, өшөгән, күшеккәнде йылытыу, һәм гөлтләп янған шәм яҡтыһында сөсө икмәк менән һыйлау, тиер инем. Тик бөгөн таба алмаҫтар шул атағандарымды, сөнки йылылыҡ бөрккән мейестәр ҙә емерелеп, ҡыйралып бөттө күптән, етеле шәм дә һүнде, сөсө икмәк биргән баҫыуҙар билсән мамығын осора…
Ошо ауылдан сыҡҡан Насырйән ағай менән һөйләшеп ултырабыҙ. Ул ғүмер баҡый тракторсы мәшәҡәтен атҡарған икән, тип йөрөһәм, баҡтиһәң хеҙмәт юлын теге, кес кенә кибеттәге һатыусынан башлаған икән дә баһа.
- Беҙҙең милләт, бигерәк тә ир-ат, алыш-бирештән йыраҡ, шуға сауҙа эше еңелдән
бирелмәгәндер ул һиңә? - тип ҡыҙыҡһынам.
- Эшләүе шул тиклем дә күңелле ине, - ти ағай. - Кибеткә һис ҡасан, хатта төнөн дә
йоҙаҡ һалманым. Кәштәлә ҡағыҙ менән ҡәләм ята һәм һәр кем алған тауарын яҙып күрһәтеп хаҡын ҡалдырып китә, үтестәрен дә шунда теркәйҙәр ҙә һуңынан килтереп түләйҙәр. Ышанаһыңмы әллә юҡмы, бар ине заманалар, мырҙа, бар ине!
Беҙҙең быуын гелән коммунизмға ынтылып, уның бер килеп тормошҡа ашырына ышанып йәшәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы хөрриәт, әҙәп, тәртип, ғәҙеллек шарттарында көн иткән бәләкәй ауылдар бөтөрөлөү сәбәпле шул иң юғары формация төҙөлмәй ҡалды.