Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе итеп һайланғандың иртәгеһенә Таңсулпан Ғарипова шылтырата:– Ҡотлайым, имен-аман эшләргә яҙһын!– Рәхмәт, апай! Тағы ниндәй теләктәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ бар?– Теләгем шул, Ҡадир Әлибайҙың таяғын татырға яҙмаһын. Аңғармаҫтан миңә бер-ике тапҡыр һалып ебәрҙе ул…
Шағир Ҡадир Әлибай яндырай холоҡло кеше, шырпылай гөлтләп тоҡанырға әҙер. Берәй оҡшамағаныраҡ, хилаф эш ҡылһаң, йә үтескә аҡса биреп тормаһаң, ҡулындағы кәкре таяғы менән туҡмай ҙа ташлай икән, тип ишеткән бар ине. Шөкөр, таяғын минең яҡҡа бер тапҡыр ҙа елгәрмәне, килешеп, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек.
Ҡадир ағайҙы һуңғы юлға оҙатҡанда командировканан яңы ғына ҡайтып торғанлыҡтан һуңлаңҡырап килдем. Мәрхүмде зал уртаһына урынлаштырғандар. Ҡадир Әлибай көтмәгәндә һикереп тороп, минең яҡҡа һелтәп ебәрмәһен, тип ишек төбөнә һөйәлгән кәкре таяҡҡа һипһенеп ҡарап ҡуйҙым.