Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
1 Ноябрь 2019, 09:46

Абдрахман

Беҙгә танылған йырсы Рамаҙан Йәнбәков менән билдәле баянсы Редик Фәсхетдинов концерт менән килделәр. Ул заманда ағай күптән мәшһүр халыҡ артисы булып танылһа ла “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исемен генә йөрөтә ине. Һаҡмарға төшһәм, был икәү балыҡ ҡаптыра. Яр буйына баҫҡан Редик Фәсхетдинов, балаҡтарын тубыҡҡаса төрөп, йылғаға инеп үк киткән юлдашына ҡысҡыра: “Һин ул тиклем үк егетләнеп китмә әле, тамағыңды ултыртып ҡуйырһың!” Тыңлаулы бала ише кире боролоп сыҡҡан Рамаҙан ағай мине абайлап ҡалып ҡулын һондо:- Һаумы, егет, кем булаһың?

Беҙгә танылған йырсы Рамаҙан Йәнбәков менән билдәле баянсы Редик Фәсхетдинов концерт менән килделәр. Ул заманда ағай күптән мәшһүр халыҡ артисы булып танылһа ла “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исемен генә йөрөтә ине. Һаҡмарға төшһәм, был икәү балыҡ ҡаптыра. Яр буйына баҫҡан Редик Фәсхетдинов, балаҡтарын тубыҡҡаса төрөп, йылғаға инеп үк киткән юлдашына ҡысҡыра: “Һин ул тиклем үк егетләнеп китмә әле, тамағыңды ултыртып ҡуйырһың!”
Тыңлаулы бала ише кире боролоп сыҡҡан Рамаҙан ағай мине абайлап ҡалып ҡулын һондо:
- Һаумы, егет, кем булаһың?
- Хәйҙәр.
- Хәйҙәр?! Хәйҙәр Бегичев тигән йырсы хаҡында ишеткәнең бармы?
- Татарстандың йыр оҫтаһын яратып тыңлайым, ә һеҙ, яңылышмаһам, Абдрахман
шикелле?
Ағай кинәйәле йылмая биреп кенә ҡуйҙы.
Кискеһен халыҡ клубҡа төйөп тыҡҡандай йыйылғайны. Тамашасылар концерт барышында Рамаҙан ағайҙан күңелдәренә ятҡан йырҙарҙы һорап йырлата башлағайны ул былай тине:
- Бөгөн мине һеҙҙең бер егетегеҙ «Абдрахман» тип атаны, әйҙәгеҙ уның үтенесе буйынса башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”ды башҡарайым әле!..