Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
18 Октябрь 2019, 11:43

Мөхәббәт

Ололар көнө. Тышта салт аяҙ көн, миҙгелдең үтә лә сабыр мәле, тәбиғәттә—әбейҙәр сыуағы. Скверға бихисап төҫтәрҙән туҡылған биҙәкле, затлы келәмдәй һары, ҡыҙғылт, йәшкелт, көрән япраҡтар түшәлгән. Аяҙ күкте иңләгән торналар өсмөйөшө көньяҡҡа ҡуҙғалған. Һил саҡта ишетелер ине, әле ҡоштарҙың хушлашыу ауазын урамдан елгән машиналар тауышы күмеп ишеттермәй. Ҡаланың ҡылыҡтары сәйер шул, сәйер, уның ғәмендә тәбиғәт тә, әбей сыуағы ла юҡ. Булмышында бары ығы-зығы, тамаҡ ҡайғыртҡан хәрәкәт, алыш-биреш. Улар супермаркетҡа килеп инделәр. Һикһәнен күптән тултырған бабай йоҡа кәүҙәле тәбәнәк буйлы ҡарсығын алдан үткәрҙе лә ҡулына аҙыҡ-түлек һала торған кәрзинкәне алғас ,тегенеһен етәкләп һый-ризыҡ һығылған кәштәләр буйлап китте.

Ололар көнө. Тышта салт аяҙ көн, миҙгелдең үтә лә сабыр мәле, тәбиғәттә—әбейҙәр сыуағы. Скверға бихисап төҫтәрҙән туҡылған биҙәкле, затлы келәмдәй һары, ҡыҙғылт, йәшкелт, көрән япраҡтар түшәлгән. Аяҙ күкте иңләгән торналар өсмөйөшө көньяҡҡа ҡуҙғалған. Һил саҡта ишетелер ине, әле ҡоштарҙың хушлашыу ауазын урамдан елгән машиналар тауышы күмеп ишеттермәй. Ҡаланың ҡылыҡтары сәйер шул, сәйер, уның ғәмендә тәбиғәт тә, әбей сыуағы ла юҡ. Булмышында бары ығы-зығы, тамаҡ ҡайғыртҡан хәрәкәт, алыш-биреш.
Улар супермаркетҡа килеп инделәр. Һикһәнен күптән тултырған бабай йоҡа кәүҙәле тәбәнәк буйлы ҡарсығын алдан үткәрҙе лә ҡулына аҙыҡ-түлек һала торған кәрзинкәне алғас ,тегенеһен етәкләп һый-ризыҡ һығылған кәштәләр буйлап китте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң былар сиратҡа минән алдараҡ килеп баҫтылар. Аҡсалары самалылыр, кәрзинкә төбөндә бер ҡап салфетка, ҡағыҙ таҫтамал ята. Һатыусының янына байрам уңайынан фәҡирҙәргә, юҡсылдарға иҫәп тотоп арзанлы сәскәләр гөлләмәһе ҡуйылған. Бабай пинжәге кеҫәһенән сепрәк кәшелүген килтереп сығарҙы, алған тауарының хаҡын түләне, шунан биҙрәгә ҡуйылған сәскәләр араһынан уның хисабынса иң матур, иң күркәм, иң сағыу гөлләмәне һайлап ҡарсығына тотторҙо ла төҫһөҙ күҙҙәрен ихлас йылмайтып былай тине:
—Донъяла һин минең өсөн иң кәрәк кеше!
Булмышы кибеп ҡаҡланған ҡарсыҡ бер ни тип тә яуап ҡайтарманы, бары тик шау һөйәккә ҡалған кәүҙәһен бабайына һыйындыра ғына бирҙе.
Былар ишек яғына йүнәлделәр һәм ҡолағыма баяғы ишетелмәгән өсмөйөштән килгәндәй наҙлы өндәшеү сағылды:
—Ҡана пакетты үҙем тотайым, һиңә ауыр булыр бит!—Был икәүҙең кемеһе кемеһенә төбәп әйтеүен аңғарманым, хәйер, уныһы кәрәкме икән, бында йөктөң тослоғо мөһим түгел, улар бит бер-береһен ҡурсый, ҡайғырта.
Шулай итеп, көтмәгәндә-уйламағанда ғәжәйеп хәлгә, мөғжизәгә—мөхәббәтле йәшәүгә юлыҡтым!